Зариф Байғусҡаров: “Ышанысты эш менән аҡлайбыҙ”

31-10-2012, 03:31 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Зариф Байғусҡаров: “Ышанысты эш менән аҡлайбыҙ”1 ноябрҙә Рәсәйҙең Суд приставтары федераль хеҙмәте һөнәри байрамын ғына түгел, илдә ошо институт ойошторолоуҙың 147 йыллығын да билдәләй.
— Суд приставтары, асығыҙ! — тигән һүҙҙәр бурыслы кешене, әлбиттә, ҡыуандырмай. Заманы шулай: “бурыс”, “суд ҡарары”, “башҡарыу ҡағыҙы” һәм башҡа төшөнсәләрҙе йыш ишетергә тура килә. Нисек кенә булмаһын, суд приставтарының эш күләме йылдан-йыл арта. Был, әлбиттә, әлеге көсөргәнешле заман шауҡымына ла бәйле, сөнки кредит, ипотека алыусылар ҙа, алимент түләүселәр ҙә күбәйҙе. Шуға ла хеҙмәттең эшмәкәрлеге — гел иғтибар үҙәгендә.
Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров әңгәмәләшеүгә һәр саҡ асыҡ. Һөнәри байрамдары алдынан Зариф Закир улы беҙҙең һорауҙарға яуап бирҙе, суд приставтарының еңел булмаған эше тураһында һөйләне.

– Зариф Закир улы, бөгөн Суд приставтары федераль хеҙмәте — граждандарҙың Конституцияға ярашлы хоҡуҡтарын яҡлау системаһының мөһим өлөшө. Һеҙҙең бурыстарығыҙ күп һәм уларҙы уңышлы үтәйһегеҙ. Башҡарылған эш күләме буйынса Башҡортостан идаралығы Рәсәйҙә гел тәүге урындарҙа килә.
— Суд приставтары — үҙ эшенең әһәмиәтлелеген һәм зарурлығын иҫбатлаған хеҙмәт. 1997 йылдан алып суд ҡарарҙарын башҡарыу һөҙөмтәлелеге ике тапҡырға артҡан. Ошо йыл башынан ғына бурыслыларҙан биш миллиард һумдан ашыу аҡса ҡайтарып алыуға өлгәштек. Эшмәкәрлектең социаль йүнәлеше лә өҫтөнлөклө булып ҡала. Суд приставтары, алимент түләтеү буйынса әүҙем эшмәкәрлек йәйелдереп, бәлиғ булмаған балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлай, бурыслы ойошмаларҙан граждандарға эш хаҡын ҡайтарып бирә. Шул уҡ ваҡытта һалымдан баш тартҡан ойошмаларҙан, шәхси кешеләрҙән бурыстарын түләтеп, республика һәм ил ҡаҙнаһын тулыландырабыҙ.
— Суд приставы — дәүләт хеҙмәтенә ялланған вазифалы кеше. Уның вәкәләттәре күп. Ғөмүмән, ниндәй һөнәр ул? Гәзит уҡыусылар был хеҙмәткә нисек эләгергә була тип тә ҡыҙыҡһына.
— Биләгән вазифаһына ҡарап, суд приставы төрлө эш менән шөғөлләнә: федераль закондар менән ҡаралған осраҡтарҙа суд акттарын, башҡа органдарҙың һәм вазифалы кешеләрҙең ҡарарҙарын мәжбүри үтәүҙе, тәртип боҙоуҙар, ҡайһы бер енәйәттәр буйынса алдан тикшереү үткәреүҙе тәьмин итә. Суд эшмәкәрлегендә билдәләнгән тәртипте һаҡлау — суд приставтары хеҙмәте эшендә мөһим йүнәлеш. Был йәһәттән приставтар суд процесында ҡатнашыусыларҙың именлеге өсөн яуап бирә. Һаҡлау функцияһынан тыш, хөкөмгә тарттырылыусыны, шаһиттарҙы һәм башҡаларҙы суд ултырыштарына, бурыслыларҙы суд приставы-башҡарыусыға һәм тәүтикшереүсегә мәжбүри рәүештә килтереүҙе ойоштороу ҙа йөкмәтелеүе ихтимал. Хеҙмәтебеҙ суд ҡарарҙарын үтәп, хөкөм сығарыу эшенең һуңғы стадияһын тормошҡа ашыра, суд системаһын һәм тотош Рәсәй дәүләтселеген нығыта.
