Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Данлы ауыл – Арҡауыл
Һәр ауыл йә ҡала үҙенең кешеләре, уларҙың хеҙмәте аша танылыу яулай. Салауат районының Арҡауыл ауылы хаҡында ла шуны әйтергә мөмкин. Данлыҡлы шәхестәре менән Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә лә Арҡауылға тиңләрлек бер генә лә ауыл юҡтыр, тип әйтһәм, минең менән килешмәүселәр табылыр. Тик бер аҙҙан, яҙмам менән ентекләберәк танышҡандан һуң, уларҙың һаны ҡырҡа кәмейәсәк, сөнки милләттең ҡайһы ғына өлкәһен алма, күбеһендә ошо ауылдан сыҡҡан шәхестәрҙең индергән өлөшө бар.

Бер аҙ тарих төпкөлөнә күҙ ташлаһаҡ, беренсе һүҙ башҡорт халҡының мәшһүр сәсәне Байыҡ Айҙар тураһында булыр. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул 1710 йылдар тирәһендә Арҡауыл (элекке Монай) ауылында донъяға килә.
Йор һүҙле Байыҡ Айҙар — илен яҡлап, ерен һаҡлап, төрлө яуҙарҙа ҡатнашҡан батыр шәхес. Уның ил, тел яҙмышына бәйле ижады, күп һанлы ҡобайырҙары халыҡ күңелендә онотолмай һаҡлана. Ҡобайырҙары аша Салауат менән осрашыуы, ҡанлы яуға фатиха биреүе беҙгә билдәле. 1812 йылда француздар Рәсәйгә баҫып ингән мәлдә ул үҙенең ҡобайыры менән башҡорт халҡына мөрәжәғәт итеп, илде яҡларға өндәгән. Башҡорт халҡының гимнына әүерелгән мәшһүр "Урал" йырын сығарыусы ла — Байыҡ сәсән.
Башҡортостанда Совет власы урынлашҡас, йәштәр араһында уҡыуға ынтылыш көсәйә. 20-се йылдарҙа Арҡауыл ауылынан сыҡҡан йәштәр урта белем биреүсе мәктәптәргә, һуңынан рабфактарға һәм институттарға йүнәлә. Юғары белем алғас, улар үҙҙәренең тырышлығы һәм әүҙемлеге арҡаһында дәүләт эшмәкәрҙәре дәрәжәһенә күтәрелә. 30-сы йылдарҙа өс ярлы крәҫтиән балаһы Башҡортостандың халыҡ комиссарҙары (хәҙергесә — министрҙар) булып китә, ә дүртенсеһе Башҡортостан Республикаһының юғары суды рәйесе итеп һайлана.

Риза Вәхит улы Әбүбәкеров башланғыс белемде Арҡауыл мәктәбендә ала. Һуңынан Өфөлә рабфакта уҡый. 1927 йылда Мәскәүҙең Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһында белем ала. Төрлө урындарҙа эшләгәндән һуң 1930–1935 йылдарҙа БАССР-ҙың белем биреү наркомы булып эшләй.

Һаҙый Йыһанур улы Ханов иһә әрме хеҙмәтенән һуң Ҡазанда юридик курстарҙа уҡый. Һуңынан район прокуроры, район судьяһы булып эшләй. 1936 йылда уны БАССР-ҙың Юғары суды рәйесе итеп һайлайҙар. 1938 йылда репрессияға эләгә, Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас аҡлана. Һаҙый Йыһанур улының тормош иптәше Ләйлә Ханова Арҡауыл мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән. Оло хеҙмәте өсөн ул 1994 йылда Ленин ордены менән бүләкләнә. Был — бик һирәк осрай торған ваҡиға: юғары урында эшләгән ире золом ҡорбаны булыуға ҡарамаҫтан, ул ошондай мәртәбәле наградаға лайыҡ була.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Арҡауыл ауылынан да ир-егеттәрҙең күбеһе фронтҡа китә. Дүрт йылдан ашыу барған ҡанлы көрәштә тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтәләр. Күптәре, үҙ иленә ҡайта алмайынса, һуғыш яланында ятып ҡала.

