Эш һөҙөмтәһе — тәртип

31-08-2012, 00:30 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Эш һөҙөмтәһе — тәртипПолицияның төбәк вәкиле булыу еңелдән түгел. Яуаплы вазифаны еренә еткереп башҡарыу өсөн ҙур тәжрибә, оҫталыҡ, төплө белем, етди әҙерлек һәм ныҡлы сәләмәтлек талап ителә. Быларҙан тыш, кешеләр менән яҡшы мөғәмәләлә булыу, уртаҡ тел табыу кеүек сифаттар кәрәк. Төбәк вәкиле халыҡ ышанысын, ихтирамын яуларға тейеш. Шунһыҙ уй-теләктәреңде бойомға ашырыу, ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкин түгел.
Минеңсә, төбәк вәкиле Тәтешле районы буйынса эске эштәр бүлегендә хеҙмәт иткән Вадим Әптекәев кеүек булырға тейеш: етди, ғәҙел, кешелекле, тәүәккәл.
1997 йылда милицияға эшкә килгәнсе Вадим Төркмәнстанда сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, Краснохолм нефть һәм газ сығарыу идаралығында иретеп йәбештереүсе булып эшләй.
Егеттең был һөнәрҙе һайлауы осраҡлы түгел. Атаһы Фәйзелхан Әптекәев егерме алты йыл хоҡуҡ һағында торҙо. Отставкалағы милиция капитаны оҙаҡ йылдар паспорт өҫтәле начальнигы вазифаһын намыҫ менән башҡарҙы. 1993 йылдың сентябрендә район ветерандар ойошмаһы төҙөлгәс, уның тәүге рәйесе итеп һайланды. Улынан тыш, Ирина ла байтаҡ йылдар эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итә. Ул — шәхси состав менән эшләү бүлеге белгесе, майор званиеһында.
Милиция сержанты Вадим Әптекәев ҡарауыл-конвой хеҙмәтендә эшләй. Тырышлығын, тәжрибәһен иҫәпкә алып, 2001 йылда уға милицияның төбәк вәкиле вазифаһын ышанып тапшыралар. Һөҙөмтәлә, яуаплылыҡ та, мәшәҡәт тә арта.
В. Әптекәев тәүҙә Кәлтәй һәм Бәҙрәш ауыл Советтарына ҡараған ауылдарҙы хеҙмәтләндерә, һуңыраҡ Бүл-Ҡайпан ауыл Советына күсерәләр. Әле Яңы Тәтешле һәм Түбәнге Балтас ауыл Советтары ауыл биләмәләрендә участковый вазифаһын башҡара.
Төбәк вәкиле сифатында эшләй башлағанда, баштараҡ, әлбиттә, ауыр була. Яңы эштең бөтә нескәлектәрен өйрәнеү менән бергә, Нефтекама ҡалаһындағы машиналар төҙөү техникумында ситтән тороп уҡырға ла өлгөрә... Хәҙер, әлбиттә, төндәр буйы китап тотоп ултырыу, имтихандар мәшәҡәте күптән артта ҡалды. Тормош-көнкүреше лә зарланырлыҡ түгел. Ҡатыны Лилиә менән матур, татыу йәшәйҙәр, Руслан атлы малай һәм Эльвина исемле ҡыҙ үҫтерәләр.
Көнкүреш шарттары яҡшы булғас, бөтә тырышлығын, һәләтен эшкә бирә полиция майоры Әптекәев. Иң мөһиме — хоҡуҡ боҙоуҙы булдырмау өсөн үҫмерҙәр, йәштәр араһында тәрбиә эше алып барырға кәрәк, тип иҫәпләй ул. Йәш кешене тәрбиәләүҙә ғаилә лә ҙур роль уйнай. Мәктәптәрҙә, ата-әсәләр менән осрашыуҙарҙа сығыш яһаһа, һәр ваҡыт ошо фекерҙе ҡабатлай. “Урам тәрбиәһе” тигән төшөнсә менән аҡланырға маташыусыларға ла һүҙе бер: урамға һылтанмағыҙ, балағыҙға күберәк иғтибар бүлергә тырышығыҙ.
