Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күгәрсен ерендә тыуған Герой
Күгәрсен ерендә тыуған Герой...Еңеү яҙын 54 тапҡыр ҡаршыларға насип булды уға. Бер-беребеҙҙе байтаҡ ваҡыттан белә инек.
Ә инде һуңынан, һаулығы насарая башлау сәбәпле Мораҡҡа йәшәргә килгәс, бер йортта ун йылға яҡын күрше булдыҡ. Һөйләшеп ултырғылай инек. Бик ирәбе кеше ине. Ағай 86-сы йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Хәҙер уның менән бер осорҙа эшләгәндәр, яҡындан белгәндәр бик аҙ ҡалып бара.

Ут-һыу кисеп, тыуған тупрағына яу ғәрәсәтенән иҫән-һау ҡайтҡан Советтар Союзы Геройы Суфыйғәли Хажи улы Суфиянов тураһында һүҙ бара. Әйткәндәй, районыбыҙҙа бындай юғары наградаға лайыҡ булғандар араһынан ошо бәхет уға ғына тәтегән.
Ҡаһарман яҡташыбыҙ менән бер осорҙа йәшәгән, уның менән аралашып, күреп-белгән оло быуын кешеләренең хәтерендә ағай тыйнаҡ, сабыр, баҫалҡы холоҡло ир-азамат булып һаҡланып ҡалған. Ил халҡы өсөн ут-һыу кискән, йәнен дә, тәнен дә аямаған уҙаман һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ла һынатманы, һәр эште намыҫ менән башҡарҙы. Тыныс тормоштағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн илебеҙҙең юғары наградаһы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — менән бүләкләнде.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева "Ир батыры яуҙа һынала" тигән очеркында үҙенең яҡташы тураһында былай тип яҙа: "Тыуған яғына онотолмаҫ дан, еңеү яулап, киң күкрәген Ватандың иң дәрәжәле ордендары менән биҙәп, Алтын йондоҙ балҡытып ҡайтҡан был ҡаһарман егетте тәү башлап Күгәрсен ерендә тыуған Герой1947 йылда күрҙем... Бына минең алдымда урта буйлы, яҡты, хатта бер ни тиклем оялсан ҡарашлы, аҙ һүҙле, үтә баҫалҡы хәрби кеше баҫып тора. Һорауҙарыма ябай һәм ҡыҫҡа-ҡыҫҡа итеп яуап бирә.
— Беҙҙең барлыҡ һалдаттар ҙа шулай батыр һуғышты, апай, — тип ҡуя тыйнаҡ ҡына. — Шулай булмаһа, беҙ еңә алыр инекме ни?!
Ә мин, ысынлап та, үҙем күрергә теләгән батырҙы, халҡыбыҙ әйткәнсә, имен саҡта башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмаған, тыйнаҡ, сабыр, баҫалҡы холоҡло, ә оло һынау сәғәтендә еңелмәҫ ҡаһарманға әйләнгән ир арыҫланын осратыуыма ҡыуанып, һорау артынан һорау бирәм" ("Кызыл таң", 1966 йыл, 30 ғинуар).
Суфыйғәли Суфиянов 1914 йылдың 29 декабрендә Оло Эйек ярына һыйынып ултырған Айһай-Мөрсәләй (халыҡ араһында "Айһай" тип кенә йөрөтөлә) ауылында ярлы ғына тормош көткән күп балалы Хажиғәли менән Бибиғәйшә ғаиләһендә донъяға килгән. Бала сағы шул заман балалары тормошонан бер нимәһе менән айырылмаған. Ул да, ауыл малайҙары кеүек, ыштанһыҙ саҡта тал сыбыҡты ат итеп уйнап, иптәштәре менән йәйге эҫелә Оло Эйектә сыр-сыу килеп һыу инеп, ҡыш көндәре Эйек ярынан һырғалаҡ шыуып, биш-алты йәштән һабанда, бесәндә йөрөп, бәләкәйҙән ҡул араһына инеп үҫә. Эйек туғайҙарында үҫкән бармаҡ йыуанлыҡ ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы, һутлы күл йыуаһы, шау сәскәле болондарындағы турғай башылай еләге, ҡарағат, муйыл, баландары ауыл балаларының төп ризығы булыр ине.
