Фестивалдә ҡатнашығыҙ!

31-10-2012, 01:40 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Ҡала мөхите” VIII социаль реклама фестиваленә эштәр ҡабул ителә. Сара социаль реклама тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртергә, киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итергә этәргес бирә тип ышанған ижади кешеләрҙе бергә йыясаҡ.

Быйыл фестивалдең маҡсаты — реклама өлкәһендә профессионал булмаған, әммә әүҙем, үҙендә ижади көс-ҡеүәт тойған, социаль мәсьәләләр хаҡында фекерен белдерергә теләгән кешеләрҙе күпләп йәлеп итеү. Тап шуға күрә “Һин дә ҡушыл!” тигән һүҙҙәр һигеҙенсе фестивалдең девизына әүерелде.
“Ҡала мөхите”нә реклама һәм PR өлкәһендәге күренекле белгестәр саҡырыла. Улар ижади йәштәргә һөнәри оҫталыҡ серен асасаҡ. Шулай уҡ фестивалдең дөйөм идеяһын сағылдырған төрлө ижади майҙансыҡтар эшләйәсәк. Социаль рекламаның танылған оҫталары Галина Вельская, Гюзелла Николайшвили, Карин Клеман, Римма Погодина, Владимир Вайнер, Георгий Молодцов, Евгений Никонов, Сергей Долгов жюри ағзалары буласаҡ.
“Рәсәйҙең ун ике төбәгендә социаль реклама өлкәһендәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалар эшенең һөҙөмтәлелеген арттырыу” проектын тормошҡа ашырыуға Хөкүмәт грантын алған Мәскәүҙең “Социаль реклама лабораторияһы” йыйынды үткәреүгә әүҙем ярҙам күрһәтәсәк. 23 ноябрҙә Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының тура эфирында ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһын ҡарай алаһығыҙ.
Эштәр 9 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Сара хаҡында мәғлүмәттәр менән gorsreda.ru сайтында ентеклерәк танышырға мөмкин.
Фестивалде ойоштороу комитеты.