Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙе үлем ала алмай
Беҙҙе үлем ала алмайХәтер тере тотҡан саҡта

Өфөлә, Черниковка биҫтәһендәге Еңеү паркында “Ҡайғылы әсә” тигән һәйкәл бар. Авторы – Н.А. Калинушкин. Һәйкәл — хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған яугир яҡташтарыбыҙға бағышланған мемориалдың бер өлөшө. Ғибәҙәтхана көмбәҙен хәтерләткән иҫтәлекле ҡоролманың эске өлөшөндә — балаһын юғалтҡан барлыҡ әсәләрҙең ҡайғыһын сағылдырған бронза һын. Һәйкәл эргәһендә ҡара граниттан 60 таҡтаташ — 1951 йылдан 2003 йылға тиклем Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә алынып, “ҡыҙыу” нөктәләрҙә һәләк булған 685 бөркөтөбөҙҙөң исеме яҙылған.

Һәйкәлде асыуға әҙерлек бөтөп барғанда Әсә баҫып торған көмбәҙҙең ике яҡ диуарына урыҫ һәм башҡорт телдәрендә шиғыр уйып яҙҙылар. Башҡортсаға тәржемәһе – минеке.
Көтмәгәндә килеп сыҡты был хәл. Ул ваҡытта Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты инем. Бер көн хеҙмәттәшем Дмитрий Николаевич Купцов килеп инде. Ул афған һуғышында булған, эске ҡораллы конфликттарҙа, Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға социаль ярҙам күрһәтеү фонды рәйесе ине. Миңә ҡағыҙ һондо:
— Гүзәл Рамаҙановна, һәйкәл асырға йөрөйбөҙ, унда ошо шиғыр яҙылырға тейеш. Тәржемә итеп бирегеҙ инде, зинһар.
Мин уңайһыҙланып киттем:
— Дмитрий Николаевич, һәйкәл бит — бик етди ҡомартҡы! Был эште беҙҙең күренекле шағирҙарға тәҡдим итеү дөрөҫөрәк булыр…
Ул хәрбиҙәргә хас ҡәтғилек менән өҙөп кенә яуапланы:
— Юҡ, беҙ хәл иттек инде – уны һеҙ тәржемә итергә тейеш! Кисектермәгеҙ, сөнки асыу ваҡыты билдәләнгән, рәссамға һуңламай эшкә тотонорға кәрәк!
— Авторы кем был шиғырҙың? – тип һораным.
— “Афған”да ҡатнашҡан кеше. Быныһы мөһим түгел. Беҙҙекеләргә оҡшаны – шул мөһим. Үҙе кисергәнде яҙған.
Алып уҡый башлағас, күҙҙәремә йәш тулды – минең дә ике яҡын туғаным әрме хеҙмәтендә ятып ҡалды бит… Уларҙы күҙ алдына килтереп, йөрәгем аша үткәреп, тәүге ике юлды аҡ ҡағыҙға төшөрҙөм. Шунан әллә яҙҙым, әллә яҙманым – туғандарымдың халәтен һүрәтләнем дә сыҡтым.

Яҙмаған беҙгә бәхеттәр:
Беҙ — һөйөлөп туймағандар.
Тик әсәләр һаман көтә,
Өмөттәрен юймағандар.
Һиҫкәнәләр, беҙҙер тиеп,
Елдәр ҡаҡһа ишек-ҡапҡа,
Улым тере, тере, тиеп,
Ышанмайса “ҡара” хатҡа.
Хәтерҙәрҙә йәшәгәндә
Ябылмаҫтар ҡайтыр юлдар,
Татлы төштәргә инербеҙ —
Шәһит булып ҡалған улдар.
Талпынып, йәнебеҙ осор,
Әсәйҙәр, һеҙ ҡалған яҡҡа.
…Беҙҙе үлем ала алмай
Хәтер тере тотҡан саҡта.

Ысынлап, хәтер тере икән – шәһит киткәндәр ҙә тере әле. Йәндәре йәннәттә булһын!..
Ә был – теге шиғырға һыймай ҡалған хистәрем, һәләк булған ҡустыларыма арнап яҙған “Әрме” шиғыры:

Түгелептәр илай таулы һуҡмаҡ
Ҡойоп яуған ямғыр артынан.
Бер баҫырҙы әллә унар баҫып,
Шул һуҡмаҡтан үргә артылам.
Ошо үрҙән һуңғы ҡараш ташлап,
Хушлашҡанһың икән, туғаным.
Белмәнек шул күктәр алдан күреп,
Үкһеп-үкһеп йәшен ҡойғанын.

