Ҡотлайбыҙ!Әлшәй районының Никифар ауылында йәшәгән әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Лилиә Зәйнулла ҡыҙы Хисаева (Шәкүрова) ошо көндәрҙә 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Ҡәҙерлебеҙҙе ошо уңайҙан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уға ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡтар, беҙгә терәк-таяныс булып, балаларының изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ. Йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен, күңелең һәр ваҡыт йәш булһын!

Кәңәш, ярҙам кәрәк булған саҡта
Әлдә һин бар терәк булырлыҡ!
Ниндәй генә һүҙҙәр һайлаһаҡ та,
Тиң була алмаҫ кеүек үҙеңә.
Иҫән-һау, оҙон ғүмерле бул,
Һағыш ятмаһын бер ҙә йөҙөңә.
Йөрәктән сыҡҡан теләгебеҙ
Яҙ ҡояшы булһын көҙөңә.

Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Розалия, кейәүең Азамат, ейәндәрең Арыҫлан һәм Асҡар.