Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Түлән буйҡайҙары һары тал
Ҡарамаҡҡа Түлән ярһып ағыр мул һыулы йылға түгел, бейек ярҙарына һыйынып, көс-самаһын белеп, һәүетемсә аға ул. Әммә быйылғы ҡоролоҡта һыуы аҙ ғына ла кәмемәне, Иҫке Аҡҡолайҙы ҡыуандырып, еләҫ, һалҡынса һауаһы менән йәйге селләлә йәнгә шифа, тәнгә сихәт булды. Мал-тыуарына, ҡош-ҡортона үҙе бер йәннәт был һоҡланғыс тәбиғәт бүләге. Ап-аҡ ҡаҙҙарҙың ҡаңғылдашыуы, һары талдарында һандуғастар сутылдашыуы Түлән буйҡайҙарын тағы ла йәмләй төшә. Йырҙарға тиң ошо хозурлығы менән Иҫке Аҡҡолай сит-ятты үҙенә ылыҡтырып тора. Дим йылғаһын, Түлән буйҡайҙарын, зәңгәр күлдәрҙе бер күргәндәр мәңгелеккә үҙ итә был төбәкте.

Иҫке Аҡҡолайға килеп керҙеңме, әлеге Түлән йылғаһы аша үтәһең. Күңел биреп, зауыҡ менән эшләнгән тимер күпер ярайһы бейек, тәрбиәләнеп, ваҡытында буялып тора. Аҡҡолайҙар өсөн үҙенсә бер ғорурлыҡ инде. Түлән тап ошо тәңгәлдә тәрәнерәк, ҡарағусҡылланып, өйөрөлдөрөп аға. Хәтһеҙ дәүер үҙенең бер үк көйөн талғын ғына һуҙып аға ла аға. Кеше ғүмере лә аҡҡан һыу кеүек, тиҙәр. Кире борормон тимә икән үткәндәрҙе, яҡшыһы-яманы ла, шатлыҡ-юғалтыуы ла кире ҡайтмаҫ булып аға икән. Ваҡыты ни тиклем тығыҙ булмаһын, ошо Түлән йылғаһы аша һалынған күперҙә туҡталып ала Рәйсә Хәләф ҡыҙы Солтанова. Һуңғы ваҡыт ғәҙәтенә инеп китте. Сараһыҙҙан туҡтала, уйҙар солғанышында ҡала.
Рәйсә 1952 йылдың сентябрендә Әлшәй районының Гәйнәямаҡ ауылында донъяға килә. Хәләф олатай — Гәйнәямаҡта почта бүлеге етәксеһе. Талапсанлығы, эшһөйәрлеге менән тирә-яҡта дан алған зат. Һуғыштан һуңғы йылдарҙағыса, ғаиләһе ишле булды. Йәмәғәте Сәлимә инәй менән биш ҡыҙ, бер ул үҫтерҙе. Балаларында белемгә ынтылыу, хеҙмәт һөйөү тәрбиәләй Саяховтар. Һынатманы бәғер киҫәктәре. Кәрәк икән – ҡыҙҙары утын бысты, ярҙы, бесәнен сабып, кәбән ҡойҙо. Эшләп үҫкән балалар уҡыуҙа ла ал бирмәне. Резеда, Розалия, Гөлшат — абруйлы уҡытыусылар, Әлиә — Өфөнөң 21-се дауаханаһында стоматолог, Рәфис — авиация университетын тамамлаған инженер. Рәйсә 1968 – 1971 йылдарҙа Аксен ауыл хужалығы техникумында зоотехник һөнәрен үҙләштерҙе. Дипломлы йәш белгесте ауыл хужалығы идаралығы райондағы иң оло хужалыҡ – «Заветы Ленина» колхозына хисапсы-лаборант итеп эшкә тәғәйенләй. Уңған ҡыҙ Бәләкәй һәм Иҫке Аҡҡолай ауылдарында ең һыҙғанып эш башлай. Фатирға Сәлиха әбей менән Солтан бабай Исмәғилевтәргә төшөрәләр. Тиҙ арала өлкәндәр йәш белгесте үҙ итә, йылы һүҙе, аҡыллы кәңәштәре менән күңелен иретә. Малсылар, һауынсылар, колхоз етәкселәре менән дә уртаҡ тел таба.
— Эшләгән коллективымдан уңдым, — ти бөгөн Рәйсә Солтанова.— Айырыуса Социалистик Хеҙмәт Геройы Сафура апай Суфиянованың роле ҙур булды. Ауырлыҡтарға түҙергә өйрәтте, һәр һүҙендә «һыйырҙың һөтө — телендә» тип эшебеҙҙең серенә төшөндөрҙө. Иртәнге алтынан киске унға саҡлы эшләһәк тә, һис зарлана белмәнек.
