Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алексей ЛЕОНОВ: “Юраның үлеме тураһындағы дөрөҫлөктө яҡлап сирек быуат көрәштем”
Алексей ЛЕОНОВ: “Юраның үлеме тураһындағы дөрөҫлөктө яҡлап сирек быуат көрәштем”Теүәл 52 йыл элек совет космонавы Юрий Гагарин, “Байконур” космодромынан старт алып, “Восток” йыһан карабында Ер шарын урап сыға. 27 мартта иһә уның вафатына 45 йыл тулды. Ошо ваҡиғалар уңайынан ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы-космонавт Алексей ЛЕОНОВ менән “Культура” гәзите (2013 йыл, 22 – 28 март) хәбәрсеһе Елена Федоренконың әңгәмәһенән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

– Дуҫығыҙ Юрий Гагаринға бәйле хәтирәләрҙең ҡайһылары йышыраҡ иҫегеҙгә төшә?
– 1959 йылдың 4 октябрендә Мәскәү госпиталендәге осрашыуҙың тәүге минуттары. Унда медкомиссия үтә инек. Ҙур булмаған бүлмә ныҡ итеп йылытылған – мейес сауҙагәрҙәр заманынан һаҡланып ҡалған. Аҡ яғалы ҡара көрән пижамала берәү Хемингуэйҙың “Ҡарт һәм диңгеҙ” китабын уҡып ултыра. Был повесты күптән ҡулға төшөрөргә хыяллана инем, ә бында берәү уны уҡый ҙа башлаған. Шунда уҡ был егеткә ҡарата ихтирамым уянды. Ярты сәғәттән яңы танышым тураһында күпте — төньяҡта осоуын, унда поляр төн башланғас, Поляр түңәрәге аръяғына күсергә теләүен; Лена исемле бәләкәй ҡыҙы барлығын, фин йортонда тороуҙарын һәм уның насар йылытылыуын белә инем инде. Күпселек йәштәр кеүек ауыҙ эсенән мыңғырламайынса һәм ыҡ-мыҡ итмәйенсә, барыһын да асыҡ һәм аңлайышлы һөйләне.
Беҙҙе Йыһандағы эштәр өсөн тикшергәндәр, әммә был хаҡта белмәнек, һынаусы летчик булараҡ ҡарайҙарҙыр, тип уйланыҡ. Юра менән бер ай Сокольникиҙағы Алексей ЛЕОНОВ: “Юраның үлеме тураһындағы дөрөҫлөктө яҡлап сирек быуат көрәштем”госпиталдә яттыҡ, көн дә паркка сығып йөрөнөк. Хәйер, был хаҡта күп һөйләгәнем булды...
– Һөйләнелмәгән хәтирәләрегеҙ ҡалмағандыр ҙа инде?
– Ҡалды. Күптән түгел Циолковскийҙың (Константин Циолковский – космонавтикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. – “Башҡортостан”) 1935 йылдағы мәҡәләһен табып алдым. Унда беренсе булып Йыһанға осасаҡ кешене нисек итеп күҙаллауын һүрәтләй. Ул мотлаҡ урыҫ, ҡаһарман совет кешеһе, асыҡ изге сырайлы һәм зәңгәр күҙле летчик буласаҡ, тигән. Юраға саҡ бер йәш тулған, ә Циолковский уның буласаҡ портретын яҙған да биргән. Гагариндың йөҙө, ысынлап та, изгелек бөркөп торҙо, күҙҙәре зәп-зәңгәр ине – ундайҙарҙы башҡа берәүҙә лә осратҡаным юҡ.
Сергей Павлович Королевтың Циолковский яҙған мәҡәләне күргәне лә булманы, әммә шунда уҡ Гагариндың аҡылын һәм һөйкөмлөлөгөн билдәләне.
– Гагарин башҡаларҙан ниндәй сифаттары менән айырылып торҙо?
– Уға тәбиғәттән аҡыл ҡеүәһе һәм иҫ киткес егәрлелек бирелгән. Мәктәп, һөнәрселек училищеһы, техникум, авиаклуб, хәрби авиация училищеһы – барыһында ла тик “яҡшы” билдәләргә өлгәшкән. Ҡалғандар, шул иҫәптән мин дә, баҫҡыс буйлап ҡына йөрөнөк – мәктәп, училище... Ул иһә һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылды, замандан алдараҡ барҙы. Жуковский исемендәге академияла йәнәш ултырҙыҡ. Командировкалар арҡаһында Юра лекцияларҙы йыш ҡалдырҙы, ҡайтҡас, йыйнаҡ ҡына яҙыуы менән конспекттарҙы күсереп алыр ине. Уҡыуҙы, әлбиттә, “отлично”ға тамамланы.
