Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кеше ғүмере өсөн кем яуаплы?
Кеше ғүмере өсөн кем яуаплы?“Башҡортостан” гәзите редакцияһына.

Яңы күпер урамындағы 20-се һанлы ике ҡатлы баракта торабыҙ. Беҙҙән ике метр алыҫлыҡта "21-се трест" төҙөлөш компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән "Регионснаб" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ер аҫты туҡталҡаһы булған күп ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөй.
Шул арҡала беҙ йәшәгән йорт емерелеү хәлендә, унда йәшәү хәүефле! Киң ҡолас алған төҙөлөш XIX быуатта уҡ һалынған баракты тағы ла нығыраҡ эшлектән сығарҙы.
Эш өс сменала бара, йәғни тәүлек әйләнәһенә туҡтамай: тракторҙар дырылдай,"КамАЗ"дар ҡом, ваҡ таш алып килә лә гөрһөлдәтеп ауҙара. Көндөҙ генә түгел, төндә лә барлыҡ техника тәҙрә төптәрендә йөрөй, сигнал бирә, фарҙарының яҡтыһы бүлмәләргә төшә. Машиналарҙан сыҡҡан газ еҫе тын алғыһыҙ булып өйгә тула. Шау-шыу, музыка, һүгенеү тауыштары ололарға ла, балаларға ла йоҡларға ирек бирмәй.

Түбә менән стеналарҙан штукатур ҡойола, сатнаған урындар күренә башланы, ишек һәм тәҙрә рамдары һиҙелерлек ҡыйшайҙы. Беҙҙә йәйге айҙарҙа ла һыуыҡ, сөнки Кеше ғүмере өсөн кем яуаплы?ярыҡтарҙан ел уйнай, шунлыҡтан балалар һалҡын үткәреп йыш ауырый. Ҡыш торбалар туңып шартлай, аҙналар буйы һыуһыҙ йәшәйбеҙ. Сым үткәргестәр иҫкергәнгә күрә, электр энергияһынан кәрәгенсә файҙалана алмайбыҙ.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең 2005 йылдың 17 июнендәге ҡарарына ярашлы, Яңы күпер урамындағы 20-се йортта йәшәүселәр яңы йортҡа күсерелергә тейеш. Ләкин "21-се трест" төҙөлөш компанияһы менән "Регионснаб" йәмғиәте баракты емереү һәм яңы фатирҙар юллау буйынса бер ниндәй ҙә сара күрмәй. Киреһенсә, баракта тороусылар тәҡдим ителгән торлаҡтан баш тарта, тип уйҙырма яҙыу менән шөғөлләнәләр. Йәмғиәттәрҙең етәкселәре йортта йәшәүселәр менән аралашыуҙан баш тарта, икенсе торлаҡ биреү ваҡытын аныҡ ҡына әйтмәй, хаттарҙы яуапһыҙ ҡалдыра.
Ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙә ярҙам һорайбыҙ.

Шәриповтар, Ғилвановтар, Панкрушиндар, Атнабаевтар, Нагаевтар, Логиновтар, Ҡаһармановтар, Вәлиевтәр, Бишевтар".

Ат аҙбарымы, келәтме...