Яуаплылыҡ тойғоһо көслө, егәрле ҡыҙҙы бер юлы ике ауылға комсорг итеп тә үрләтәләр. Техникумда, Гәйнәямаҡ урта мәктәбендә уҡыған йылдарында йәмәғәт эштәрен аҙ башҡарманы ул.
Үҙешмәкәр түңәрәк эшенә Рәйсә үҙе лә гел тартылып торҙо. Концерт программаларын төҙөштө, төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнаны. Тәүге мөхәббәтен дә сәхнәлә осрата ун туғыҙ йәшлек һылыу. Байрам концерты ҡуялар ине. Һөйгәне үҙәктәрҙе өҙөрҙәй моңло тауышы менән йырлап ебәрә, ауыл өҫтөндә гармун моңо тарала. Ғишыҡ сәғәте һуғыр илаһи мәл. Клуб тып-тын:
… Һөйәм бер һине, һөйәм гел һине,
Моң-зарҙарымдан көйәм шул инде,
Рәйсәм, бәғерем, һинһеҙ нишләрмен?
Йырсы егеттән һуң сәхнәгә Рәйсә сығырға тейеш. Тик нишләне һуң әле, Әнғәм Атнабаевтың “Өсмөйөштән тора был донъя» шиғырын яттан белә, тик һүҙҙәре ҡайҙа юғалды һуң? Әле генә Биктимер “Рәйсә, бәғерем!” тип донъя яңғыратты түгелме? Нисек шиғыр уҡығанын хәтерләмәй. Аяғүрә баҫҡан ауылдаштарын күрмәне, көслө алҡыштарҙы ишетмәне, урамға ташланды Рәйсә. Ошо кисте Биктимере тәү тапҡыр Солтан бабайҙарҙың ҡапҡаһын асып инде, күтәрмәлә һөйгәнен күкрәгенә ҡыҫты. Ә бер аҙҙан, 1972 йылдың йәй башында, Түлән буйҡайҙары йәштәрҙең туй йырҙарынан гөрләп торҙо. Биктимер гармун, йыр-моңға ғына оҫта түгел, уңған механизатор ҙа икән. Ал-ял белмәй эшләне, хеҙмәтенән йәм тапты. Ҡыҙҙары Луиза, Лиана тыуғас, йәштәрҙең бәхеткәйе сик белмәне. Йәш ғаилә 1978 йылда йорт бөтөрөп, ҡыуаныстарын йәнә түңәрәкләп ҡуйҙы.
Ҡайғы ағас башынан йөрөмәй, әҙәм баштарынан үтә икән. Мәңгелек яра һалып, көтмәгәндә килде ул. 1980 йылда Түлән күпере аша сыҡҡанда Биктимер Солтанов тракторы менән һыуға ҡолай. “Ошо күпер генә бәхетемде селпәрәмә килтерҙе!” — тип оҙаҡ өҙгөләнә, ярһыуынан шул күперҙе күрә алмай башлай. Тик нишләмәк кәрәк, фермаға бараһы юлы ошонан. Балалар хаҡын да онота алманы, Луизаһына – ете, Лианаға ни бары йәш ярым бит! Тешен ҡыҫып түҙҙе, һыр бирмәне.
Ҡайғыһын ауылдаштары, коллективы күтәреште. Яңғыҙ ҡалдырманылар.
– Ҡәйнәм Мәхмүзәгә рәхмәтем сикһеҙ. Иң ауыр мәлдәрҙә уға һыйындым. Күршем Рәмзиә апай ҡыҙҙарымды ҡарашты, эштә сағымда йорт-ҡурама күҙ-ҡолаҡ ине. Изге кешеләремә рәхмәтем сикһеҙ, — тип хәтирәләргә бирелә Рәйсә ханым. Донъя ауырлығын, яңғыҙлыҡ ғазабын эшендә онотто. Колхоздан, йәмәғәт эшенән бер көнгә лә ситләшмәне. Шулай ҙа иң оло маҡсаты балаларын уҡытып, кеше итеү булды. Лианаһы атаһы кеүек музыкаға әүәҫ икән. Өфөгә, хәҙерге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатына урынлаштырҙы. Махсус фортепиано класында һөнәр үҙләштерҙе бәләкәсе.