Алексей ЛЕОНОВ: “Юраның үлеме тураһындағы дөрөҫлөктө яҡлап сирек быуат көрәштем”...Ул ихлас дуҫлаша һәм ярҙамлаша белде, үлеме лә намыҫлылығынан булды.
– Быны нимәнән алып әйтәһегеҙ?
– Беләһегеҙме, 27 мартта Гагарин ни өсөн самолетта осто? Уға Космонавтар әҙерләү үҙәге начальнигы вазифаһын тәҡдим иттеләр. Сафҡа летчик булараҡ баҫырға тейешмен, тигән шарт ҡуйҙы: “Осмайынса тороп, летчиктарға идара итергә намыҫым ҡушмай”. Бәхетһеҙ осош ваҡытында ул алама һауа шарттарында беренсе класс талаптарын үтәргә тейеш ине.
– Гагариндың үлемен төрлөсә фаразлайҙар: билдәһеҙ осоусы объектҡа юлыҡҡан, экипаж ағзалары иҫерек булған, самолет ватыҡ, диспетчер эшенә яуапһыҙ ҡараған һәм башҡалар. Асылда сәбәп ниҙә?
– Әлеге көндә дөрөҫлөктө һөйләргә рөхсәт бирелде. Һәләкәттең сәбәбе – беҙҙең илдәге илке-һалҡылыҡ, аҙғынлыҡ һәм башбаштаҡлыҡ. Һынау осоштары барған ерҙә Гагариндың “МиГ-17” самолеты эргәһенән, ҡағиҙәне боҙоп, икенсе самолет осоп үтә. Гагарин сәғәтенә 750 километр тиҙлектә осҡан, ә икенсе пилот унан 10 — 15 метр алыҫлыҡта тауыш тиҙлегендә тиерлек (1170 — 1200 км/сәғ.) үтеп киткән. Ҡуҙғыған һауа ағымы арҡаһында машина әйләнгән һәм һауа өйөрмәһенә эләккән. Әйткәндәй, самолетта 260-ар литрлыҡ бактар ҙа булған. Самолеттың етәксе һынаусыһы Владимир Серегин: “Юғары һәм ҡатмарлы пилотаждар тыйыла”, тип яҙған. Экипаж да быны планлаштырмаған. 4200 метр бейеклектә Юрий: “Мин, 625-се, осоштарҙы һынау районындағы эште үтәнем, рубежға (аҫҡа төшөү линияһы) юлланам”. Был һуңғы доклад була. 55 секундтан – беҙгә теүәл ваҡыт билдәле, сөнки ул борттағы сәғәттә күрһәтелеп ҡалған – самолет ергә килеп төшә... Миндә фажиғә урынында төшөрөлгән фотоһүрәттәр бар. Әгәр самолет мороно менән төшһә, ике-өс кенә ағасҡа тейер ине, ә унда әллә күпме ағастың башы һынған.
– Тимәк, пилоттар самолетты һауа өйөрмәһенән сығарырға тырышҡан?
– Ағастар төшкән был һүрәт – экипаждың аҙаҡҡы секундҡа тиклем иҫән булыуын дәлилләүсе документ.
– Ни өсөн дөрөҫлөктө шулай оҙаҡ йәшереп килделәр?
– Эште яптылар. Хөкүмәт машинаһы йәмәғәтселектең тыныслығын һаҡланы. Генерал Каманин да, конструктор Туполев та ваҡиғаның нисек булғанын белде, әммә был мәсьәләне ҡуҙғатмауҙы һораны. Дөрөҫлөк өсөн яңғыҙым көрәштем, Президентҡа ла мөрәжәғәт иттем. Һәләкәттең санкцияланмаған самолет арҡаһында булыуы яңыраҡ ҡына фаш ителде. Осоу ҡағиҙәһен боҙған летчиктың фамилияһы һуңғараҡ әйтеләсәк.
– Ул сер итеп һаҡланамы?
– Әхлаҡи күҙлектән сығып, әйтмәй торорға ҡарар ителде – ул күптән һикһәнде уҙған, ҡаты сирләй.
– Билдәле шәхесме?
– Бик күренекле кеше. Һәйбәт летчик-һынаусы, Советтар Союзы Геройы. Эргәмә килеп китте...
– Кем ғәйепле – летчикмы, уны осошҡа ебәргән кешеләрме?
– Әлбиттә, летчик. Ул 10 000 метр бейеклектә осорға тейеш булған, әммә болоттар аҫтына, яҡынса 400 метр бейеклеккә төшкән һәм Гагариндың самолеты эргәһенән генә тауыштан юғары тиҙлектә кире өҫкә менеп киткән. Һуңғараҡ генерал Запольскийға: “Нимәлер булғандай тойолғайны”, – тигән.
– Был фаразды фотоһүрәттән тыш тағы ниндәй факттар дәлилләй?
