Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Асы” һыуҙары— тәбиғәт мөғжизәһе
“Асы” һыуҙары— тәбиғәт мөғжизәһеАсы!.. Әсе!..
Халҡыбыҙҙың
тарих һөйләмәгән
Юҡ һуҡмағы, тауы, юҡ һыуы.
Р. Бикбаев.

Башҡортостаныбыҙ ожмахҡа тиң урындарға бай. Белорет районындағы “Асы” шифаханаһы тап шундай күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Ул Өфөнән — 180, “Асы” һыуҙары— тәбиғәт мөғжизәһеМагнитогорскиҙан 200 километр алыҫлыҡта ҡарағай, шыршы, ҡайын, имән, йүкә һәм башҡа ағастарҙан торған ҡуйы урмандар, минераль матдәләргә бай шишмәләр, күккә ашҡан ҡая таштар, тауҙар теҙмәһе солғанышында ята.

Ата-бабаларыбыҙ ер-һыуға, шул яҡтың үҙенсәлектәренән сығып, дөрөҫ атама биргән. Исеме есеменә тап килгән Асы шишмәһенең һыуында магний, кальций, бром, кремний, фтор кеүек матдәләр бар. Улар нервы системаһы, тире, ашҡаҙан-эсәк сирҙәрен дауалауҙа уңышлы файҙаланыла. “Асы” шифаханаһы биләмәһендә бындай сығанаҡтар тиҫтәнән ашыу. Күптәрҙе аяҡҡа баҫтырырға ярҙам иткән шишмәләрҙе “тере һыу” тип атау ҙа артыҡ булмаҫ. Төбәктәге халыҡ шишмәләрҙең шифаһын ХVII — ХVIII быуаттарҙа уҡ файҙаланған.
“Асы” һыуҙары— тәбиғәт мөғжизәһе— “Асы” — республикала иң йәш шифаханаларҙың береһе. 1999 йылдың 14 апрелендә Башҡортостандың Министрҙар Кабинеты Асы минераль һыуҙары нигеҙендә шифахана комплексы төҙөү тураһында ҡарар сығара. 2001 йылда ябай ғына йорттарҙа тәүге 30 кеше ҡабул ителһә, бөгөн Европа талаптарына яуап биргән ун корпуста бер юлы 300-гә яҡын пациент хеҙмәтләндерелә. Корпустарҙағы бүлмәләр иркен, йылы, йыйнаҡ. Беҙҙәге 252 хеҙмәткәрҙең етәүһе — табип, 54-е — кесе медицина хеҙмәткәре. Төп бурыс — тәбиғәт биргән шифалы һыуҙы халыҡтың сәләмәтлеген яҡшыртыуҙа файҙаланыу, — ти шифахана директоры Буранбай Ямалов.
“Асы”ның дауалау мөмкинлектәре ҙур. Табиптарҙың яңы ысулдарҙы ҡулланыуы һөҙөмтәһендә уның даны Башҡортостандан ситтә лә киң таралған. Ҡаҙағстандан, Урта Азиянан, Европа илдәренән дә киләләр бында.
Ун бишкә яҡын дауалау төрө араһында быуаттар буйы һыналған халыҡ алымдары ла бар. Шуларҙың береһе — һөлөк һалдырыу. Был хаҡта меңәр йыл элек булған ваҡиғаларҙы һүрәтләгән “Урал батыр” эпик әҫәрендә лә телгә алына. Баш ауыртһа йә әйләнһә, ҡолаҡ шаулаһа, боронғолар сирҙе иҫкәртеү маҡсатында яҙлы-көҙлө һөлөк һалдырған. Улар, тамырҙарға етмешкә яҡын фермент ебәреп, ҡанды таҙарта. Шул сәбәпле кешенең организмы йәшәргәндәй булып китә, ҡартайыу процесы тотҡарлана. Элек өләсәйҙәребеҙ тәнде шифалы майҙар менән һылап, төрлө сирҙе ҡыуһа, бөгөн ауырыуҙарҙы дауалауҙа массаж уңышлы ҡулланыла. Минераль һыуҙар тултырылған ваннала 15 минут ятып сығыу ҙа тәнгә ләззәт, еңеллек бирә. “Асы” шифаханаһы урынлашҡан тәбиғәт мөйөшө үҙе үк һауығыуҙы тиҙләтә кеүек.
— Барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәре үҙ эшен оҫта башҡара. Ял итеүсенең һәр береһенә айырым медицина хеҙмәткәре беркетелә, уларҙың күҙәтеүенә нигеҙләнеп, дауалау төрҙәре билдәләнә. Араларынан невролог Азамат Әлибаев, шәфҡәт туташтары Тәнзилә Сөләймәнова, Римма Хәсәнова, Зөбәржәт Мөхәмәтшина шифахана “Асы” һыуҙары— тәбиғәт мөғжизәһеасылған көндән алып эшләй. Рәсимә Кәримова, Алина Йосопова, Марс Сафиуллин, Нәҙер Йомағужин, Сәлимә Нәбиуллина, Рәүиә Закирова, Рәғиҙә Ғарипова һәм башҡалар кеше һаулығы өсөн оло яуаплылыҡ тоя, — ти шифахананың медицина хеҙмәткәрҙәренә етәкселек иткән Әлиә Мөхәмәткилдина.
Асы ере тарих һөйләүсе тәбиғи һәйкәлдәргә, күренекле шәхестәргә һәм легендаларға бай. Бында бик борондан мәрмәр сығаралар. Ул төҙөлөш һәм биҙәкләү эштәрендә республиканан ситтә лә киң ҡулланыла.
Инйәр йылғаһынан түбәнерәк аҡҡан Ләмәздә Атыш шарлауығы менән мәмерйә барлығы билдәле. Инйәрҙең башланған урынында Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе — “Асы” һыуҙары— тәбиғәт мөғжизәһеЯмантау әллә ҡайҙарға күгәреп күренеп тора.
Шифахана етәкселеге ял итеүселәрҙең буш ваҡытын күңелле, фәһемле итеп үткәрергә тырыша, төрлө тарихи урындарға экскурсия ойоштора. Һәр кис концерт, уйындарҙы тамаша ҡылырға мөмкин. Беҙ ял иткән осорҙа Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Учалы филармониялары артистары, шифахана коллективы ҙур байрам яһаны. Милли уйындар ҙа ял итеүселәрҙең күңеленә хуш килә.
“Асы” шифаханаһы һеҙҙе ни яғы менән ылыҡтырҙы?” — тип һорағас, Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылынан Мөхәмәт Ибраҡов, Баймаҡтан Рим Йәнбирҙин, Күмертауҙан Йәғәфәр Ибраһимов бер тауыштан: “Бында беренсе тапҡыр ғына килмәйбеҙ. “Асы”ның шифалы һыуҙары һәр саҡ үҙенә тартып тора. Сит илгә сығып йөрөгәнсе, үҙебеҙҙең шифаханала ял итеүе лә, дауаланыуы ла күңелгә ятышлы”, — тине.
Азамат БАЙЫМОВ.
Сибай ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 21

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 66

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 70

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 82

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 47

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 58

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 77

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 51

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 74

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 106