Беҙҙең хеҙмәткә килергә ниәтләгән кеше сайтыбыҙға инеп, резюме ҡалдыра ала. Интернеттағы адресыбыҙ: www.r02.fssprus.ru. Шуны билдәләп үтәйек: быйыл Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә эшләгән идаралыҡтарҙа ҡыҫҡартыу булды. Ошо иҫәпкә республика идаралығына тағы ла йөҙҙән ашыу кешене эшкә алыу мөмкинлеге бар. Теләүселәр булһа, мөрәжәғәт итһендәр.
— Халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт еткереү өсөн хеҙмәтегеҙ тарафынан ҙур тырышлыҡ һалына. Был саралар үҙ һөҙөмтәһен бирәме? Бурыстарын түләүгә халыҡ яуаплы ҡараймы?
— Дөрөҫ әйттегеҙ, халыҡтың 40 проценты самаһы беҙҙең хеҙмәт эшмәкәрлеге менән гәзит-журналдар, телевидение аша таныша. Шуға ла киң мәғлүмәт саралары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Яуаплылыҡҡа килгәндә, халыҡтың күпселеге бурыс ҡайтарыуҙы һуҙмаҫҡа, банктар менән ваҡытында иҫәпләшергә тырыша. Ләкин башҡарыу эштәренең күп булыуына ҡарағанда, хәл итәһе мәсьәләләр бар әле.
— Рәсәй биләмәһендә законһыҙ йәшәгән мигранттарҙы тыуған яғына оҙатыу тураһында матбуғат саралары йыш яҙа. Күптәр, моғайын, был эште суд приставтары башҡарғанын белмәйҙер.
— Эйе. Йыл башынан беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарафынан 300-гә яҡын сит ил гражданы тыуған яғына оҙатылды. Уларҙың күпселеге — Үзбәкстандан. Бынан тыш, миграция закондарын Тажикстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Азербайжан, Төркмәнстан, Әрмәнстандан килеүселәр йыш боҙа. Быйыл хатта Сенегал һәм Камерун граждандарын да тыуған яғына оҙаттыҡ. Әле махсус изоляторҙа 70-тән ашыу кеше тотола. Улар ҙа үҙ иленә юлланасаҡ.
— Идаралыҡтың “ышаныс телефоны” булдырылыуға дүрт йылдан ашыу ваҡыт үткән. Ул эшегеҙҙә ярҙам итәме?
— Әлбиттә, ыңғай һөҙөмтә бар. Мөрәжәғәттәр махсус журналда теркәлеп бара. Һәр ҡайһыһы тикшерелә, уны тиҙ арала хәл итеү юлдары күрелә. Шуны билдәләгем килә: был телефон граждандарға мәғлүмәт биреү өсөн кәрәкле бәйләнеш кенә түгел, суд приставтары араһында ришүәтселекте асыҡлау өсөн һәйбәт алым да. Кеше бындай кире күренештәр тураһында әйтеп бармай, хоҡуҡ һаҡлау органдарына ла мөрәжәғәт итмәй. Телефонға шылтыратҡандар иһә аноним рәүештә мәғлүмәт ҡалдыра ала, ул мотлаҡ тикшереләсәк, быға шикләнмәгеҙ. (347) 273-53-82 телефоны тәүлек әйләнәһенә эшләй, шәхси мәғлүмәт таратылмай.
— Хеҙмәттең сайты бик уңайлы. Ҡыҙыҡһындырған һәр мәғлүмәтте табып танышырға була. Борсоған һорауыңды ҡалдырып, яуап алыу ҙа яйлы. Шулай уҡ “Башҡарыу эштәре банкы” мәғлүмәттәре менән дә танышырға мөмкин.
— Ысынлап та, сайтыбыҙҙағы был бүлек халыҡта ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Унда исем-шәрифегеҙҙе яҙып, бурыс күләмен белергә, һуңынан әҙер квитанцияны принтерҙа баҫтырып алырға йәки шунда уҡ электрон янсыҡ ярҙамында тейешле аҡсаны түләргә була. Быйыл 11 меңдән ашыу кеше ошо ысулды файҙаланған. Ә банк мәғлүмәттәре менән танышыу өсөн сайтҡа аҙнаһына өс мең тирәһе кеше инеп сыға. Бынан тыш, туғандарығыҙҙың, таныштарығыҙҙың бурыстары тураһында ла мәғлүмәтте тикшерә алаһығыҙ.