– Жуковский академияһы ҡеүәтле ғилми үҙәк булған саҡта фән докторы Сергей Белоцерковский менән самолеттың 55 секундта үткән юлын төрлөсә күҙаллап, иҫәпләп ҡараныҡ. Был ваҡыт арауығына тура килгән берҙән-бер фараз – “МиГ”-тың икенсе самолет хасил иткән тәрән һауа өйөрмәһенә эләгеүе.
Мин ул ваҡытта фажиғә урынынан 13 километр алыҫлыҡта инем һәм ике тапҡыр көслө тауыш ишеттем – береһе шартлау булһа, икенсеһе самолет тауыш барьерын үткән саҡтағы гөрһөлдәүгә оҡшағайны, йәғни ул ҡапыл тиҙлекте арттырып өҫкә күтәрелгән. Тауыштарҙың аралығы 1,5 секунд булды. Уларҙы мин генә ишетмәнем, был хаҡта 1968 йылдағы документтарҙа ла яҙҙым. 90-сы йылдар башында йәнә Гагаринға ҡарата ҡыҙыҡһыныу артты, летчиктар иҫерек булған, һунарға сыҡҡан тигәнерәк йәмһеҙ хәбәрҙәр баҫылды...
Егерме йылдан ашыу ваҡыт үткәс, беҙгә комиссия документтарын ҡарарға рөхсәт иттеләр. Минең отчет ҡабаттан күсерелгәйне – яҙыу икенсе кешенеке, яңғыраған тауыштар араһындағы ваҡыт та ун тапҡырға оҙайтылған. Шул саҡ, дөрөҫлөк асыҡтан-асыҡ әйтелһен өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын, тип үҙемә һүҙ бирҙем. Ваҡыт етте. Ялғанлыҡҡа ҡаршы 25 йыл көрәштем.
– Имеш-мимештәр арҡаһында Гагариндың ҡапма-ҡаршылыҡлы ике образы барлыҡҡа килде: тел тейҙергеһеҙ герой һәм йыш байрам итергә яратҡан, ҡатын-ҡыҙға битараф булмаған ир...
– Эшләгән саҡта алкоголь тураһында уйларға ла хоҡуғыбыҙ юҡ ине. Шулай ҙа үҙебеҙсә байрамдар ойоштора, табын ҡора торғайныҡ. 1964 йылдағы тыуған көнөм хәтергә уйылған, Юра менән икебеҙгә ул йылда утыҙар йәш тулғайны. Дуҫтар йыйылды, Гагарин бер ҡосаҡ сирен сәскәһе тотоп килде. Ашап-эстек, күңел астыҡ. Беҙ иҫереп йөрөгән тиһегеҙме?
Һәр Яңы йылды бергә ҡаршыланыҡ. Барыбыҙ ҙа күңелле сығыштар әҙерләп, йырлап, уйнап-көлөп үткәрҙек байрамдарҙы. Командир булараҡ, отряд ағзалары һәм уларҙың ҡатындары, балалары – бер ғаилә, тип ҡарай торғайным. Эсеп иҫерергә түгел, ә бергәләп күңел асырға яраттыҡ. Бер ҡасан да Гагариндың иҫергәнен күрмәнем, хатта һунар ваҡытында ла.
Ҡатын-ҡыҙға битараф булмаған, тиеүҙәре лә туҙға яҙмаған хәбәр. Әйтеп бөтөлмәгән дөрөҫлөк ялғандан да насарыраҡ. Беләһегеҙме, бындай ғәйбәт ҡайҙан килеп сыҡҡан? Көньяҡтан. Форос. Ямғырлы көн. Кәрт уйнайбыҙ. Тәнәфес яһап алырға булдыҡ. Юра үҙенең номерына китте. Инглиз йоҙаҡлы ишеге бикләнгән дә ҡуйған. Бүлмәлә – шәфҡәт туташы (һәр космонавҡа шәфҡәт туташы беркетелгәйне), йәш кенә ҡыҙ. Улар ике-өс минуттай һөйләшкәс, берәү ишек шаҡый – Валя, Гагариндың ҡатыны. Нимә көткәнен Юра яҡшы аңлай – мөнәсәбәттәрҙе асыҡларға тура киләсәк, сөнки Валя бигерәк көнсөл. Ҡалайтырға белмәйенсә, тәҙрәнән һикерә. Этаж ярымлыҡ бейеклек, бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ. Шулай ҙа ботинкаһының башы тәҙрә аҫтында үрмәләп үҫкән ҡытай глицинияһының ботағына эләгә лә, әйләнеп китеп, башы менән бордюрға барып төшә. “Валяла берәй төрлө шик тыуыуын теләмәнем”, – тип аңлатты һуңынан был ҡылығын. Йүләрлекме? Әлбиттә.
...Беләһегеҙме, уны йыш иҫкә алам: кәмәлә йөҙгәнде, бер табында ултырғанды, усаҡ эргәһендә пограничниктар менән гәпләшкәнде һәм сәйнүк ҡайнағанды. Барыбыҙ ҙа күптәнге таныштар кеүек ихласлап, иркенләп һөйләшә инек. Һаман да иҫән кеүек ул минең өсөн...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Өфөлә ер убылды

