Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тик ултыра белмәй
Йәй буйы өләсәйемдә ҡунаҡта булыу бик рәхәт ине, тик каникул аҙағына яҡынлашты, ҡайтыр юлға әҙерләнәм. Сумкаларым күстәнәстән бүлтәйгән. Ваҡыт тигәнең туҡтатырға тырышҡан һайын шәберәк саба. Өй эсендәге бар нәмә, һине ҡайтарырға теләмәгәндәй, яныңда өйрөлгән кеүек. Бары тик бер кеше, тулҡынланыуҙан быуындары бушап, әйтер теләктәрен барлап, эскәмйәлә тын ҡалған. Тубығына һалған төйөнсөгөн бармаҡтары менән ҡыҫҡылай. Өләсәйем! Өләсәйем бит ул! Ә төйөнсөктә – икмәк! Шундайын да ҙур төйөнсөктө баҫып тултырылған сумканың ҡайһы еренә генә һалырмын инде, тип рәнйетә күрмә үҙен…
Өләсәйем Сәкинә Солтанәхмәт ҡыҙы Латипова 1941 йылда Баймаҡ районының Иҙрис ауылында донъяға килә. Яҙмыш уны иркәләтмәй – бәләкәй көйө генә әсәйһеҙ ҡала. Ебәк яулыҡ, мамыҡ шәл, затлы тундар ғына һалып йөрөрлөк нескә иңдәрәнә бала саҡтан ауыр эш ябырыла. Тик һыр бирергә хаҡы юҡ, сөнки ул – баш бала. Кесе туғандары унан өлгө ала. Инде үҙенең алты балаһы үҫеп етеп, ейән-ейәнсәрҙәре, килен-кейәүҙәре ҡурсыуында наҙланып ҡына йәшәргә хаҡы булһа ла, өләсәйем һаман “ҡолонсаҡтар”ын хәстәрләүҙән ләззәт таба.Ҡусты-һеңлеләренә генә түгел, хәҙер балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, килен-кейәүҙәренә өлгө!
“Беҙ һине тыңлайбыҙ ҙа инде, ниңә һин беҙҙе тыңламайһың? Ултыр, ял ит, үҙебеҙ эшләйбеҙ! “ – тип үпкә белдереп алһаң, бер ни ваҡытҡа ғына туҡтап тора ла кире сыҙамай тороп китә. Бер нәмәгә лә бирешмәй йүгереп йөрөгән өләсәйемә 71 йәш тип әйтерлек тә түгел. Төҙ, оҙон кәүҙәле, алсаҡ йөҙлө һөймәлекле кеше ул.
“Заманалар ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, бәхетле йәшәр өсөн иң кәрәкле сифат – татыулыҡ. Бер-берегеҙҙе яҡлап, һаҡлап ҡына йөрөгөҙ. Татыу икәнегеҙҙе белһәләр, башҡалар һеҙҙе ҡыйырһыта алмаҫ. Кеше һәр ваҡыт һөйөшөп-көлөшөп кенә йәшәй алмай, тормошта рәхәте лә, михнәте лә була. Ауырлыҡтарға бирешмәҫкә кәрәк. Сабырлыҡ төбө – һары алтын ”, – тип өйрәтә ҡәҙерлебеҙ.
Шөкөр итә белеү – иманлылыҡ билдәһе. Барына риза булып, яҡшыға өмөт итеп йәшәй өләсәйем. Баҡҡан донъяһы, тир түгеп ҡараған баҡсаһы, яратып көткән ҡош-ҡорто, күңел нурын биреп үҫтергән балалары – үҙе бер ҡыуаныс. Шуларҙы бағыуҙан күңел тыныслығы, йән рәхәте таба.
Гөлиә ХӘЛИТОВА.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Гулира
    Гулира от 02.01.2013, 13:21
    бик якшы инша))

  2. гузалия
    гузалия от 02.01.2013, 13:26
    хайбат инша

  3. Дилара
    Дилара от 02.01.2013, 13:37
    инша окшаны, бик матур, бай телда язылган, автор узенен уй-кисерештарен тулыхынса асып бира алган тиган фекерзамен.

  4. Гузель
    Гузель от 02.01.2013, 13:44
    бик матур)))ысын кунелдан язылган

  5. гарей
    гарей от 02.01.2013, 17:07
    бик матур эстәлекле инша бер кемде лә битараф калдырмагандыр тип уйлайым

  6. Гульназ
    Гульназ от 02.01.2013, 17:17
    бик якшы инша!афарин Гулия!

    якшы инша,эсталекле

  7. Рамзил
    Рамзил от 02.01.2013, 17:25
    инша миңә оҡшаны, smile йөкмәткеле, аңлайышлы, мәғнәле, дөйөм алғанда маҡтауға лайыҡ! Еңеү теләем был конкурста!

  8. Гуля
    Гуля от 02.01.2013, 19:25
    бик матур инша язганын))афарин!!))

