Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фажиғә... күҙ асып йомғансы
Фажиғә... күҙ асып йомғансыИҫеректәрҙең ғәйебе менән юлдарҙа йыл һайын ике меңдән ашыу кеше һәләк була

Мәскәүҙәге юл фажиғәһе бөтөн ил халҡын тетрәндерҙе. Хәбәр итеүебеҙсә, иҫерек килеш рулгә ултырған әҙәмдең туҡталышта торғандарға ҙур тиҙлектә (автомобиль сәғәтенә 200 саҡрым менән хәрәкәт иткән) барып бәрелеүе һөҙөмтәһендә ете кешенең (шул иҫәптән биш етем баланың) ғүмере өҙөлдө. Хәйер, быға аптырарға ла түгел, Рәсәй юлдарындағы аварияларҙа һәләк булғандар һаны күптән хәрби бәрелештәр мәлендәге мәғлүмәттәрҙе хәтерләтә бит.

Йылдан-йыл юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡ та, штраф күләме лә арта, ләкин хәл генә яҡшырмай. Һаман да юлдарҙа балаларҙың да, йәйәүлеләрҙең дә, водителдәрҙең үҙҙәренең дә ғүмере өҙөлә. Иҫерек килеш рулгә ултырыусылар ҙа кәмемәй. Үрҙә миҫалға килтерелгән фажиғә тағы бер ҡабат ошоно раҫланы.
Эскән килеш рулгә ултырған өсөн яуаплылыҡты арттырыу тураһында күптән һөйләйҙәр ине. Хатта ғүмерлеккә водитель танытмаһын тартып алыу тураһында ла тәҡдим индереүселәр булды. Бик ғәҙел аҙым булыр ине лә бит, ләкин депутаттарыбыҙ ғына ҡабаланмай. Уларға һәр саҡ ошондай фажиғә кеүек етди сәбәп кәрәк, ахыры. Шунан һуң ғына Дәүләт Думаһы иләүҙәге ҡырмыҫҡаларҙы хәтерләтеп, “гөжләргә” тотона.
Ниһайәт, парламентта әҙерләнгән яңы закон проектына ярашлы, хәҙер иҫерек килеш рулгә ултырғандарға 100 мең һумға тиклем штраф янай. Ә айыҡ булмаған водитель арҡаһында юл фажиғәһендә кешеләр һәләк булһа, уны 15 йылдан алып ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителеү көтә. Закон проектын Дәүләт Думаһы депутаты Шамсаил Саралиев әҙерләгән. Халыҡ вәкиле белдереүенсә, 2011 йылда Рәсәйҙә иҫерек килеш рулгә ултырыусыларҙың ғәйебе менән 2 103 кеше һәләк булған. Ә ошо уҡ осорҙа террорсыларҙың ҡулынан ни бары 57 кеше! Депутат фекеренсә, әлеге яуаплылыҡ (водитель танытмаһын тартып алыу һәм ете йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү) улар тарафынан килтерелгән зыянға бөтөнләй тап килмәй.
– Террорсылар кешеләрҙе аңлы рәүештә һәләк итә. Әммә иҫерек килеш рулгә ултырыусы ла һис бер ғәйепһеҙҙәрҙең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуын төшөнөргә тейеш. Бөгөн бирелгән яза килтерелгән зыянға бөтөнләй тап килмәй, шуға ла беҙ ундайҙарҙы ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеү тураһында Енәйәт кодексына үҙгәреш индерергә теләйбеҙ. Бөтә ғүмерен төрмәлә үткәреү хәүефе, бәлки, ҡайһы берәүҙәрҙе уйланырға мәжбүр итер, – тигән фекерҙә депутат.
Ысынлап та, халыҡ вәкиленең фекере менән килешмәү мөмкин түгел.
Иҫерек водителдәргә талапты көсәйтеү буйынса тәҡдимде Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев та хупланы. “Беҙҙә һуңғы мәлдә ҡот осҡос юл фажиғәләре теркәлде. Уларҙың күбеһендә иҫерек водителдәр ғәйепле. Шуға күрә, һис шикһеҙ, бындай енәйәт өсөн язаны арттырыу тураһында уйларға ваҡыттыр”, – тине ул.

Әйткәндәй

Стәрлетамаҡ районында мәктәп автобусының водителе эшкә иҫерек килеш сыҡҡан. Полиция хеҙмәткәрҙәре шоферҙы туҡтатҡанда, салонда ике уҡыусы ла булған.
“ПАЗ” шоферҙың документтарын тикшереү өсөн туҡтатыла, автобустың ситтәге бер тәҙрәһе булмауы ла шик уята. Улар ошоноң сәбәбен асыҡларға теләй. Водитель ял көнө кемдәрҙеңдер быяланы ватып китеүе тураһында хәбәр итә. Был хаҡта ул полицияға ла еткереп өлгөргән була. Һөйләшеү мәлендә полиция хеҙмәткәре водителдән килгән араҡы еҫен һиҙеп ҡала. Аҙаҡ тикшереү күрһәтеүенсә, шофер ысынлап та иҫерек булып сыға. Баҡтиһәң, ул йәкшәмбе көнө ныҡ ҡына һыйланған да иртәгәһенә айныҡмаған килеш эшкә сыҡҡан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 165

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 172

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 225

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 374

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 287

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 226

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 245

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 474

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 53

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 140

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 110

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 123