Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ул эш өҫтәлендә ятырға тейеш”
“Ул эш өҫтәлендә ятырға тейеш”Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының (элекке Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы) башҡорт филология факультеты коллективы гәзиттең һәр саҡ иң яҡын дуҫы булды. Быйыл да республикаға данлыҡлы педагогтар, сәйәси эшмәкәрҙәр, яҙыусылар, журналистар, тәржемәселәр, йырсы-бейеүселәр биргән факультет уҡытыусылары “Башҡортостан”ға киләһе ярты йыллыҡҡа алдан яҙылып ҡуйҙы.
Тел һағында булып, милләтебеҙҙең киләсәген хәстәрләүсе был коллектив, заман менән бергә атлап, һәр саҡ эҙләнеүҙәр, ғилми бәйләнештәр булдырыу юлында. Мәҫәлән, йыл да факультетта Зәйнәб Биишева уҡыуҙары үтә. Унда бихисап студент, уҡытыусы-ғалимдар сығыш яһай. Араларында сит ил ҡунаҡтары булыуы сараға мәртәбә өҫтәй. Бигерәк тә коллектив Төркиә, Ҡаҙағстан менән ныҡлы бәйләнештә тора. Улай ғына ла түгел, факультетта белем алыусы студенттарға үҙҙәренә төрлө өлкәләргә, сит илдәргә барып белемен камиллаштырып ҡайтыу мөмкинлеге бар.
Ошо тиклем фиҙакәр хеҙмәт үҙ баһаһын таба килә, әлбиттә. Бында ғилем эстәгән студенттарҙың ғилми, мәҙәни һәм спорт саралары буйынса еңеүселәр рәтендә булыуы – быға үҙе ишара. Ә студент саҡтағы еңеүҙәр хеҙмәт юлындағы ҙур уңыштарға старт булып тора.
– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының эш өҫтәлендә һәр саҡ “Башҡортостан” гәзите булырға тейеш. Баҫма биттәрендә донъя күргән материалдар уҡытыусы өсөн рухи аҙыҡ та, методик ярҙамсы ла. Шуның өсөн гәзит – беҙҙең яҡын дуҫыбыҙ, – тип башҡаларға өлгө күрһәтеп, уңыштарының сере менән бүлешә факультет коллективы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә

  1. Рияз
    Рияз от 13.04.2013, 05:19
    Афариндар! Беҙҙең Стәрлетамаҡтағы коллегаларыбыҙ!
    Дөрөҫ яҙа Рәмил ҡусты, "Башҡортостан" гәзите башҡорт эшмәкәренең эш өҫтәлендә һәр ваҡыт булырға тейеш.
    Үткән кесе аҙна, 11 апрелдә, беҙҙең БДУ Бөрө филиалында оло башҡорт гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Нияз Булатбай улы Сәлимов һәм мәхәрририәт ағзаһы, талантлы шағир Салауат Әбүзәров килеп киттеләр. Бына был, исмаһам, беҙгә, Бөрө башҡорттары өсөн ифрат әһәәмиәтле, ғөйөт ҡыҙығлы осрашыу булды. Бөрөләр Нияз Булатбай улының сығышын, уның төплө, филологик яҡтан раҫ һәм бай йөкмәткеле телмәрен иҫ китеп тыңланыҡ. Ә Салауат Әбүзәровтың сығыш ошшо ла таң ҡалдырҙы. Ниндәй талант, ҡайһылай ябай һәм матур һөйләшә белә Салауат халыҡ менән!
    Ҙур рәхмәт, "Башҡортостан" гәзитенә! Беҙ, бөрөләр, гәзитебеҙгә дәррәү яҙылабыҙ.






Өфөлә ер убылды

Өфөлә ер убылды 19.11.2018 // Йәмғиәт

Төндә баш ҡаланың Нижегородка биҫтәһендә ер убылып, ике автомобиль зыян күрә. Ваҡиға Һаҙлыҡ...

Тотош уҡырға 8

Ниндәй ҡала иң таҙаһы?

Ниндәй ҡала иң таҙаһы? 19.11.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙәге миллиондан ашыу халҡы булған ҡалалар араһында Өфө таҙалыҡ буйынса бишенсе урынды алды....

Тотош уҡырға 17

Билдәле Рәсәй “йондоҙо” Баста китап яҙған

Билдәле Рәсәй “йондоҙо” Баста китап яҙған 19.11.2018 // Йәмғиәт

Барыһына ла Баста исеме аҫтында билдәле булған йырсы Василий Вакуленконың ошо арала “Бэлла исемле...

Тотош уҡырға 24

Атайҙар кәңәш ҡорҙо

Атайҙар кәңәш ҡорҙо 18.11.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла районында икенсе йыл рәттән Атайҙар форумы үтә. Был юлы ул мәктәп уҡыусыларының иң яҡшы...

Тотош уҡырға 73

Был – спектакль түгел

Был – спектакль түгел 18.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн янғын һүндереүселәр Өфөләге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры...

Тотош уҡырға 82

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”!

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”! 18.11.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡаланың такси баҙарына “Ситимобил” компанияһы сығырға ниәтләй....

Тотош уҡырға 53

"Беҙҙең Зөләйха инәй"

"Беҙҙең Зөләйха инәй" 18.11.2018 // Йәмғиәт

Нуриман районының Байгилде ауылында ошо көндәрҙә 95 йәшен билдәләгән Зөләйха Гәрәеваны шулай тип...

Тотош уҡырға 42

Өс коопертив ярҙам алды

Өс коопертив ярҙам алды 18.11.2018 // Йәмғиәт

Иглин районының “Оло Теләк”, “Родное село”, “Иван-Казанка” ауыл хужалығы коопертивтары ауыл...

Тотош уҡырға 43

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте 18.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республикала аяҙлы-болотло һауа...

Тотош уҡырға 69

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә 18.11.2018 // Йәмғиәт

Һауа торошо шарттары насарайыу сәбәпле, республикала ваҡытлыса пассажир автобустары һәм маршрут...

Тотош уҡырға 90

Табиптар өсөн – 125 миллион һум

Табиптар өсөн – 125 миллион һум 18.11.2018 // Йәмғиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төҙөлөп ятҡан “Сулпан” биҫтәһен...

Тотош уҡырға 52

Мостай Кәрим алда бара

Мостай Кәрим алда бара 17.11.2018 // Йәмғиәт

Өфө аэропортына исем һайлау буйынса биш көн тауыш биреү барышында халыҡ шағиры Мостай Кәрим алда...

Тотош уҡырға 97