Был ҡара исемлектә яугир Абдрахман Зәйнулла улы Ғәйфуллин да бар. Ул 1908 йылда тыуған, Арҡауыл мәктәбендә уҡыған. Өфөлә юғары уҡыу йортон тамамлағас, төрлө урында эшләй. Һуғыш алдынан Арҡауыл МТС-ының директор урынбаҫары булған. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк фронтҡа алынған. 1941–1945 йылдарҙа пулемет взводы, пулемет ротаһы командирҙары вазифаһында 1-се Украина, Көнбайыш, 1-се Белоруссия фронттарында данлы һәм ҡанлы юл үткән. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн алған орден һәм миҙалдары бихисап.
1945 йылдың апрелендә Берлин ҡалаһында Одер йылғаһы буйында көслө алышта ул батырҙарса һәләк булған. Күрһәткән тиңһеҙ батырлығы өсөн А.З. Ғәйфуллинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән. Герой иҫтәлегенә Арҡауыл ауылында һәйкәл дә бар.

Башҡортостанда ғына түгел, тотош Советтар Союзына үҙен танытҡан уҡытыусы — Хәнифә Сираж ҡыҙы Искәндәрова. 1951 йылда Өфөлә педагогия институтын тамамлағас, хеҙмәт юлын ул Арҡауыл урта мәктәбендә биология уҡытыусыһы булып башлаған. Ошо йылдарҙа белем биреү учреждениеһы киң билдәлелек яулай: мәктәп янындағы тәжрибә баҡсасылыҡ участкаһында йәшелсәләрҙән һәм бөртөклөләрҙән юғары уңыш алыуға өлгәшәләр. 1967–1974 йылда һигеҙ йыл рәттән Арҡауыл урта мәктәбе СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең алтын, көмөш, бронза миҙалдары менән бүләкләнә. Был осорға тәжрибә уртаҡлашыу һәм өйрәнеү өсөн Арҡауылға башҡа мәктәптәрҙән биология уҡытыусылары, хатта колхоздарҙан агрономдар килә башлай.
Педагогия өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Хәнифә Искәндәроваға “Социалистик Хеҙмәт Геройы” тигән маҡтаулы исем бирелә. Ул СССР-ҙың Юғары Советына ике тапҡыр депутат итеп һайлана. 1982 йылда "СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы" тигән данлы исем ала. КПСС-тың ХХIV съезында делегат булып ҡатнаша һәм 15 йыл буйы Валентина Терешкова етәкселек иткән Совет ҡатын-ҡыҙҙары комитетында ағза булып тора.

Арҡауыл дөйөм урта белем биреү мәктәбенең тағы бер күренекле уҡытыусыһы — Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Шәрип Закир улы Вәлиев. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1934 йылда уҡытыусы булараҡ башлаған, 1945 – 1951 йылдарҙа директорҙың уҡытыу эше буйынса урынбаҫары, 1951 – 1972 йылдарҙа мәктәп директоры вазифаһын башҡарған. Мәғариф өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн "РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, күп миҙалдар менән бүләкләнгән.

Рәшит Кинйә улы Кинзин — Башҡортостанда ауыл хужалығы өлкәһендәге киң танылған белгес. Арҡауыл урта мәктәбен тамамлағас, 1941 йылда фронтҡа алынған. Һуғыштан һуң Салауат районында төрлө колхоз һәм совхоздарҙа етәксе вазифалар башҡарған. Иң билдәлеһе — "Йүрүҙән" (башта “Һарғамыш”) совхозында 1960 – 1981 йылдарҙа директор булып эшләгән. Был совхоз биләгән майҙанды бәләкәй районға тиңләргә була: заманында һөрөнтө ерҙәр генә 26 мең гектар тәшкил иткән. Һәр йыл һайын совхоз дәүләткә яҡынса 10 мең тонна иген, 1300 тонна ит, 5800 тонна һөт һ.б. тапшырған. Ошо йылдарҙа һыйыр малы 10 мең башҡа тиклем барып еткән. Рәшит Кинйә улының хеҙмәттәре хөкүмәт тарафынан юғары баһаланған. Ул Ленин, Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ, “Почет Билдәһе” ордендары һәм миҙалдар менән наградланған. 1975 йылда БАССР Юғары Советының туғыҙынсы саҡырылыш депутаты итеп һайланған. Уға "РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшмәкәре" тигән маҡтаулы исем бирелгән.