Атаһы Хажиғәли 1919 йылда, йәғни Суфыйғәлигә дүрт йәш булғанда донъя ҡуя. "Әсәйем итәк тулы бала менән яңғыҙы тороп ҡалған. Беҙ 11 бала булғанбыҙ, 1921 йылғы ҡаты йотлоҡта минән башҡа бөтәһе лә аслыҡтан үлеп бөткән. Йылы өйҙө лә, һатырҙай нәмәләрҙе лә һаттыҡ. Мин бик шешенеп ултырҙым", — тип яҙып ҡалдырған бер яҙмаһында Суфыйғәли Хажи улы.
Ул саҡта күп ауылдарҙа, уҡытыусылар етешмәгәнлектән, совет мәктәптәре булмай әле. Шунан күрше Бай ауылына (Туйымбәт) Ғибаҙулла Бейешев уҡытырға килеп, унда башланғыс мәктәп асылғас, Айһай балалары эркелешеп уҡырға килә. Араларында уҡыу йәшенән уҙғандары ла байтаҡ була. Суфыйғәли тырышып, яҡшы белем ала һәм 1929 йылда башланғыс мәктәпте тамамлай. Шул йылда тыуған ауылы Айһайҙа К. Маркс исемендәге колхозда эшләй башлай. Ул йылдарҙа йәштәрҙең белем алыуға ынтылышы көслө була, Суфыйғәлиҙе лә артабан уҡыуын дауам итеү теләге ташламай. 1932 йылда Эйек аша ятҡан Сәйетҡол ауылындағы крәҫтиән йәштәр мәктәбенә (ШКМ) уҡырға инеп, уны 1934 йылда тамамлай. Үҙҙәренең колхозында хисапсы булып эш башлай. Шул йылда, ниһайәт, Айһайҙа ла башланғыс мәктәп асыла, уҡытыусы булып Хөснулла Мәннәнов эшләй (ул ошо ауылда ғүмер буйы уҡытыусы булды). Балалар күп була, етмәһә, ололарға ла белем биреү бурысы ҡуйыла. Был бер уҡытыусының ғына ҡулынан килмәй, шуға күрә Суфыйғәли кистәрен наҙанлыҡты бөтөрөү түңәрәгендә ололарҙы грамотаға өйрәтә.
1935 йылда яңы тормошҡа ныҡлап аяҡ баҫҡан, ир ҡорона ингән Суфыйғәли Хажи улы өйләнә. Бер йылдан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, китап уҡыу йорто мөдире, ауыл Советында секретарь, унан рәйес булып эшләй.
Совет иленә фашистик Германияның мәкерле һөжүме тормош һиллеген ҡапыл боҙа. Бронь бирелеү сәбәпле, Суфияновты башта фронтҡа алмай торалар. Ныҡышып һорай торғас, ул теләгенә ирешә.
— 1942 йылдың ғинуарында мин дә Тыуған илде һаҡларға киттем. Ауылдаштарым һуғышҡа оҙатҡанда "Фашистарҙы туҡмағыҙ, үҙ өңөндә дөмөктөрөгөҙ!" тип ҡалды, — тип хәтерләй Герой ул осорҙо.
"1942 йылдың йәйендә Воронеж ҡалаһы янында беренсе тапҡыр һуғышта ҡатнаштым", — тип яҙа 1968 йылда ул район гәзитенең февраль һанында баҫылған "Ҙур еңеү" исемле мәҡәләһендә. Ошо һуғышта үҙен ҡыйыу, таһыллы итеп күрһәткән Суфыйғәли Суфияновты часть командованиеһы кесе политруктар әҙерләүсе хәрби-сәйәси мәктәпкә, унан, бер ни тиклем хеҙмәт иткәс, хәрби пехота училищеһына уҡырға ебәрә. Училище тамамлаған йәш офицер Белоруссияла Орша-Витебск йүнәлешендә хәрәкәт итеүсе 26-сы уҡсылар дивизияһы составындағы 79-сы полкка рота командиры итеп тәғәйенләнә. Йәш командир хәл иткес ҡаты һуғыштарҙа һынала, сыныға.