Ҡайһы берәүҙәр, ысынлап та, урам тәрбиәһенә тиҙ бирелеүсән. Шуға ла ундайҙарға күҙ-ҡолаҡ булып тороу хәйерле. Вадим Әптекәев йәш-елкенсәк ял иткән, кәйеф-сафа ҡорған урындарҙы белеп бөткән. Уларҙы даими күҙәтеп, тикшереп тора.
В. Әптекәев хеҙмәтләндергән биләмә шаҡтай ҙур. Ул ун биш ауылды берләштерә. Иң алыҫы — Ҡытҡыйылға, район үҙәгенән утыҙ биш километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Енәйәт ҡылыуға юл ҡуймау, закон боҙоуҙы иҫкәртеү өсөн ныҡ тырышырға, күп көс һалырға тура килә. Районда тәртип урынлаштырыуҙа төбәк вәкилдәре бергәләп, кәңәшләшеп хеҙмәт итә.
Төбәктә һигеҙ участковый бар. Хәҙерге ҡатмарлы заманда ҡыйынлыҡтар, мәшәҡәттәр тыуып ҡына тора. Бергәләп, бер маҡсатта эшләгәндә генә енәйәтселекте еңеп, уның тамырын ҡоротоп, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы “ауыҙлыҡлап” буласағын һәр кем яҡшы аңлай. Төбәк вәкилдәре аҙна һайын йыйылып, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшергә, бер-береһенең эш тәжрибәһе, алымдары, уй-фекере менән уртаҡлашырға ғәҙәтләнгән. Әлбиттә, был үҙ һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмай.
Төбәк уполномоченныйҙарын борсоған проблемалар ҙа етерлек. Шулай ҙа, халыҡ теле менән әйткәндә, бөтә этлектең башында эскелек менән эшһеҙлек тора. Иң йәмһеҙ күренештәрҙең береһе — урлашыу. Күп осраҡта шәхси хужалыҡтарҙан көнкүреш әйберҙәрен “үҙләштерәләр”. Йышыраҡ был аҙымға эскелек менән мауыҡҡан эшһеҙҙәр бара. Ғаилә ыҙғыштарын да күпселек осраҡта улар сығара.
Төбәк вәкиленә йыш ҡына үҙенә беркетелгән биләмәлә үҙаллы эш итергә тура килә. Ғөмүмән, участковый яҡшы психолог та, тикшереүсе лә, эксперт та — күп өлкәлә тәжрибәле белгес булырға тейеш.
Урындарҙа теркәлгән енәйәттәрҙең күбеһе “ҡайнар” эҙҙәр буйынса, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә асыла. Әммә енәйәтте тикшереүгә ҡарағанда, уны бөтөнләй булдырмау хәйерлерәк, ә быға өлгәшеү бик ауыр. Шуға төбәк вәкиле тәүге сиратта халыҡҡа таяна. Уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, ветерандар — Вадим Фәйзелхан улының ышаныслы ярҙамсылары. Урындарҙа тәрбиә эшен көсәйтеү фарыз — йәмәғәтселеккә ошондай ҙур бурыс йөкмәтелә.
Вадим Әптекәев ауыл Советтары башлыҡтары, депутаттар менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй, квартал һайын халыҡ менән осрашып тора.
— Элегерәк йәмәғәт ойошмалары көслө ине, — ти тәртип һаҡсыһы. — Тәртип боҙоусылар халыҡ судынан уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡты, кешеләр алдында баш эйеп баҫып тороу улар өсөн һәр төрлө язанан ауырыраҡ ине.
Хәҙер ауылдарҙағы тәртип йыш ҡына төбәк вәкиленең үҙ вазифаһын нисек башҡарыуына бәйле. Шуға ла участковыйҙар һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә, тип әйтергә мөмкин.
— Хеҙмәткәрҙәр техника, заманса элемтә саралары менән тәьмин ителгән, — ти төбәк вәкилдәренең эшен ойоштороу бүлексәһе етәксеһе, полиция майоры Данил Һаҙыев. — Күҙ теймәһен, тәтешлеләр тыныс, хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәй.
Финат ШАКИРЙӘНОВ.
Тәтешле районы.