  9. искандар
    искандар от 02.01.2013, 20:43
    афарин!!! матур эстәлекле инша!

    бик әһәмиәтле итеп яҙылған!

    класс, мина окшай

  10. Алина
    Алина от 03.01.2013, 13:29
    матур инша))

  11. Ильдус
    Ильдус от 03.01.2013, 13:47
    Шәп яҙылғанһың... уңыштар!

  12. Валима
    Валима от 03.01.2013, 20:05
    якшы инша!)

    инша окшаны)якшы язылган)

  13. Радмир
    Радмир от 03.01.2013, 20:16
    инша матур язылган. окшаны.

  14. Лилия
    Лилия от 04.01.2013, 10:47
    ооо, класс)))) smile

  15. Гульнара
    Гульнара от 04.01.2013, 16:05
    миңә оҡшай. иншағыҙы уҡып үҙ бала сағымды иҫләп алдым!
    киләсәгегеҙҙә уңштар теләем!

    Ҡалай матур яҙғанһың минең өләсәем тураһында! Классно апайка...

  16. Юлия
    Юлия от 04.01.2013, 21:39
    Гөлиә, иншаң бик матур килеп сыҡҡан!Афарин!

  17. Адель
    Адель от 05.01.2013, 18:18
    миңә оҡшай))) мин былай яҙа алмаҫ инем!

  18. РУСТАМ
    РУСТАМ от 06.01.2013, 12:01
    по моему отличное сочинения smile

  19. Лиана
    Лиана от 06.01.2013, 14:06
    молодец Гулия!бик матур, йокматкеле, ысын кунелдан язылган инша!оласайенде нык яратыуын хам уны хормат итеуен куренеп тора!был иншаны газетала бастырып сыгархала хата булмас тип уйлайым!Ижади уныштар хине!!!

  20. Гөлиә
    Гөлиә от 06.01.2013, 18:17
    Рәхмәт бөтәгеҙҙгәлә! wink

    Ис киткес шэп! fellow

  21. Нур
    Нур от 07.01.2013, 15:49
    супер! мне оҡшай wink

  22. Гульфира
    Гульфира от 08.01.2013, 14:25
    шап Афарин! Оласайен тураһында матур итеп тасуирлап язганһын.

  23. Альберт
    Альберт от 09.01.2013, 07:39
    матур язганхын, мина окшай laughing

  24. Резеда
    Резеда от 09.01.2013, 11:48
    Афарин Гулия! Бик эсталекле, якшы инша! Мина бик окшаны, уныштар хина:*


  25. алия
    алия от 09.01.2013, 17:02
    молодец сестренка!!!это лучшее сочинение!!!!

    молодец!бик матур инша язганхын!мактауга лайык!АФАРИН!!!!!!

  26. Артур
    Артур от 10.01.2013, 09:39
    инша окшаны, бик матур

  27. Ильшат агай
    Ильшат агай от 10.01.2013, 12:05
    огось сестренка=)ты молодец!очень хорошее сочинение))))

  28. Зильфат
    Зильфат от 11.01.2013, 09:46
    Өҫтә әйтелгәндәргә ҡушылам laughing

  29. Рушан
    Рушан от 11.01.2013, 10:17
    бик матур язылган инша!Молодец!!!

  30. альфир
    альфир от 12.01.2013, 10:25
    супер сочинение,ты молодец!БРАВООООО!!!!






Бәхәс  (Юмореска)

Бәхәс (Юмореска) 20.02.2019 // Йәмғиәт

– Шунан нисек, мине нимә тиҙәр? Ике аҙналап “егет” булып йөрөгән Хәйрүштең бөгөн эшкә килгәс тәүге...

Тотош уҡырға 0

“Ял итеүе күңелле, ә өйҙә рәхәт!”

“Ял итеүе күңелле, ә өйҙә рәхәт!” 20.02.2019 // Йәмғиәт

Тап шундай уйҙар менән ҡайтты Ишембай районында ял иткән Сибай балалары....

Тотош уҡырға 24

Вилдан менән иптәштәре диңгеҙҙә ял итәсәк

Вилдан менән иптәштәре диңгеҙҙә ял итәсәк 20.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн иртән Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡырым Республикаһы шифаханаларында ял итеү өсөн Магнитогорск...

Тотош уҡырға 33

Бөрөнө һәм Күмертауҙы уҙҙылар

Бөрөнө һәм Күмертауҙы уҙҙылар 20.02.2019 // Йәмғиәт

Иглин районы халҡы быйыл 1 ғинуарға 64 796 кешене тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса улар бер йыл...

Тотош уҡырға 26

Иң яҡшы ер белгестәре... ҡалала!

Иң яҡшы ер белгестәре... ҡалала! 20.02.2019 // Йәмғиәт

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы “2018 йылда Башҡортостанда иң яҡшы муниципаль ер...

Тотош уҡырға 16

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 113

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 80

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 71

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 83

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 52

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 43

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 95