Совет ғәскәрҙәре Украина, Белоруссия ерҙәрен немец илбаҫарҙарынан таҙартып бөтөү өсөн уңышлы һөжүм алып бара. Ҡан ҡойошло һуғыш аша дошман көнбайышҡа, алыҫҡараҡ һөрөлә. Суфиянов ротаһы 26-сы гвардия дивизияһы составында Витебск һәм Бобруйскиҙы урап үтеп, Белоруссиялағы немецтарҙы ҡамау һәм шуның менән беҙҙең ғәскәрҙәргә Неманға, Вислаға юл асыу өсөн ҡаты һуғыш алып бара. 1944 йылдың йәйендә дошмандың Витебск менән Орша араһындағы көслө оборона линияһы өҙөлә. Был һуғышта Суфиянов ротаһы ҙур батырлыҡ күрһәтә, дошман траншеяларын бер-бер артлы яулап алып, генерал Фон-Траут етәкселегендәге немец дивизияһының штабын ҡулға төшөрә. 200-ҙән ашыу дошман һалдаты һәм офицеры әсирлеккә алына, бик күп пушка, һуғыш кәрәк-ярағы трофейға әйләнә. Ошо һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн Суфиянов Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Ай буйы өҙлөкһөҙ дауам иткән алышта беҙҙең ғәскәрҙәр дошманды ике йөҙ километрға сигендерә. Был һуғышта үҙен ҡаһарман командир итеп күрһәткән Суфыйғәли Хажи улына Александр Невский ордены тапшырыла.
1944 йылдың июнь урталарында совет ғәскәрҙәре немецтарҙың Литва ерендәге көслө нығытмаһын емереү өсөн көслө һөжүм башлай. Суфияновтың ротаһы был алышта ла иң беренселәрҙән булып һөжүмгә ташлана. Һуғыш дошман блиндаждарына күсә. Ҡаты штык алышына уҡ барып етеп, Суфиянов ротаһы командование ҡуйған бурысты уңышлы үтәй. Был һуғыш иҫтәлеге булып Суфиянов күкрәгенә тағы ла бер награда — I дәрәжә Ватан һуғышы ордены — өҫтәлә.
Үҙ өңөнә яҡынлашҡан һайын, оҙаҡламай тар-мар ителәсәгенә һанаулы көндәр ҡалғанын һиҙгән дошман беҙҙең ғәскәрҙәр һөжүменә һаман ажарланып ҡаршы тора. 1944 йылдың 14 июнендә Суфияновтар полкына Неман йылғаһы аша сығыу бурысы ҡуйыла. Ҡаршы ярҙа — дошмандың көслө нығытылған оборона ҡоролмалары. Дивизия командованиеһы өлкән лейтенант Суфиянов ротаһына Неман йылғаһы аша сығып, дошмандың оборона линияһын өҙөп, уларҙың терәк пунктын юҡ итергә, плацдарм яулап алып, беҙҙең төп көстәр килгәнсе унда нығынырға бойора. Рота ҡарамағына алты танк, саперҙар взводы, элемтә, разведка отделениелары бирелә. Танктарға тейәлгән десант, төн ҡараңғылығын файҙаланып, немецтарҙың оборона һыҙығына яҡынлаша һәм көтмәгәндә көслө ут аса, оборона нығытмаларын емереп, Неман аша сыға, бер нисә километр алға үтеп, позиция ала. Рота ҙур юғалтыуҙарға дусар була — ни бары 18 яугир иҫән ҡала. Ҡаршы ярға сыҡҡан бер төркөм десантсы өҫтөнә дошман ҡотороноп ут яуҙыра, ҡат-ҡат яуға күтәрелеп, уларҙы юҡ итергә ынтыла. Ярай әле Суфиянов һуғышсыларына ярҙа ҡалған үҙебеҙҙең танктар ярҙам итә. Тиҙҙән полктың төп көстәренең һөжүме башлана, дошман, үҙ позицияларын ҡалдырып, көнбайышҡа сигенә. Ошо операцияны уңышлы үтәгәндәре