Донъя булғас, төрлөһө була икән. Биктимерҙән ҡалған яралар бер аҙ уңала төшкәндәй. Үҙе лә төҫ ташламаған әлегә. Ошо хаҡта ҡолағына ҡат-ҡат төшөрөп торалар. Ҡәйнәһенең һүҙҙәре әле лә яңғырап торғандай: “Йәшһең бит, килен. Хоҙай рәхмәтле ул! Анау Марат ҡусты менән яҙмышыңды бәйләп ҡараһаңсы, балаларҙы бергәләп аяҡҡа баҫтырыу ҙа еңелерәк булыр». Изге күңелле йән эйәһе ине шул Мәхмүзә ҡәйнәһе. Берәү булһа, киленен ҡурсалап, көнләп йөрөр ине, ә ул үҙе димсе… Эй, был әҙәм яҙмыштары! Рәйсә ауылдарына эшкә килгәс, Мараттың да төн йоҡоһо ҡасҡан, йөрәген ут ялмаған икән. Бер ҡасан да өйләнмәүе — Рәйсәгә булған мөхәббәттән. Бына килеп, сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Марат та иманлы кеше булып сыҡты. Ҡыҙҙар өсөн өҙөлөп тора, ситкә тибеүҙең ни икәнен белмәй. Яңы ғаиләне берләштереп Лилиәләре тыуҙы. Ир-аттың һөнәрле булыуы кәрәк, Марат – иретеп йәбештереүсе, колхоз өсөн дә, аҡҡолайҙарға ла алыштырғыһыҙ һөнәр эйәһе. Рәйсәнең дә йорт-ҡураһы нығынып, күңеле бөтәйеп ҡалды. Йәшә лә йәшә инде!
Был йылдарҙа Рәйсә Солтанова йәмәғәт эшмәкәре булып тамам формалаша: “Заветы Ленина” колхозында партком ағзаһы, бригада ойошмаһында парторг, профкомда яуаплы эштәр үтәй, оҙаҡ йылдар ауыл Советы депутаты. Шулай ҙа иң мөһиме — Иҫке Аҡҡолайҙа әле һаман һөтсөлөк фермаһы һаҡланып ҡалған. Күп ерҙә емерек фермалар тороуы һәр кемгә мәғлүм. Тимәк, ауыл халҡына эш бар.
Ярай әле ауылыбыҙҙа Рәйсә Хәләф ҡыҙы йәшәй, ти аҡҡолайҙар. Ауыл, ферма бөтмәһен, тип тырыша ул. Асфальт йәйҙереү мәсьәләһен хәл итеүҙә лә алдан йөрөүселәрҙең береһе булды. Ысынлап та, ниндәй мәшәҡәттәр тыуһа ла, уға мөрәжәғәт итәләр, кеше үтенесен кире ҡаға белмәй ул. Иңдәренә ирҙәр күтәрер оло йөк һалған, талыу белмәҫ ауыл депутаты. Бөтмөр Рәйсә ханым үҙ донъяһын бөтәйтергә лә өлгөрә. Ауылдаштарын һоҡландырып, яңғыҙ көйөнә (Мараты ла Түләндә фажиғәле һәләк була) ифрат ҙур йорт һалды. Ул һәр яҡлап ҡаласа төҙөлгән: эҫе-һалҡын һыуы, канализацияһы тиһеңме. Өфөнән ҡыҙҙары Луиза, Лиана һәм Лилиә ҡайтып төшһә, балҡып торған донъяһы тағы ла йәмләнеп китә. Балалары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана Рәйсә Солтанова. Олоһо — психолог, Лиана педагогия университетын, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай. Ошо уҡыу йортонда өлкән эш башҡарыусы вазифаһын үтәй. Лилиә педагогия университетын тамамлау алдында тора. Күпереп үҫкән бәпкә үләнендә уйнап йөрөгән Таһир, Өфө энергетика колледжының беренсе курс студенты Артур ейәндәре менән дә бәхетле бөгөн Рәйсә Солтанова.
Ә Түлән һаман аға ла аға. Күпме яҙмышты күрергә-кисерергә яҙған уға. Бына әле лә күпер өҫтөндә туҡталып, тәрән уйға сумған мөләйем ханымдың йөрәк түрендәге уй-кисерешен үҙенсә аңлап, серҙәш һанап аға. “Был күпергә килмәмен, туҡталмамын!” — тиһә лә, ана бит хәтһеҙ ғүмер баҫып тора түгелме? Йылға өҫтөндә өйөрөлөп-өйөрөлөп көҙгө һары япраҡтар йөҙә, күңелдәрҙе һағышҡа сорнап, йыр һарҡыла: “Түлән буйҡайҙары, ай, һары тал…”
Фәнзил Санъяров,
РФ һәм БР Журналистар
союзы ағзаһы.
Әлшәй районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Беҙ – хәүефһеҙ республика

