Ҙур өмөттәр бағлайым

29-12-2012, 03:09 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Ҙур өмөттәр бағлайымБулат Абдрафиҡов, Сибай ҡала типографияһы директоры:

— Йылан йылында донъяға килеүемә ҡарамаҫтан, иң яратмағаным – йылан. Шуға күрә үҙемдә был йән эйәһенә хас сифаттар бар, тип әйтә алмайым. Оптимистмын, хеҙмәткәрҙәрем менән һәр саҡ уртаҡ тел табам. Үткән йыл бик уңышлы булды, типографияның 55 йыллыҡ юбилейын үткәрҙек, ремонт эшләттек, магазин астыҡ.
Яңы йылды, ғаилә байрамы булараҡ, өйҙә, яҡындарым менән ҡаршыларға тырышам. Байрам өҫтәлендә мотлаҡ мин яратҡан винегрет һәм үҙем әҙерләгән былау урын аласаҡ. Дуҫтарыма, яҡындарыма бүләктәр биреү ҙә матур йолаға әйләнгән.
Йылан йылына оло өмөттәр менән бағам. Иң мөһиме – илебеҙ тотороҡло, эшебеҙ уң булһын! Холҡомда йыланға хас һығылмалылыҡ юҡ, шуға күрә күп осраҡта ошо “йомшаҡ” яғым зыян да килтереп ҡуя. Яңы йыл барыһына ла изгелек һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерһен!