Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һайланғанда фекер ҙә, һәләт тә булыр
“Беҙгә уңышлы эшләгән закон сығарыу власы кәрәк, — тигәйне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға 2013 йылғы Мөрәжәғәтнамәһендә. — Сөнки парламент, халыҡ власы органы булараҡ, йәмәғәтселек мәнфәғәтен күҙәтергә бурыслы”. Артабан республика башлығы быйыл сентябрҙә үтәсәк һайлауға йоғонтоло эшләүсе, фекер алышырға һәләтле депутаттар корпусы барлыҡҡа килеүенә иҫәп тотоуын белдерҙе.

Һуңғы бер нисә һайлауҙа депутат мандаты алыуға тик ышаныслы, эште теүәл башҡарған һәм күндәм кешеләр генә дәғүә итә алды. Ошо Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Федерация субъекттары башлыҡтарының (В. Путиндың 2006 йылғы Указына ярашлы) ғына түгел, урындағы үҙидара етәкселәренең дә тәғәйенләнеп ҡуйылыуына фатиха бирҙе. Башҡортостан Республикаһы Президентының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә иҫкә алыныуынса, урындағы үҙидара — дәүләт аппаратының дауамы түгел, граждандар йәмғиәтенең айырылғыһыҙ өлөшө, уның менән граждандар урындағы әһәмиәткә эйә мәсьәләләрҙе (мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл һалыу һәм башҡалар) дәүләттең ҡатнашлығынан тыш хәл итә. Был институт батша Рәсәйендә үҙ бурыстарын ярайһы уңышлы атҡарған, һәр олоҫ (волость) старшинаһы һайлап ҡуйылып, уның үҙ ерендәге проблемаларҙы хәл итергә ҡулынан килгән. Әлбиттә, олоҫ бөгөнгө ауыл Советы ултырағы ғына түгел, уның составына тиҫтәләрсә ауыл ингән. Мәҫәлән, үҙәге Табылды ауылында (хәҙерге Стәрлебаш районы) урынлашҡан Ҡарағош олоҫона 30-лаған ауыл ҡараған, халҡы 21 меңдән ашыу булған. Хәҙерге Стәрлебаш районында ла шул сама кеше йәшәй, тик идара итеү аппараты ғына кәмендә ун тапҡырға күберәк.
Шуны ла иҫкә төшөрәйек: олоҫ үҙәктәре аҫаба башҡорт ауылдарында урынлашһа, районлаштырыу сәйәсәте үткәреүселәр яңы идара үҙәктәрен бөтөнләй кире принцип буйынса атҡара. Совет власы индергән яңы система тотош бюрократик нигеҙгә ҡоролған идара булып, борондан килгән һәм халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән йоланы боҙа. Ғәмәлдә район директиваларын өнһөҙ үтәүгә ҡулайлашҡан ауыл Советы өлгөһө уны дәүләт аппаратының дауамы итеп ҡарауға килтерә лә инде. Ләкин бында шуны иҫкә алыу мөһим: большевиктар ҡорған идара итеү системаһы уларҙың ихтыяждарына ҡулайлашҡан була һәм команда-административ ҡоролош эшмәкәрлеген тотҡарлыҡһыҙ тәьмин итә.
Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, 90-сы йылдарҙа ил халҡын яңынан капитализм ҡоролошона ҡайтарған власть даирәләренең район һәм ауыл Советы системаһын бөтөрөп, өйәҙ-олоҫ системаһын ҡайтанан тергеҙеүгә әллә башы етмәне, әллә иҫкергән ҡоролошто үҙе өсөн уңайлыраҡ күрҙе. Быны башланған эштең ярты юлда туҡталып ҡалыуы тип кенә аңлатырға мөмкин. Ләкин шуныһы асыҡ: иҫке система яңы шарттарҙа эшләргә ҡулай түгел, киреһенсә, ҡамасаулай ғына. Мәҫәлән, ауыл хужалығы етештереүе шәхси ихаталарға күсә барғанда, ауыл ултыраҡтары үҙҙәрен аҫрарлыҡ та һалым йыя алмай. Хәйер, аҡсаһыҙлыҡ — хатта район чиновниктары өсөн дә көс еткеһеҙ мәсьәлә, һәм улар башлыса республика бюджеты иҫәбенә көн күрергә мәжбүр. Был да баҙар ҡанундарына тап килмәй.
Башҡортостанда райондар системаһын бөтөрөп, алты йәки унан да күберәк өйәҙ һәм уның эсендәге олоҫтар ойоштороуға 90-сы йылдарҙа уҡ тотонорға кәрәк ине. Был хаҡта Федераль Йыйылыштың юғары палатаһы — Федерация Советында ниндәйҙер фекерҙәр әҙерләнә шикелле. Ләкин был инициатива “түбән”дән сыҡһа, әлбиттә, отошлораҡ булыр ине.
Был административ-территориаль реформа шуның менән отошло: һәр өйәҙ бер нисә олоҫто берләштерһә, унда һалым йыйыу мәсьәләһе еңелләшә һәм өйәҙ ысынлап та урындағы әһәмиәткә эйә булған проблемаларҙы хәл итә аласаҡ. Был осраҡта, әлбиттә, өйәҙ идараһының ҡалала урынлашыуы шарт. Реформаны 30-сы йылдарҙағы ише бер һелтәүҙә атҡарып сығыу мөмкин түгел, уны ентекле уйлап, биш йыл эсендә тамамлау мөмкинлеге бар. Был — бер. Икенсенән, урындағы үҙидара етәкселәре бөгөнгө кеүек тәғәйенләп түгел, ә туранан-тура граждандар тарафынан һайланып ҡуйылмай тороп, был берәмектәрҙең эшләп китеүенә, республика парламентына һыналған, абруйлы кешеләр үтеүенә, чиновниктың дәүләт хеҙмәткәре этикаһын яҡшы үҙләштереүенә иҫәп тотоуҙың эшкә ашасағы шикле, сөнки әлегәсә етәкләп йөрөтөүгә өйрәнгән кеше бер ҡасан да юлды үҙаллы һайлай алмай. Был принцип — Башҡортостан Республикаһы Президентының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә телгә алынған граждандар йәмғиәте формалаштырыуҙың төп шарты. Һәлкәүлек, теге йәки был мөһим аҙымды кемдәрҙеңдер яһауын көтөү, шуның арҡаһында күп кенә теләктәрҙең ғәмәлгә ашмай, ҡағыҙҙан ҡағыҙға күсеүе тап шул турала һөйләй. Әйткәндәй, быға ғинуар аҙаҡтарында федераль хөкүмәттең иҡтисад мәсьәләләренә арналған ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Путин да иғтибар итте. “Үҙгәрештәр кәрәклеге менән һис һүҙһеҙ килешәбеҙ, — тине ул, — шул уҡ ваҡытта күнегелгән юлдан сыҡмайбыҙ”. Ә сығырға кәрәк. Юл көрсөккә илтһә — бигерәк тә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105