Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәрәп телендә китаптар уҡый
Ғәрәп телендә китаптар уҡыйӨләсәйем Дағиә Хәфиз ҡыҙы Ғизәтуллина – герой-әсә, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй. Ул 1929 йылда Бөрйән районының Аҫҡар ауылында ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килгән. Өләсәйемдең атаһы Хафиз Әһлиулла улы, һуғыш яланында хәбәрһеҙ юғалып ҡала, шуға күрә, ғаиләлә иң оло бала булараҡ, тормоштоң бөтә ауырлыҡтарын бик иртә татый башлай.
Зифа буйлы, бейек кәүҙәле, аҡыллы, етди ҡарашлы булғанғамылыр, йәштәштәренән күпкә олораҡ күренә. Шуға ла уны Янһары, Бикташ, Аралбай ауылдарына уҡытыусы итеп ебәрәләр. Шул осорҙа Баймаҡ районындағы Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә. Бер ауылдан өс ҡыҙ китәләр. Тик уҡыу йортон тамамларға насип булмай: ҡышҡы кейемдәрен алырға тип 110 километр алыҫлыҡтағы Темәстән йәйәү ҡайталар, ә кире барырға булғас, иптәш ҡыҙҙары уҡыуҙы дауам итә алмауҙары тураһында әйтә. Шул араны яңғыҙ йәйәү үтергә ҡурҡып, өләсәйем дә уҡырға бармай.
1948 йылда өләсәйем Аҫҡар ауылы егете – олатайым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәхмәт Ғибат улы Ғизәтуллинды осрата. 58 йыл бергә татыу ғүмер итте улар.
Үҙе училищены тамамлай алмағанға күрә, ҡәҙерлебеҙ балаларының уҡыуын беренсе урынға ҡуя: мәктәп йылдарында һәр ваҡыт дәрестәренә йөрөй, уҡытыусылар менән аралаша, ата-әсәләр комитеты етәксеһе бурысын ихлас башҡара, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе була. Тырышлығы бушҡа китмәй – һигеҙ балаһы ла юғары уҡыу йортон тамамлай. Альмира инәйем – ауыл хужалығы фәндәре докторы, Фәйрүзә инәйем – атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, Рифҡәт бабайым яңыраҡ Өфөләге юғары дини уҡыу йортон тамамлап, икенсе дипломын алып ҡайтты. Башҡалары ла тормошта үҙ урынын табып, төрлөһө төрлө яҡта тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә. Өләсәйемдең 21 ейән-ейәнсәре, 14 бүлә-бүләсәре бар. Үкенескә ҡаршы, олатайым ете йыл беҙҙең арала юҡ инде. Өләсәйем үҙендә был ауыр ҡайғыларға бөгөлөп төшмәҫлек көс тапты.
Һигеҙ балаһы һигеҙ яҡҡа осоп сығып киткәс, тынғыһыҙ, эшһөйәр өләсәйем “Ағиҙел” журналында ғәрәп телен өйрәтеүҙәре тураһында уҡый. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, журналдың һәр һанын көтөп алып, үҙ аллы сит телде үҙләштерә башлай һәм маҡсатына өлгәшә. Бөгөн ул ғәрәпсә яҙылған китаптарҙы еңел уҡый. Өләсәйемдең ихтыяр көсөнә һоҡланмаҫлыҡ түгел!
Ҡәҙерлебеҙ ҡул эштәренә лә оҫта. Балаларына бәлтәләренә тиклем үҙе тегеп кейҙергән. Тирүгә, балаҫ һуҡҡан, ойоҡбаш, бейәләй, шәл бәйләгән. Өләсәйемдең тирүгә менән балаҫтары һәр балаһында бар. Ул мине лә ойоҡбаш бәйләргә өйрәтте, ошондай һөнәрем булғанға ҡыуанам.
Өләсәй беҙҙе киноларҙағы кеүек әкиәт һөйләп, бишек йырын йырлап йоҡлатмаһа ла, киләсәгебеҙ мул, матур булһын өсөн тырышыуын беләбеҙ. Балаларыңа ошолай терәк, кәрәк булып, иҫәнлектә, именлектә йәшәүе ниндәй ҙур бәхет!
Әминә ДАУЫТОВА,
Иҫке Собханғол мәктәбенең Х класс уҡыусыһы.
Бөрйән районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. azamat
    azamat от 08.01.2013, 18:54
    Конкурста уңыштар теләйем!Инша бик шәп яҙылған!






Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 0

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 44

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 45

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 59

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 37

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 27

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 75

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус 19.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең “Тролза” троллейбус заводы Стәрлетамаҡта яңы төр электробусты һынай....

Тотош уҡырға 43

Ҡар һәм буран

Ҡар һәм буран 19.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә,...

Тотош уҡырға 44

Буран эште тотҡарлай

Буран эште тотҡарлай 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала февраль бурандары тынмай. Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда урамдарҙы...

Тотош уҡырға 41

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 53

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 91