"Ауаз" мөғжизәһе — "Хыял"

29-12-2012, 03:10 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
"Ауаз" мөғжизәһе — "Хыял"Ниндәй генә канал, ниндәй генә тапшырыу юҡ бөгөн телеэфирҙа! Һәр кем, өйөнән сыҡмайынса, "йәшник" аша ғына донъялағы барса хәл-ваҡиға хаҡында хәбәрҙар.

Күптәр, мәҫәлән, "Рәсәй" телеканалының милли тапшырыуҙар редакцияһы алып барған "Ауаз" проектын һәр саҡ көтөп ала. Биш йыл элек барлыҡҡа килгән, тамашасыларҙы халыҡсанлығы, тормошсанлығы менән йәлеп иткән был тапшырыуҙың мауыҡтырғыс, тәрән йөкмәткеле булыуы уны әҙерләүсе һәм алып барыусы ижади төркөмдөң юғары һөнәри кимәле, үҙ эшенә мөкиббәнлеге хаҡында һөйләй. “Ауаз” геройҙары арабыҙҙа йәшәй һәм эшләй, маҡсатлы, тырыш, уңышлы улар. Күңелдәре, донъялары киң. Фарман көтмәйенсә, икеләнеп тормайынса, ерҙә ятып ҡалмаҫ изге эш ҡылалар.
Хәйер, был йәһәттән "Рәсәй" телеканалының милли тапшырыуҙар редакцияһы коллективының хеҙмәте даими тамашасыларына ғына түгел, һәммәбеҙгә өлгө булырлыҡ. “Ауаз”дың йыл буйы алып барған “Хыял” акцияһын дәлил итеп килтерергә мөмкин. Утыҙ районда булып, һәр ҡайһыһында матди ауырлыҡ кисергән ғаиләләр менән осрашып, уларҙың балалары йөрәгендә өмөт уты ҡабыҙғандар. Нисек итеп?
— Беҙ һәр райондан, исмаһам, бер баланың хыялын тормошҡа ашырырға ярҙамлаштыҡ, ҡайһыларын, Өфөгә килтереп, циркка алып барҙыҡ, йыр яратыусы, киләсәктә телетапшырыуҙар алып барырға хыялланыусы бер ҡыҙыҡайҙың Хәйбулла районының “Арғымаҡ” ансамбле менән бергә сығыш яһауын ойошторҙоҡ, кемдәргәлер велосипед, коньки һатып алып бүләк иттек, — тип һөйләй “Ауаз” тапшырыуы мөхәррире, билдәле журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Гәүһәр Батталова. — Бәғзелә бала саҡ хыялы иҫ китмәле була бит — бер малай, мәҫәлән, күптән инде Телеүҙәк эргәһендәге иң бейек йорт башына менеп, Салауат Юлаев һәйкәленә ҡарап, шиғыр һөйләргә теләгән. Беҙ уның да хыялын ғәмәлгә ашырҙыҡ. Шатлығының сиге булманы. Ғөмүмән, акция барышында байтаҡ һәләтле баланы таптыҡ. Улар араһында Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ ауылынан Таһир Йәнтүрин дә бар. Йорт эргәһендәге баҡсала арыш сәсеп үҫтергән. Киләсәктә фермер булырға хыяллана.
Таһирҙың әсәһе Гүзәлиә ханым — уҡытыусы, атаһы Фәнил — водитель. Улдарының уңғанлығына, маҡсатҡа ынтылышлы булыуына һөйөнөп бөтә алмайҙар. Яңы йыл алдынан малай “Ауаз” саҡырыуы буйынса баш ҡалаға килде, ижади төркөм ойошторған сараларҙа ҡатнашты. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йортондағы Яңы йыл кисәһе үҫмерҙе бик тулҡынландырҙы һәм ҡыуандырҙы. Ул элек үҙе экрандан ғына күреп һоҡланған йәш "телейондоҙҙар", йәғни Ҡыш бабай булып уйнаған оператор Илшат Ҡаҙаҡбаев, Ҡарһылыу ролендә тапшырыу алып барыусы Алһыу Суфиянова, әкиәт персонаждарын һынландырған хеҙмәткәрҙәр Альбина Зәйнетдинова һәм Эльза Фәйзуллина, хәбәрсе Сәлимә Исламова менән бер рәттән төрлө сәбәптән ҡарауһыҙ ҡалып, әле дәүләт ҡарамағындағы малайҙар һәм ҡыҙҙар алдында ихлас сығыш яһаны.
— Хыялланығыҙ, яҡты хыял мотлаҡ тормошҡа аша, — тине ул тиҫтерҙәренә.
Әйткәндәй, Таһир Йәнтүрин “Ауаз”дың “Хыял” акцияһы һөҙөмтәләренә бағышланған тапшырыуын алып барҙы, шулай итеп, журналистика өлкәһендә лә үҙенең тәүге аҙымын яһаны.
— Акцияны тотош коллективыбыҙ менән уйлап таптыҡ, — ти Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы. — Матди ауырлыҡ кисергән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәрҙе әҙме-күпме ваҡытҡа тылсым донъяһына сумдырып, ғөмүмән, уларҙы мөғжизә барлығына өмөтләндереп, йәшәргә теләк тыуҙырырға ынтылдыҡ.
Күренеүенсә, теләк-маҡсаты изге “Ауаз”дың. Ә “Хыял”ы ғәмәлгә ашты ла инде...