Ҡатын-ҡыҙға "ҡорос ат" баш бирәме?

31-08-2012, 00:15 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Ҡатын-ҡыҙға "ҡорос ат" баш бирәме?Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген һаҡлау идаралығында эшләүсе танышым – тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡараусы гүзәл зат: "Көн һайын республиканың теге йәки был төбәгендәге юл-транспорт ваҡиғалары хаҡында ишетеп-белгәнгә күрә, рулгә тотонорға ашыҡмайым, минән башҡа теләүселәр ҙә етерлек", – тип белдергәйне.
Үҙем дә йәйәү йөрөүҙе хуп күрәм. Дөрөҫөн әйткәндә, автомобиль йөрөтөү танытмаһын алырға теләк уянһа, күптән махсус курстарға юлланған һәм бер ауырлыҡһыҙ уҡып сыҡҡан булыр инем. Мәгәр яуаплылыҡ тигән төшөнсә күберәк, күрәһең: әлегә үҙемдә "ҡорос ат"ҡа идара итерлек ышаныс тоймайым, хәүефһеҙ хәрәкәт итеүемә инанмайым, һәм был теләк "замандан артта ҡалмайым" тигән маҡсаттан күпкә көслөрәк.
Хәйер, аңлайым – минең кеүектәр күп түгелдер. 18 йәше саҡ тулғандарҙан башлап алты тиҫтәне уҙған ҡатын-ҡыҙға тиклем автомәктәптәрҙе штурмлай – һәммәһенә лә танытма кәрәк! Автомобиль йөрөтә белеү-белмәү, юл ҡағиҙәләрен боҙмау иһә – бөтөнләй икенсе мәсьәлә, "йөрөй-йөрөй өйрәнәһең инде ул" тигәндәрҙе лә йыш ишетәм.
...Бынан бер нисә аҙна элек Мәскәү өлкәһендә 26 йәшлек Екатерина Заул иҫерек килеш рулгә ултырып, туҡталышҡа китеп барған бер ғаиләнең биш ағзаһын тапап үлтергән. Ҙурлығы буйынса йөк машинаһынан саҡ ҡына ҡалышҡан "ҡорос ат" хужабикәһенең аңһыҙлығы арҡаһында үлем машинаһына әүерелгән. Енәйәтсе ҡатын ҡылығын бик ябай аңлатҡан: йәнәһе, улар дуҫтары менән тәбиғәт ҡосағында ял иткән, иренең хәле кинәт насарлана башлағас, ул рулгә ултырып, дауаханаға юлланырға мәжбүр булған... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләрҙе кире ҡайтарыу мөмкин түгел, ә Екатеринаға "ҡорос ат" хаҡында оҙаҡҡа онотоп торорға тура киләсәк.
Былтыр октябрҙә йәйәүлеләр үткеле аша әсәһе менән үтеп барған дүрт йәшлек сабыйҙы бәрҙереп, һәләк иткән Ирина Добржанская эше лә йәмғиәттә киң танылыу алды. Хужаһы билдәһеҙ (хоҡуҡ һаҡлау органдары шулай тип билдәләгән) сит ил автомобилендә ҙур тиҙлектә китеп барған, йәйәүлеләр үткелендә яйларға ла уйламаған ҡыҙ төрмәгә эләкмәҫ өсөн ярты йылдан ашыу тартҡылаша: өс тапҡыр психиатрия дауаханаһында ятып сыҡҡан, үҙ-үҙенә "ҡул һалырға" маташҡан, иң яҡшы адвокаттарҙы яллаған... Суд быйыл апрелдә булды. Ғәйебен танымаған водитель дүрт йылға колонияға ебәрелде.
Бынан бер нисә йыл элек Иркутск өлкәһенең Һайлау комиссияһы рәйесенең ҡыҙы Анна Шавенкова "Тойота" маркалы автомобилдә юл ситенән китеп барған ике ҡыҙҙы тапап киткән. Апалы-һеңлеле ҡыҙҙарҙың береһе шунда уҡ йән бирһә, икенсеһе бик оҙаҡ дауаханала ятырға мәжбүр булған, ғүмерлеккә инвалид булып ҡалған. Был хәлдә иң тетрәндергәне шул: урамдағы видеояҙмалар күрһәтеүенсә, ике кешене ер менән тигеҙләгән водитель автомобилдән сыға ла... уның ватылған урындарын теүәлләй башлай. Ҡанға туҙып ятҡан кешеләр яғына хатта боролоп ҡарамай ҙа... Ҡыҫҡаһы, был эш ике йыл дауамында тикшерелгән, суд артынан суд булған, һөҙөмтәлә шул арала бала табырға өлгөргән Анна өс йылға хөкөм ителгән, ә бәлиғ булмаған сабый хаҡына ҡарар 14 йылға кисектерелгән. Бының менән килешмәгән йәмәғәтселек дәғүәһе һөҙөмтәһендә, суд эше яңыртылһа ла, Аннаның икенсегә ауырлы икәнлеге асыҡланған. Бына шулай –
автомобилгә идара итә алмайынса, ике кешенең тормошон селпәрәмә килтергән Анна 2024 йылда, бәлки, тейешле язаһын алыр... Ошо көндәрҙә иһә шул мәғлүм булды: зыян күреүселәрҙең ағаһы йүнһеҙ водителдән 2 миллион һум күләмендә әхлаҡи компенсация талап итмәксе. Тимәк, суд барышында Пятковтар ғаиләһенән ғәфү үтенеүҙе лә түбәнһенеү тип ҡараған ҡатынды алда тағы ла суд артынан суд көтә.
Миҫалдар күп, әммә фәһем алыусы юҡ – бәләнең башы шунда.
Эйе, элек рулдәге ҡатын-ҡыҙ иҫ киткес һирәк күренеш булһа, хәҙер был – ҡәҙимге ысынбарлыҡ. Әммә йыш ҡына йәмәғәтселек ҡатын-ҡыҙҙарҙың автомобилгә идара итеүен ышанмаусанлыҡ, хатта хәүеф менән ҡабул итә һәм, үрҙәге миҫалдарҙы иҫәпкә алғанда, уйланырға урын бар кеүек.
Икенсе яҡтан, заман ҙур тиҙлек менән алға сапҡанда, "ҡорос ат"һыҙ көндәлек мәшәҡәттәрҙе теүәлләү еңел түгел: эшкә, магазинға, матурлыҡ салонына барып ҡайтыу һәм башҡа ғәмәлдәр – автомобиль менән уларҙы башҡарыу күпкә еңел. Ҡатын-ҡыҙ водителдәрҙең өҫтөнлөгөн иҫбатлаусы төп дәлилдәр тип уларҙың агрессияһыҙ, ипле идара итеүен, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һирәк боҙоуын һәм эскән килеш рулгә ултырмауын атайҙар. Йәнәһе, ҡатын-ҡыҙҙың үҙ-үҙен һаҡлау инстинкты бик үҫешкән, шуға ла улар тиҙлек яратмай һәм юлдағы хәлде киҫкенләштереүҙән ҡаса, иғтибарлыраҡ була (мәгәр, өҫтәге миҫалдар бәғзе сибәркәйҙәрҙең был һүрәтләүгә бик тап килмәүен иҫбатлай). Шул уҡ ваҡытта, ҡатын-ҡыҙҙар водитель тәжрибәһен бик оҙаҡ туплай, оҫталыҡ кимәле бик яй арта. Иллә-мәгәр, таһыллыҡҡа төшөндөмө – ир-ат водителдән һис ҡалышмай.
Белгестәр ҡатын-ҡыҙ водителдәрҙең иң ҙур проблемаһы – психологик ҡаршылыҡтарҙа, тип белдерә. Шуға күрә иң тәүҙә ҡурҡыуҙы бөтөрөү, үҙ-үҙеңде ҡулға алыу мөһим. Ошо йәһәттән бер нисә кәңәшкә ҡолаҡ һалайыҡ.
