"Таҫма теллелек беҙгә хас"

29-12-2012, 02:07 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
"Таҫма теллелек беҙгә хас"Ерекле ауылының үҙәгендә ҡупшы ғына йорт бар. Алыҫтан уҡ иғтибарҙы йәлеп итеүсән. Тәү ҡарашҡа аяғында ныҡлы баҫып торған хәлле ғаиләнең өйөн хәтерләтә. Ләкин ул – магазин. Көндәлек тормошта, донъя көткәндә нимә кәрәк – тотош ауыл халҡы бында ашыға. Беҙ "Гөлназ" магазинының хужабикәһе, Йылан йылында тыуған Айгөл Исмәғилева менән һөйләштек.

– Гүзәл затта юхалыҡ сифаты өҫтөнлөк итә. Минең менән килешәһегеҙме?
– Бер көн ай булһам, иртәгәһенә ҡояшмын. Хәйер, ир ҡатыны, өй йылыһын һаҡлаусы хужабикә икәнһең, шунһыҙ ҙа булмайҙыр. Донъя көткәс, һауыт-һаба шылтырамай тормай. Ҡояш һүҙен юҡҡа ғына телгә алманым. Ысынлап та, юхалыҡ, таҫма теллелек һәр беребеҙгә хастыр ул. Ир-ат үҙенсә, ул аҡса табыусы, ғаиләне туйындырыусы. Ә һылап-һыйпап тороуға уның ваҡыты ҡалмай, көйләү-шымалау иһә беҙгә килешә, был йәһәттән маһирбыҙ.
– Эштән һуң ҡайтып барышлай бер ир дуҫын өйө янында осрата һәм, уң ҡулын өҫкә күтәреп, бармаҡтарын яртылаш бөгөп, нимәлер һорай. Тегеһе башын һелкә. Шулай итеп, ул юлын артабан дауам итә...
– Бисәләрҙең зәһәрлеге тураһында ниндәй генә көләмәс сығармағандар! Быны ла ишеткәнем бар. Йәнәһе, ҡысҡырып: "Кобраң өйҙәме?" – тип һораһа, ҡатыны ишетеүе ихтимал. Һүҙһеҙ аңлашалар былар. Улай уҡ яуыз түгелбеҙ ҙә инде. Ә бына ҡатын-ҡыҙ халҡының теле әселеген беләм. Белорет районындағы бер урынды халыҡ тиккә генә "Ҡәйнә теле" тимәгән.
– Йәне теләгән – йылан ите ашаған, тиҙәр. Һөйләшкәндән һуң ошоно һеҙгә ҡарата ла әйтә алам.
– Һәр кеше үҙенә ниндәй ҙә булһа маҡсат ҡуя, уны ғәмәлгә ашырырға ынтыла. Тормош иптәшем менән күпмелер ваҡыт Пермдә йәшәгәс, ҡалала фатирыбыҙ бар ине, аҙаҡ яҙмышыбыҙҙы ауыл тормошо менән бәйләргә ҡарар иттек. Илдар ошо ауылдыҡы, мин – Бурһыҡтан. Ауылды маҡтаһаң да, ҡалала йәшәйһең, тип кемдер аптыраны, хуплаусылар иһә иңдәргә ҡанат ҡуйҙы. Ереклелә магазин астыҡ, шөкөр, ижтиһад иткәс, эшебеҙ көйлө генә бара. Өҫтәүенә, йыл да мал үрсетеп һәм ҡаҙ бәпкәләре үҫтереп, һатыуға сығарабыҙ. Илле гектар ер алдыҡ – баҡсасылыҡҡа йәбешеп ятыуыбыҙ тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бынан тыш, ирем тауар ташыу менән дә шөғөлләнә. Ҡунаҡ саҡырһаҡ, һығылыр сиккә еткән өҫтәлдәге һыйға ымлап: "Аҡса түгел, ә баҡса емеше", – тип йыш ҡына шаяртам. Быларҙың барыһын да ни өсөн һөйләйем? Тырышһаң, күгәрсен һөтөн дә эсергә, йылан итен дә ашарға мөмкин.