Кеше ғүмере өсөн кем яуаплы?Хатта һүрәтләнгән баракты Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы аръяғында эҙләп таптыҡ. Әйткәндәй, йорт-музей XIX быуаттың архитектура ҡомартҡыһы һанала. Унда тәүҙә генерал-майор Капитолий Парфёнович Слотов йәшәгән. "Һеҙ әйткән баракты йорт хужаһы ат аҙбарымы, келәтме итеп һалдырған, икенсе ҡаты һуңғараҡ барлыҡҡа килгән. Бында элек тәрән йырын булған, шуға күрә йорттарҙы төҙөр алдынан күп итеп ҡом алып килеп түккәндәр", — тине беҙгә музей хеҙмәткәрҙәре.
Унан-бынан ҡоршалған, нигеҙ таштары ыуалып бөткән 20-се йорт беҙҙе яңылыш түрә-ғара араһына барып сыҡҡан һәм оялышынан ни эшләргә белмәйенсә шоҡорайып баҫып торған байғош хәлендә ҡаршы алды. Ҡыйығындағы оҙон боҙбармаҡтарҙан күренеүенсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре бында күптән аяҡ баҫмаған. Бәлки, емерелергә торған йортҡа инергә ҡурҡаларҙыр. Уның ҡарауы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн ҡайырып түләтәләр. Мәҫәлән, икенсе ҡатта йәшәүсе ике балалы Ҡаһармановтарҙың фатирының майҙаны — 30 квадрат метр, һуңғы айҙарҙа килгән квитанцияларҙағы сумма 2 мең һумдан ашҡан.
— Күп итеп түләткәнгә күрә, исмаһам, электр энергияһы менән һыу мәсьәләһен хәл итһендәр ине. Беҙҙә бер кеше кер йыуа башлаһа, ҡалғандар үҙенең машинаһын ҡабыҙмай, көтөп тора, сөнки шунда уҡ ут һүнә. Крандан һыу яй аға, кемдәргәлер һыу бөтөнләй барып етмәй, — ти йортта ун йылға яҡын көн иткән Нурия Ахунйәнова. — Майлы ҡалъя һорамайбыҙ. Бүлмәләребеҙ ҙурлығындай мөйөш бирһәләр ҙә ризабыҙ. Кешесә йәшәрлек шарттары ғына булһын.
— Тыуғандан алып ошо баракта торам, — ти 38 йәшлек Азат Атнабаев. — Ул йылдан-йыл тиҙерәк сереп иҫкерә, стена һәм түбәләрҙә ярыҡтар күбәйә. Ямауҙың Кеше ғүмере өсөн кем яуаплы?фәтүәһе юҡ.
Беренсе ҡаттағы фатирҙа йәш бала күтәргән ҡатын ҡаршы алды.
— Фатирыбыҙ бигерәк һыуыҡ, — ти Люциә Шаморатова. — Иҙәнгә ике ҡат балаҫ йәйһәк тә йылыһы юҡ. Стена, түбә һәм иҙән тишек-тошоҡ, сөнки өй урынында тормай, яйлап ҡына ауыша. Төҙөлөш майҙанында ҙур техника эш башлаһа, хатта люстралар зыңлай.

