57 әсә миҙал алды

29-09-2012, 02:53 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Күп балалы ҡатындар сираттағы тапҡыр дәүләт кимәлендәге баһаға лайыҡ булды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов уларға “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.

Республиканың төрлө район, ҡалаларынан баш ҡалаға 57 әсә йыйылды. Хужабикә, медицина хеҙмәткәре, уҡытыусы, ауыл эшсәне, эшҡыуар — уларҙың барыһын да балаларға һөйөү берләштерә. Әсәләрҙе ҡотлап, Фидус Ямалетдинов, бөгөн йәмғиәт әсәлек, атайлыҡ, балалыҡ мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирә, тине. Социаль ярҙамдың төрлө алымдары — пособиелар, ер, торлаҡ бүлеү һәм башҡалар тормошҡа ашырыла. Балалы ғаиләләрҙең социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән айырым маҡсатлы программалар ҙа бар.
— Бала тыуғас, уға тәрбиә биреү — ғаиләнең иң мөһим социаль бурыстарының береһе. Күп балалы ғаиләләр йәштәргә өлгө булырға, социаль йүнәлеш бирергә тейеш, — тине Фидус Ямалетдинов. — Һеҙ әсә тигән изге исемде лайыҡлы йөрөтәһегеҙ.
Әлегә тиклем күп балалы 5677 әсәгә ошондай республика наградаһы тапшырылған. Сираттағы тәбрикләү сараһына Бөрйән һәм Ейәнсура райондарынан етешәр кеше килгән.
— Бала — Аллаһы Тәғәләнең иң ҙур бүләге, — ти Ғафури районынан башланғыс кластар уҡытыусыһы, биш бала әсәһе Рәмилә Кинйәбаева. — Өлкән ҡыҙым Әлфиәгә — 25, Салауатҡа — 23 йәш, Азамат — Башҡорт дәүләт университетының инженерлыҡ факультетында II курста, Илнур 11-се класта уҡый, кинйәбеҙ Айнурға — ни бары 2 йәш. Ирем менән һәр саҡ ҙур ғаилә хаҡында хыяллана инек. Балалар дуҫ, татыу үҫә, беҙгә лә, бер-береһенә лә ярҙам итә. Әсә булыу — һәр ҡатын-ҡыҙҙың тормоштағы тәғәйенләнеше ул.
Бөрөнән ире Алексей менән килгән Лариса Чухарева табип булып эшләй. Ғаиләлә биш ул тәрбиәләнә.
— Беҙ ике ҡыҙ үҫтек. Күп балалыларға көнләшеп ҡарай инем. Ғаиләм ҙур булһын, тип теләй инем, бөгөн бер ҙә үкенмәйем, — ти ғорурлыҡ менән әсә. — Балаңдың иркәләнеп, ҡосаҡлап алыуынан да бәхетлерәк мәл бармы икән?! Әсә булыу — үҙе бәхет ул.
Л. ДӘҮЛИЕВА.