Бер баҫырҙы унар баҫып менәм
Ауылыңдың текә үренә.
Урман эстәренә ингән юлда
Һинең һының, гүйә, күренә.
Олоғаябыҙ, ә һин һаман йәп-йәш,
Әрмеләргә китеп барышың,
Яулыҡ болғай ҡыҙҙар кемуҙарҙан,
Кем оҡшарҙан һиңә, ярышып.
Тиҫтерҙәрең инде атай булып
Улҡайҙарын әрме ебәрә.
Яҙманы шул бишек бәүетергә
Һинең өсөн тыуған сибәргә.
Олоғайҙы ҡыҙҙар ятаҡтарҙа,
Афған, чечен алды иштәрен.
Ә егеттәр һаман китә тора –
Иңдәрендә — һалдат биштәре.
… Яҙған булһын иҫән-һау
ҡайтырға,
Ҡаршы алһын шатлыҡ йәштәре.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә

  1. Уҡыусы
    Уҡыусы от 23.02.2013, 17:59
    Шиғырығыҙҙағы хәл-ваҡиға кино кеүек күҙ алдынан үтте.Йөрәккә үтерлек итеп яҙылған.Рәхмәт! Ғөмүмән, мәҡәләләрегеҙ һәйбәт.Телегеҙ бай.

    "Хәтер тере тотҡан саҡта". Аңлашылмай.
    "Хәтер тере икән...","Хәтерҙе тере тотҡан саҡта" булһа, аңлашыла.






Айгиз кемдең ерен үҙләштергән?

Айгиз кемдең ерен үҙләштергән? 10.12.2018 // Йәмғиәт

Белорет районының Абҙаҡ ауылында йәшәгән Мәшүровтар донъяһын хосусилаштырырға була....

Тотош уҡырға 48

Туймазы районында шишмә төҙөкләндерелә

Туймазы районында шишмә төҙөкләндерелә 10.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рушан Сәйетовтың һорауы буйынса Туймазы районының Егетәк ауылы...

Тотош уҡырға 14

Подъездар матурланыр

Подъездар матурланыр 10.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләренә –...

Тотош уҡырға 22

Сүпте ҡайҙа ташларға?

Сүпте ҡайҙа ташларға? 10.12.2018 // Йәмғиәт

Ауыл биләмәләренә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға ҡарамаған сүп-сарҙы һаҡлау урындарын ойоштороу буйынса...

Тотош уҡырға 29

Яңы юл айырсаһы төҙөлә

Яңы юл айырсаһы төҙөлә 10.12.2018 // Йәмғиәт

Зинин ауылындағы тимер юл өҫтөнән яңы юл айырсаһы төҙөлөшө 2020 йылда башлана....

Тотош уҡырға 23

Яңы йылға бурысһыҙ

Яңы йылға бурысһыҙ 10.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров эш хаҡы буйынса бурысты яңы йылға тиклем түләүҙе талап итте....

Тотош уҡырға 33

Яңы йыл ҡаласыҡтары асыла

Яңы йыл ҡаласыҡтары асыла 10.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостандың барлыҡ район, ҡалаларында яңы йыл ҡаласыҡтары асыла....

Тотош уҡырға 33

Амран Моратшин арабыҙҙан китте...

Амран Моратшин арабыҙҙан китте... 10.12.2018 // Йәмғиәт

43 йыл дауамында Росстандарттың Төбәк бүлексәһен етәкләгән, Рәсәйҙең атҡаҙанған метрологы Амран...

Тотош уҡырға 29

Хәтер, ҡаһарманлыҡ һәм ҡайғы ла...

Хәтер, ҡаһарманлыҡ һәм ҡайғы ла... 10.12.2018 // Йәмғиәт

2014 йылдан алып илдә Билдәһеҙ һалдат көнө үткәрелә. Фронттан тыуған яғына ҡайтырға яҙмаған...

Тотош уҡырға 32

Хас та кинолағы кеүек!

Хас та кинолағы кеүек! 10.12.2018 // Йәмғиәт

Көйөргәҙе районының Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда “Хәүефһеҙлек мәктәбе” уҡыусыларының ярыштары...

Тотош уҡырға 24

Йомаштарға — Яңы йыл бүләге

Йомаштарға — Яңы йыл бүләге 10.12.2018 // Йәмғиәт

Саҡмағош районының Йомаш ауылы халҡы Яңы йыл алдынан клублы булды. “Түҙгәнгә түш тейә”, тигәндәй,...

Тотош уҡырға 26

“Йомарт шишәмбе” йомғаҡ яһай

“Йомарт шишәмбе” йомғаҡ яһай 10.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың “Йомарт шишәмбе” Бөтә Рәсәй акцияһына өсөнсө тапҡыр ҡушылыуы хаҡында яҙғайныҡ инде....

Тотош уҡырға 28