— Сайтта шуға иғтибар иттем: ҙур күләмдә бурысы булғандарҙы “Иғтибар, эҙләйбеҙ!” тигән рубрикала фотоһы, исем-шәрифе менән күрергә мөмкин. Был алым һөҙөмтә бирәме?
— Күп осраҡта исемлеккә “кәкүк атайҙар” инә. Һуңғы алты ай эсендә алимент түләтеү өсөн башҡарыу эштәре буйынса бурысы булған ике мең самаһы кешегә ҡарата Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексындағы 157-се статьяға ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был мәсьәләгә арнап “Башҡортостан” гәзитендә тура бәйләнеш тә үткәргәйнек. Ысынлап та, әлеге тема көнүҙәклеген юғалтмай, сөнки үҙ балаһына аҡса түләүҙән баш тартҡан атайҙар арта. Был — йәмғиәтебеҙ өсөн ҙур проблема.
— Судьяларҙың, судта ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген һаҡлау — приставтар иңенә ятҡан бурыс, тип әйтеп киткәйнек. Үҙенә күрә хәүефле лә ул эш, сөнки суд алдынан кешеләрҙе тикшергән ваҡытта төрлө хәлдәр булғанлығын ишетеп беләбеҙ.
— Йыл башынан граждандарҙың суд залына ярамаған әйберҙәр индерергә маташыуының алты мең осрағы теркәлде. Был исемлектә төрлө ҡорал, электр шокерҙары ла бар. Миҫал өсөн Нефтекама ҡалаһында булған хәлде телгә алып китәйек. Бында бер ир суд залына көслө наркотик тултырылған шприц алып инергә маташҡан. Баш ҡалала Башҡортостандың Арбитраж суды бинаһына пулемет патронын алып инергә йыйынған бер ир тотолған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай осраҡтар булып тора.
— Суд ҡарарҙарын үтәмәгән Рәсәй граждандарының сит илгә сығыу хоҡуғын сикләү тәжрибәһе киң ҡулланыла. Республикала нисә кешегә ҡарата был сара ҡулланылды?
— Быйыл Рәсәйҙән ситкә сығыу хоҡуғын ваҡытлыса сикләү тураһында ике меңдән ашыу ҡарар сығарылған, шуларҙың 700-гә яҡыны ваҡытында алимент түләмәүгә бәйле.
— Көҙ башында Өфөлә Суд приставтары федераль хеҙмәте директоры — Рәсәйҙең баш суд приставы Артур Парфенчиков ҡатнашлығында ведомство вәкилдәренең семинар-кәңәшмәһе үтте. Өфөнө һайлауҙары юҡҡа түгелдер. Был сарала ниндәй мәсьәләләр тикшерелде?
— Форумда Суд приставтары федераль хеҙмәте һәм уның территориаль органдары эшмәкәрлегенең хоҡуҡи тәьминәте, уны ойоштороу, суд приставтары хеҙмәте мәнфәғәттәрен судта яҡлау мәсьәләләре ҡаралды. Кәңәшмәлә Башҡортостандың Арбитраж һәм Юғары суд рәйестәре, ғалимдар ҡатнашты. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлеге, суд процесы ваҡытында приставтарҙы һәм суд хеҙмәткәрҙәрен хоҡуҡи яҡлау, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы нигеҙләү һәм башҡа мөһим мәсьәләләр тикшерелде. Рәсәйҙең Суд приставтары федераль хеҙмәте етәкселеге республикала хоҡуҡи эш юғары кимәлдә ойошторолған тип һанай.
Һуңғы йылдарҙа республикала приставтар эшенә дәғүә белдереп судҡа мөрәжәғәт итеүселәр ҡырҡа кәмегән, был — эштең сифатын билдәләгән аныҡ күрһәткес. Шуға ла Башҡортостан идаралығының эше менән яҡындан танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында әлеге мәртәбәле сара быйыл Өфөлә үтте.
— Кәңәшмәлә Октябрьский ҡалаһында эшләүсе Виктория Иванова Рәсәйҙең баш суд приставы Артур Парфенчиковтың ҡулынан награда ла алғайны...