Билдәһеҙлектә үткән тереклек

Элек был урамда ошондай иҫке ағас йорттар күп булған. 2000 йылдар башында төҙөлөш компаниялары эш башлағас, барыһы ла һүтелгән, хужаларына фатир бирелгән. 20-се йортҡа ғына сират һаман етмәй. Көнкүреш шарттарын яҡшыртыуҙа ярҙам эҙләп, эргә-тирәләге төҙөлөштөң, һис юғында, төндә булһа ла туҡтатылып тороуын һорап, 2007 йылдан алып Өфө ҡалаһы хакимиәтенә, Экологик, технологик һәм атом күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығына хат менән мөрәжәғәт итәләр, әммә яуаптар баракта көн итеүселәрҙе ҡәнәғәтләндерерлек түгел.
"..."21-се трест" төҙөлөш компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһенә торлаҡ йортта йәшәүселәрҙе күсергәнгә тиклем төндә төҙөлөш эштәрен туҡтатыу, Яңы күпер урамындағы 20-се йортта йәшәүселәрҙе күсерер өсөн фатирҙар һайлауҙы тиҙләтеү, йортто һүтеү графигын тапшырыу тураһында хат ебәрелде", тиелә Өфө ҡалаһы хакимиәтенән 2007 йылдың 31 майында килгән яуапта.
2008 йылдың 20 майында Башҡортостан Дәүләт торлаҡ инспекцияһының яуабында иһә шундай юлдар бар: "...Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының 2005 йылдың 17 июнендәге 2810-сы ҡарарына ярашлы, Яңы күпер урамындағы 20-се йорт иҫкергәнгә һәм яңы квартал төҙөлгәнгә күрә, йортта йәшәүселәр күсерелергә тейеш". Ете йыл элек үк һүтелергә тейешле йортта кешеләр һаман ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып көн итергә мәжбүр. Һигеҙ баланың шөҡәтһеҙ мөхиттә үҫеүе икеләтә ҡыҙғаныс.
— Күршеләге яңы йорттоң уйын майҙансығы барлыҡҡа килгәс, балаларыбыҙ шунда барып әүһәләктә эйеп, һырғалаҡта шыуып ҡыуанды. Шатлыҡтары оҙаҡҡа барманы — ишекте йоҙаҡлап ҡуйҙылар, — тип көйөнә ата-әсәләр, тимер ҡойма менән уратылған ихата яғына ҡарап.
Төҙөлөш уртаһында ҡалған кескәйҙәргә хәҙер уйын майҙансығын барак тәҙрәһенән күҙәтеүҙән башҡа сара юҡ.
Фатир хужалары 2009, 2011, 2012 йылдарҙа ла ҡала хакимиәтенә хат яҙған. Яуаптар бер иш: йортто һүтеү һәм кешеләрҙе күсереү шул урынды үҙләштергән төҙөлөш компанияһы иҫәбенә башҡарылырға тейеш, шуға күрә ваҡытын аныҡ итеп әйтеүе ҡыйын.
"Башҡортостан" гәзите редакцияһы алып барған һөйләшеүҙәрҙән беленеүенсә, төҙөлөш компаниялары ла үҙҙәренән себен осора. XIX быуатта төҙөлгән йорттағы кешеләрҙең, һигеҙ баланың ғүмере өсөн кем яуаплы һуң: барак хужаларының тыныслығын боҙған һәм йорттоң нығыраҡ ҡаҡшауына булышлыҡ иткән компаниялармы, әллә ҡала власымы?
Ғөмүмән, ҡала хакимиәте менән төҙөүселәргә үҙ-ара уртаҡ фекергә килеп, аныҡ ҡарар сығарырға ваҡыт, сөнки ябай халыҡтың сабырлығы сикһеҙ булһа ла, ике йөҙ йыллыҡ йорттоң түҙемлеге оҙаҡламай бөтөр төҫлө. Быға инаныр өсөн фотоһүрәттәргә күҙ һалыу ҙа етә.

Андрей РАЗБЕЖКИН, "Регионснаб" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бүлек начальнигы:
— Йортто һүтергә ҡушһалар, һүтербеҙ, әлбиттә. Кешеләрҙе күсереүҙе, моғайын, ҡала хакимиәте хәстәрләр. Бының ҡасан хәл ителерен аныҡ ҡына әйтә алмайым.
Әнғәм НУРМӨХӘМӘТОВ, "Өфө ҡалаһы Киров районының торлаҡ хужалығы идаралығы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры:
— Эргә-тирәһендә йорттар төҙөлә башлағас, ергә күп итеп свай ҡағылды. Был эҙһеҙ үтмәне — барактың нигеҙе ҡаҡшаны, стеналары сатнаны. Бер нисә йыл элек район хакимиәтендә иҫке йортто һүтеү һәм кешеләрен күсереү буйынса кәңәшмә лә үткәрҙек, сөнки 2005 йылда ҡала хакимиәте башлығы шул хаҡтағы ҡарарға ҡул ҡуйған. Кешеләр, бәлки, бер-ике йылдан күсерелер. Йорт әлегә йәшәрлек, йылытыла.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләй йөрөй....

Тотош уҡырға 17

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 18

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 48

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 27

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 37

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 43

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 63

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 44

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 36

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 58

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 83

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын!

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын! 18.02.2019 // Йәмғиәт

13 – 15 февралдә Италияның Рим ҡалаһында ҡортсолоҡ буйынса халыҡ-ара симпозиум үтте....

Тотош уҡырға 58