өсөн рота гвардеецтары орден, миҙал менән наградлана, ә Суфияновҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Суфияновтар полкы ҙур еңеү яулап алға бара, дошманды үҙ ояһына ҡыҫырыҡлай. Алыштар фашист Германияһы ерҙәрендә бара. Полк гвардеецтары Көнсығыш Пруссияның төп ҡалаһы Кенигсбергты, артабан немецтарҙың нығытылған диңгеҙ порты Пиллауҙы алыуҙа ҡатнаша, ә бер нисә көндән ҡыуаныслы Еңеү хәбәрен ишетә... Ләкин күкрәген ике Ҡыҙыл Байраҡ, Александр Невский, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, күп миҙалдар биҙәгән ҡаһарман яугиргә үҙен түҙемһеҙлек менән көткән ғаиләһен, ауылдаштарын, һағындырып төштәренә ингән йәмле Оло Эйек буйҙарын ике йыл самаһы үткәс кенә ҡайтып күрергә насип була.
Ҡыуанып, ҙур өмөт бағлап ҡаршылай ауылдаштары үҙ Геройын. Әммә ауылда әле тормош бик шәптән булмай. Халыҡ аслы-туҡлы, ярым-яланғас көн күрә. Байтаҡ тиҫтерҙәре яу ҡырында башын һалған. Колхоз эшендә — күберәк тол ҡатындар, үҫмерҙәр. Ошо хәлдәрҙе күреп әсенә. Героймын тип тормай, маҡтанып йөрөмәй, партия ҡайҙа ебәрһә, шунда эшләй. Ҡайтыуына күп тә үтмәй, уны ауыл Советы рәйесе, унан һуң Күгәрсен район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары итеп һайлайҙар. Унан һуң Суфыйғәли Суфиянов райондың иң ҙур хужалыҡтарының береһе булған Свердлов исемендәге, Айһай-Мөрсәләй ауылы ингән "Новый путь" колхоздары рәйесе, хужалыҡтарҙы эреләтеү осоро башланғас, элекке биш колхозды берләштергән "Красный Октябрь" колхозы рәйесе урынбаҫары, аҙаҡ совхозда бүлексә идарасыһы булып эшләне. Районды, хужалыҡтарҙы нығытыу, ауыл кешеләренең тормош-көнкүреш шарттарын хәстәрләү өсөн көсөн йәлләмәгән етәкселәрҙең береһе ине ул. Уның һуғыштан һуңғы тыныс тормошта райондың ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә һалған фиҙаҡәр хеҙмәте Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм миҙалдар менән баһаланды. Ябайлығы, эшлеклелеге, һәр кемгә ярҙамсыл, иғтибарлы булыуы менән айырылып торҙо. Район Советы депутаты, партияның район комитеты ағзаһы итеп һайланды. Хаҡлы ялға киткәс тә Суфыйғәли Хажи улы район тормошонда әүҙем ҡатнашты. Пленумдарҙа, партия активы, ветерандарҙың район ойошмаһы йыйылыштарында, тантаналы сараларҙа уның төплө итеп сығыш яһағаны әле лә иҫтә. Мәктәп уҡыусылары менән дә йыш осрашып торҙо, уларҙың көтөп алған ҡунағы булды. Ҡаһарман яугир, оло тормош юлы үтеп, 1999 йылда 85-се йәшендә вафат булды.
Арабыҙҙа оҙаҡ йылдар йәшәп, районыбыҙ үҫешенә тос өлөш индергән Советтар Союзы Геройы Суфыйғәли Хажи улы Суфияновҡа район үҙәгендәге Дан аллеяһында бюст ҡуйылһа, был геройҙың халҡы мәнфәғәтендә ҡылған изге эштәренә лайыҡлы баһа булыр ине, тигән фекерҙәмен.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105