Таңһылыу Ғимал ҡыҙы Ҡаймирасова 1923 йылда тыуған. 1939 йылда 8-се класты тамамлағас, Өфө геология-разведка техникумына уҡырға ингән. 1943 йылда диплом алғас, ул Ҡаҙағстанға эшкә ебәрелгән. 1977 йылда “Жайрем” полиметалл ятҡылығын асыуҙа һәм үҙләштереүҙә күрһәткән оло хеҙмәттәре өсөн Таңһылыу Ғимал ҡыҙына юғары дәүләт наградаһы бирелгән: СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булған.

Башҡорт халҡының легендар батыры Харис Монасип улы Йосопов Арҡауыл ауылында 1929 йылда тыуған. Спорттың көрәш төрөн әрме сафында хеҙмәт иткәндә үҙләштерә. Ул — классик көрәш, ирекле көрәш, самбо буйынса СССР-ҙың, милли көрәш буйынса РСФСР-ҙың спорт мастеры, классик көрәш һәм милли көрәш төрҙәрендә РСФСР чемпионы. Шулай уҡ классик көрәш буйынса СССР Ҡораллы Көстәре чемпионы, бер нисә тапҡыр БАССР чемпионы. 1973 йылдан алып Силәбе физкультура институтында көрәш буйынса кафедра мөдире булып эшләй. Профессор бихисап СССР, Европа, донъя чемпиондарын тәрбиәләп үҫтергән. Ул — РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры һәм СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры.

Башҡорт шиғриәтендә йондоҙ булып янған шағирҙарҙың береһе Рәми Ғарипов 1932 йылда тыуған. Арҡауыл мәктәбендә VII класс тамамлағас, Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта уҡыған. 1955 йылда Максим Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлаған. Һуңынан төрлө гәзит-журнал редакцияларында эшләгән. Уның лирик, ватансылыҡ һәм илһөйәрлек пафосы менән һуғарылған әҫәрҙәре шиғри йыйынтыҡтарҙа баҫылып сыҡты. Уға 1992 йылда "Башҡортостандың халыҡ шағиры" тигән маҡтаулы исем бирелә. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың Арҡауыл ауылында йорт-музейы асылған, Өфөлә үҙе уҡыған мәктәп "Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназияһы" тип йөрөтөлә.

Оҙаҡ йылдар Салауат районы етәксеһе вазифаһын башҡарған Риф Хәйрулла улы Вахитов 1940 йылда тыуған. Арҡауыл урта мәктәбен, ауыл хужалығы институтын һәм Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған. Ул ВЛКСМ-дың район комитетының беренсе секретары, райондың башҡарма комитеты рәйесе, КПСС-тың район комитетының беренсе секретары вазифаларын башҡарған. 1995–2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай секретариаты етәксеһе булып эшләгән. "Почет Билдәһе" ордены, "Хеҙмәт батырлығы өсөн" миҙалы менән наградланған, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының ХII саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Арҡауыл ауылынан байтаҡ фән эшмәкәре сыҡҡан. Шуларҙың икәүһе тураһында ғына әйтеп китәйек: Рафаэль Бәҙретдин улы Шәйхисламов 1954 йылда тыуған. Социология фәндәре докторы, профессор. Тарих фәндәре докторы, БДУ профессоры Рәшит Бәҙретдин улы Шәйхисламов иһә 1959 йылда тыуған.
Бында беҙ Арҡауыл ауылының арҙаҡлы шәхестәренең ҡайһы берҙәрен генә һанап киттек. Уларҙан башҡа тағы байтаҡ күренекле шәхес бар. Араларында — республикабыҙҙың атҡаҙанған уҡытыусылары, ауыл хужалығы эшмәкәрҙәре һәм башҡалар.
Әле Арҡауыл ауылында уҡыу, эшләү һәм буш ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн мөмкинлектәр күп: йыһазландырылған мәктәп, клуб бар, спорт менән шөғөлләнер өсөн комплекс төҙөлгән, ҡышын хоккей майҙансығы эшләй, ауылды мәсет йәмләй. Алға барыр өсөн күренекле шәхестәрҙән үрнәк алып, тырышып уҡырға, эшләргә генә ҡала. Иң мөһиме — ынтылыш, ныҡышмаллыҡ
һәм тырышлыҡ булһын.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105