Беренсенән, тығындарҙа тыныслыҡ һаҡлау мөһим. Был барлыҡ водителдәр өсөн дә уртаҡ проблема, шуға күрә унан тиҙерәк ҡотолам тип, бер һыҙаттан икенсеһенә күсергә тырышыу, сәбәләнеү, кемделер уҙырға маташыу урынһыҙ: автомобиль тығыны барыбер бер тиҙлек менән хәрәкәт итә. Икенсенән, водителдәрҙең хәрәкәт иткәндән бигерәк, тығында нығыраҡ арығаны мәғлүм. Шуға күрә нервыларығыҙҙы һаҡлағыҙ, тынысыраҡ булығыҙ.
Бер мәл шундай ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс хәлдең шаһиты булырға тура килгәйне. Өфөнөң үҙәк урамдарының береһендә, боролошта йәш кенә гүзәл зат идара иткән автомобиль ватылған: авария билдәһе ҡуйып, юл уртаһында туҡтауына, капоты асыҡ булыуына ҡарап һығымта яһаным. Мәгәр ул ҡыҙҙың эре күҙ йәштәре сығарып, буҫығып илауын ишетһәгеҙ — ер тетрәгәнме ни! Үҙе кем менәндер телефондан һөйләшә, проблеманы аңлатырға маташа. Ир-аттар, әлбиттә, илаулап, ваҡыт сарыф итеп тормаҫ ине, моғайын. Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙҙарға автомобиленең һәр етешһеҙлеге өсөн артыҡ көйәләнеү хас (өҫтәге Шавенкова миҫалын ғына алайыҡ – тимер кеше ғүмеренән ҡиммәт).
Ауыр эҙемтәле аварияға осраған ҡатын-ҡыҙҙарҙа иһә технофобия кеүек кире күренеш үҫешеүе ихтимал – ундайҙар автомобилгә яҡынларға ла ҡурҡа. Психологтар сирҙе дауалауҙың бер генә ысулы бар, тип белдерә: тиҙерәк шик-шөбһәне еңеп, рулгә ултырырға кәрәк, юҡһа, ҡурҡыу тойғоһо еңеүе ихтимал.
...Күптән түгел йәмғиәттә водитель танытмаһы алыу өсөн тапшыраһы имтихандарҙы ҡатмарлаштырыу хаҡында һүҙ ҡуйырҙы. Әгәр ҙә барыһы ла план буйынса барһа, закон 2013 йылдың февраленән ғәмәлгә инәсәк. Күҙаллауҙарынса, имтихандағы 20 һорауға 20 минутта яуап бирергә тура киләсәк, һәр дөрөҫ яуапһыҙ һорау темаһы буйынса (әммә икәүҙән артмаҫҡа тейеш) тағы ла өҫтәмә биш һорау биреләсәк. Тимәк, бәғзеләргә ун һорауға артығыраҡ яуап эҙләргә тура киләсәк. Уйлау өсөн һәр береһенә берәр минут ваҡыт бүленәсәк. Төп һынауҙа – өс, өҫтәмә һынауҙа бер хата табылһа, буласаҡ водитель имтиханды ҡабаттан тапшырасаҡ. Ғәмәли имтиханда әлеге ваҡытта инспектор биш ихтимал тестың өсәүһен һайларға ҡушһа, киләсәктә бының дүртәүгә әйләнеүе бар. Шулай уҡ ҡала урамдары буйлап йөрөргә һәм төрлө күнекмәләрҙе үтәргә тура киләсәк.
Сараның маҡсаты бер: юлдарҙа тәжрибәһеҙ, ҡоро мин-минлек арҡаһында рулгә тотонған кешеләрҙең һанын кәметеү. Унан тыш, ҡатмарлы, ауыр имтихан "ҡорос ат"ҡа атланған ҡыйыуҙарҙы үҙенең генә түгел, башҡаларҙың да ғүмере өсөн яуаплы икәнлеге хаҡында уйландырырға тейеш, минеңсә.
Йәмғиәттә йәшәүсе һәр кем юл хәрәкәте шарттарында йә хәүеф сығанағы, йә шул сығанаҡтың ихтимал ҡорбаны, йәки – тағы ла ҡурҡынысыраҡ – зыян күреүсе булып тора. Әммә юлдағы хәрәкәтте хәүефһеҙ итеү маҡсатына берҙәм ынтылғанда ғына һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин һәм бында ир йәки ҡатын-ҡыҙ булыу бөтөнләй мөһим түгел.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.