Өфөлә ер убылды 19.11.2018 // Йәмғиәт

Төндә баш ҡаланың Нижегородка биҫтәһендә ер убылып, ике автомобиль зыян күрә. Ваҡиға Һаҙлыҡ...

Тотош уҡырға 8

Ниндәй ҡала иң таҙаһы?

Ниндәй ҡала иң таҙаһы? 19.11.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙәге миллиондан ашыу халҡы булған ҡалалар араһында Өфө таҙалыҡ буйынса бишенсе урынды алды....

Тотош уҡырға 17

Билдәле Рәсәй “йондоҙо” Баста китап яҙған

Билдәле Рәсәй “йондоҙо” Баста китап яҙған 19.11.2018 // Йәмғиәт

Барыһына ла Баста исеме аҫтында билдәле булған йырсы Василий Вакуленконың ошо арала “Бэлла исемле...

Тотош уҡырға 24

Атайҙар кәңәш ҡорҙо

Атайҙар кәңәш ҡорҙо 18.11.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла районында икенсе йыл рәттән Атайҙар форумы үтә. Был юлы ул мәктәп уҡыусыларының иң яҡшы...

Тотош уҡырға 73

Был – спектакль түгел

Был – спектакль түгел 18.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн янғын һүндереүселәр Өфөләге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры...

Тотош уҡырға 82

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”!

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”! 18.11.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡаланың такси баҙарына “Ситимобил” компанияһы сығырға ниәтләй....

Тотош уҡырға 53

"Беҙҙең Зөләйха инәй"

"Беҙҙең Зөләйха инәй" 18.11.2018 // Йәмғиәт

Нуриман районының Байгилде ауылында ошо көндәрҙә 95 йәшен билдәләгән Зөләйха Гәрәеваны шулай тип...

Тотош уҡырға 42

Өс коопертив ярҙам алды

Өс коопертив ярҙам алды 18.11.2018 // Йәмғиәт

Иглин районының “Оло Теләк”, “Родное село”, “Иван-Казанка” ауыл хужалығы коопертивтары ауыл...

Тотош уҡырға 43

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте 18.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республикала аяҙлы-болотло һауа...

Тотош уҡырға 69

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә 18.11.2018 // Йәмғиәт

Һауа торошо шарттары насарайыу сәбәпле, республикала ваҡытлыса пассажир автобустары һәм маршрут...

Тотош уҡырға 90

Табиптар өсөн – 125 миллион һум

Табиптар өсөн – 125 миллион һум 18.11.2018 // Йәмғиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төҙөлөп ятҡан “Сулпан” биҫтәһен...

Тотош уҡырға 52

Мостай Кәрим алда бара

Мостай Кәрим алда бара 17.11.2018 // Йәмғиәт

Өфө аэропортына исем һайлау буйынса биш көн тауыш биреү барышында халыҡ шағиры Мостай Кәрим алда...

Тотош уҡырға 97