Беҙ – хәүефһеҙ республика 17.11.2018 // Йәмғиәт

Республика халҡы менән тиҙ генә кире бәйләнеш булдырыу өсөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр...

Тотош уҡырға 0

Әллә ҡыш, әллә йәй...

Әллә ҡыш, әллә йәй... 17.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн, 17 ноябрҙә, Өфөлә урыны-урыны менән боҙло ямғыр яуып үтте....

Тотош уҡырға 0

Юлсылар эште туҡтатты

Юлсылар эште туҡтатты 17.11.2018 // Йәмғиәт

«Приуралье” юл идаралығы Өфө – Ырымбур юлын ремонтлауҙы туҡтатырға булды. Был ҡарарҙы ул үҙе...

Тотош уҡырға 32

Кокорин урамында ҡурҡыныс

Кокорин урамында ҡурҡыныс 17.11.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа Кокорин урамында “ПАЗ” маркалы автобус янып киткән. Янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтенең диспетчер...

Тотош уҡырға 44

Эсәр һыу таҙа булһын!

Эсәр һыу таҙа булһын! 17.11.2018 // Йәмғиәт

Ҡариҙел ауылында һыу үткәргестәрҙе йүнәтеү, яңыларын төҙөү йәһәтенән район хакимиәте махсус ҡарар...

Тотош уҡырға 30

Подъезына ҡарап йортон ярат

Подъезына ҡарап йортон ярат 17.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандағы күп ҡатлы йорттарҙың байтағында подъездар насар хәлдә. Уларҙың күпселеге капиталь...

Тотош уҡырға 51

Парктар төҙөкләндереләсәк

Парктар төҙөкләндереләсәк 17.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда парктарҙы төҙөкләндереү буйынса төбәк программаһы әҙерләнәсәк һәм ҡабул ителәсәк....

Тотош уҡырға 29

Радий Хәбиров: «Беҙ һеҙгә эш хаҡын арттырасаҡбыҙ»

Радий Хәбиров: «Беҙ һеҙгә эш хаҡын арттырасаҡбыҙ» 17.11.2018 // Йәмғиәт

Октябрьский ҡалаһында төбәк етәксеһе Күп функциялы үҙәк эше менән танышты....

Тотош уҡырға 38

Радий Хәбиров: «Ауылдыҡы менән бергә ҡала медицинаһы ла иғтибар талап итә»

Радий Хәбиров: «Ауылдыҡы менән бергә ҡала медицинаһы ла иғтибар талап итә» 17.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡараусы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһына эш сәфәрен...

Тотош уҡырға 33

448 кеше һәләк булған

448 кеше һәләк булған 17.11.2018 // Йәмғиәт

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын хәтергә алыу...

Тотош уҡырға 36

Дауаханала шартлау

Дауаханала шартлау 17.11.2018 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенә Өфөләге 21-се ҡала дауаханаһында шартлау тауышы яңғырауы хаҡында...

Тотош уҡырға 26

Күп балалы ғаиләләрҙе транспорт һалымынан азат итәләр

Күп балалы ғаиләләрҙе транспорт һалымынан азат итәләр 16.11.2018 // Йәмғиәт

Күмәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙә ата-әсәнең (уллыҡҡа алыусының) йәки опекундың берәүһен транспорт...

Тотош уҡырға 79