Алтындан һалалармы ни!

30-03-2013, 05:49 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Алтындан һалалармы ни!Әммә юлдарҙың сифаты һис кенә лә яҡшырмай

Республика юлдарының торошо һаман да – иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Уларҙың тейешле сифатта булмауына зарланыусылар етерлек. Дәғүә белдермәҫлек тә түгел шул: йәй буйы төҙөкләндерһәләр ҙә, яҙ етеү менән ниңәлер тағы үтә алмаҫлыҡҡа әйләнә лә ҡуя. Үҙебеҙ ҙә шаһитбыҙ: соҡор-саҡырлы асфальт бихисап машинаны ремонтларға мәжбүр итә.

Юлдарҙың насар булыуының төп сәбәбе – уларҙы йүнәтеүгә аҡсаның аҙ бирелеүе, тип белдерҙе яңыраҡ республика Президенты. Йыл һайын 3,5 мең саҡрым юл ремонт талап итһә лә, ысынбарлыҡта шуның биштән бер өлөшө генә эшләнә икән. Әле республика күперҙәренең яртыһына ремонт кәрәк, ә юлдарҙың 76 проценты төҙөкләндереүгә мохтаж. Шул уҡ ваҡытта урындағы юлдарҙың 20 проценттан ашыуына һаман таш та түшәлмәгән. Шуға ла Рөстәм Хәмитов юл төҙөлөшөнөң сифатын яҡшыртыу, был йүнәлештә яңы технологияларҙы үҙләштереү, Көнбайыш илдәренең тәжрибәһен өйрәнеү кәрәклеген билдәләне. Шулай ҙа тармаҡтағы хәлде ҡапыл ғына тамырынан үҙгәртеү мөмкин булмауын күптәр аңлайҙыр.
Башҡортостандың автомобиль юлдарын 2030 йылға тиклем үҫтереү стратегияһына ярашлы, был тармаҡҡа 600 миллиард һум самаһы аҡса бүлеү күҙ уңында тотола. Әммә күңелһеҙ һандар ҙа юҡ түгел: һуңғы ун йылда беҙҙең юлдарҙа машиналар иҫәбе 56 процентҡа артһа ла, юл һалыуҙы финанслау күләме 18 процентҡа ҡәҙәр кәмегән, был бигерәк тә 2006 – 2010 йылдарҙа күҙәтелгән. Шулай ҙа һуңғы осорҙа хәл яҡшырған – финанслау 2010 йылдағы менән сағыштырғанда 13 процентҡа үҫкән.
Ситтән инвестициялар йәлеп итеү ҙә күҙаллана. Бындай мөмкинлектән файҙаланып, тәүге трасса төҙөлә лә инде: Европа – Көнбайыш Ҡытай юлы водителдәр өсөн түләүле буласаҡ, уның 200 саҡрымы беҙҙең республика биләмәһе аша үтә.
Тармаҡта эшмәкәрлекте яйға һалыу кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Ни тиһәң дә, төбәк юлдары төҙөкләндереүгә ҡарағанда биш тапҡырға тиҙерәк эштән сыға, һәм аҡса етмәүен ҡайһы саҡ төп сәбәп тип һис кенә лә атап булмай. Ҡайһы ваҡыт эшсе ҡулдар етешмәүе лә бәкәлгә һуға: мәҫәлән, 2012 йылда асфальт түшәүҙең ҡар ятҡансы дауам итеүе күпкә ишара. Баш ҡаланың Салауат Юлаев проспектында юлсыларҙың эште үҙ мәлендә тамамлап өлгөрмәүе, һөҙөмтәлә был трассала хатта хәрәкәт тиҙлеген сикләргә мәжбүр булыуҙары – ошоноң сираттағы асыҡ миҫалы.
Эйе, юлдарҙың сифаты ла бик йыш һорау тыуҙыра. Өфө – Аэропорт юлын бынан бер йыл элек подрядсылар ҡабаттан үҙ иҫәбенә төҙөкләндерергә мәжбүр булһа ла, был улар өсөн ғәҙәттән тыш хәл тип ҡабул ителде. Ә бит йыш ҡына баш ҡаланан алыҫта ятҡан райондарҙа эштең сифаты бөтөнләй тикшерелмәй тиерлек.
Шулай ҙа төҙөкләндереү генә түгел, төҙөү кәрәклеге лә шик тыуҙырмай. Бөгөн республиканың һәр икенсе кешеһенең еңел автомобиле бар, уларҙың һаны арта барыуы тиҙҙән ҙур ҡыйынлыҡтарға килтереүе ихтимал. "Был йәһәттән бөгөн үк сара күрелмәһә, хәлдең тағы ла ҡатмарлашыуы һәм юлдарға саманан тыш көс төшәсәге көн кеүек асыҡ. Был бөтә республика буйынса иҡтисади үҫештең түбәнәйеүенә генә килтереп ҡалмаясаҡ, киләсәктә юлдарҙы рәтләү күпкә ҙурыраҡ сығымдар талап итәсәк", – тип борсолоу белдерә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров.
Юл төҙөлөшө буйынса бурыстар билдәле. "Башкиравтодор"ҙа хәбәр итеүҙәренсә, Өфө – Инйәр – Белорет трассаһының халыҡ телендә "Ҡәйнә теле" тип аталған өлөшөндә капиталь ремонт көтөлә, шулай уҡ Өфөнөң Затон биҫтәһенә урау юлды төҙөү тамамланасаҡ. Халыҡ-ара саммиттарға әҙерлек программаһына ярашлы, Өфө – Аэропорт юл үткәргесен һалыу башланған да инде. Федераль юлдар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ: әле М-5, М-7 һәм Өфө – Ырымбур трассаларының 284 саҡрымын йүнәтеү күҙ уңында тотола.
Эйе, был һандар бер аҙ өмөтләндерһә лә, юлдарыбыҙ барыбер тиҙ арала тейешле сифатын юғалта. Шуға ла, әгәр түләүле трассалар күпләп төҙөлә башлаһа, түләүһеҙҙәре бөтөнләй ҡарауһыҙ ҡалыр тип хәүефләнеүселәр ҙә юҡ түгел.

Әйткәндәй...

Бөтә донъя иҡтисади форумы белгестәре үткәргән тикшеренеү һөҙөмтәһе буйынса, Рәсәй юлдары донъяла иң насарҙар рәтенә ингән – мөмкин булған ете баллы система буйынса ни бары 2,3 балл йыйған. 144 ил араһында беҙ – 136-сы урында.
Иң юғары баһаға Франция, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Сингапур, Португалия, Оман, Швейцария, Австрия, Гонконг, Финляндия, Германия юлдары лайыҡ булған. БДБ илдәрендә иң яҡшы юлдар — Азербайжан, Тажикстан һәм Ҡаҙағстанда. Иң насары — Молдавияла.