— Виктория Иванова быйыл йәй һыуға батып барған 19 йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡарған. Ҡыҙ быуаны йөҙөп сығырға ниәтләгән, ләкин көсөн баһаламаған. Виктория иҫтән яҙған ҡыҙҙы ярға һөйрәп сығарып, беренсе ярҙам күрһәткән, “Ашығыс ярҙам” машинаһын саҡырып, дауаханаға оҙатҡан. Әйткәндәй, Виктория Иванова — билбаулы көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат, ике бала әсәһе. Артур Парфенчиков уның батырлығын юғары баһаланы һәм ведомствоның абруйын ошо ҡыйыу ҡатын кеүек хеҙмәткәрҙәр күтәреүен билдәләне. Мин дә беҙҙең хеҙмәттә ошондай сая кешеләр эшләүе менән ғорурланам.
— Беҙҙең әңгәмә яйлап ҡына спорт темаһына төшөп китте. Республика ведомствоһында бөгөн ике меңгә яҡын кеше хеҙмәт итә. Уларҙың күбеһе — 30 йәшкә тиклемгеләр. Моғайын, шуғалыр ҙа хеҙмәттең спорт өлкәһендәге уңыштары маҡтанырлыҡ.
— Суд приставы физик яҡтан да ныҡ, көслө булырға тейеш. Сентябрҙә йыйылма командабыҙ Мәскәү өлкәһендә Суд приставтары федераль хеҙмәтенең территориаль органдары араһында үткән М.И. Рысинов исемендәге спартакиадала ҡатнашты. Ярыштар спорттың дүрт төрө буйынса үткәрелә. Октябрьский ҡалаһынан Инна Наумова, Федоровка районынан Анатолий Барышников был сарала уңышлы сығыш яһаны.
Республиканың суд приставтары араһында ла спорт ярыштарын йыш үткәрәбеҙ. Яңыраҡ гер күтәреү буйынса бәйге үтте. Унда Баймаҡтан Ғәфүр Рахманғолов, Өфөнөң Киров районынан Айнур Ишбулдин, Благовещендан Илшат Гәрәев, Туймазынан Алексей Григорьев, Альберт Хәсәншиндар призлы урын яуланы. Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Хеҙмәткәрҙәрҙең спорт менән шөғөлләнеүен хуплайбыҙ һәм бының өсөн шарттар булдырырға тырышабыҙ.
— Бынан бер нисә йыл элек яңы бинаға күскәйнегеҙ. Әле фойелағы музей экспонаттары менән таныштым. Шул ғына арала был тиклем материалды нисек туплап өлгөрҙөгөҙ?
— Ил төкөрһә, күл була, тиҙәр бит. Хеҙмәтебеҙҙең музейын булдырыу тураһында күптән хыяллана инек. Яңы бина киң мөмкинлектәр асты. Һәр хеҙмәттәге кеүек, беҙ ҙә олпат ағай-апайҙарыбыҙҙың тәжрибәһенә, аҡылына таянып эшләйбеҙ, улар беҙгә ныҡлы нигеҙ ҡалдырған. Музей тураһында ишетеү менән ветерандарыбыҙ эшкә әүҙем тотондо. Иң тәүҙә билдәле филателист беҙҙең хеҙмәтебеҙгә нигеҙ һалған Александр II батшаға арналған маркалар бүләк итте. Музейҙағы иң ҡиммәтле экспонат — 1892 йылда Өфө Мировой съезының суд приставы А.Н. Якимов яҙған “Полиция һәм мәжбүри үтәтеүселәр вазифаларын башҡарыусы суд приставтары өсөн ғәмәли дәреслек” китабы. Бында Башҡортостан тарихына ҡағылған ҡыҙыҡлы факттар бар. Ошо дәүерҙә эшләгән суд приставтары тураһында һөйләгән берҙән-бер баҫма булыуы менән ҡәҙерле ул илдә. Шулай уҡ экспозицияла беҙҙең абруйлы ветерандар Зөһрә Фәйрушина, Миңлеямал Үтәкәева, Анна Адаричева, Таисия Быкова тураһында әйтеп үтелгән. Улар әле лә сафта, һәр сарала ҡатнаша, тәжрибә уртаҡлаша. Беҙҙең хеҙмәт ошондай кешеләр менән көслө лә инде.
— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һөнәри байрамығыҙ менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ.
Лилиә НУРЕТДИНОВА әңгәмәләште.