Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изге ғәмәлдең юлы — намаҙ
Дин һәм йәмғиәт. Был ике төшөнсә араһындағы бәйләнештең ныҡлығына көндән-көн инанабыҙ, бәхәстәр ҡорабыҙ. Шулай ҙа нисек булырға тейеш: дин йәмғиәткә яраҡлашып үҙгәрһенме, әллә киреһенсәме? Ошо һәм дингә ҡағылышлы башҡа һорауҙарға яуап эҙләп, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районының имам-мөхтәсибе Ришат хәҙрәт Рафиҡовҡа мөрәжәғәт иттек.

— Ришат хәҙрәт, бөгөн диндең йәмғиәттәге урыны, әһәмиәте ниндәй? Ғөмүмән, һеҙҙеңсә, нимә ул кешелек өсөн дин?
— Пәйғәмбәребеҙҙең һүҙҙәре менән яуап биргәндә, дин – ул юл. Бишектән алып ләхеткә тиклемге тормошобоҙ өсөн хаҡ һуҡмаҡ. Әлхәмдүлилләһ, әлегә ҡәҙәр иманһыҙ кешене осратҡаным юҡ, әммә иманлы булыу динле булыу тигәнде аңлатмай әле. Арабыҙҙа дин юлына аяҡ баҫыусылар һирәк. Иманлылыҡ атай-әсәйҙән күсә килә. Артабан үҫеш алмай, шул кимәлдә ҡата. Үкенескә ҡаршы, кеше быға үҙе сәбәпсе, сөнки ул дини юлдан ҡурҡа, тормошон үҙгәртергә ашыҡмай. Ләкин донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн иманлы булыу ғына аҙ. Ул кире күренештәрҙән ғибәрәт барлыҡ кәртәләргә лә ҡаршы тора алмай. Гонаһ ҡылмаҫ өсөн дини яҡтан көслө булыуың фарыз. Дәүләт кимәлендә һүҙ йөрөткәндә, әйтәйек, эскелеккә, наркоманияға һәм тәмәке тартыуға ҡаршы көрәшкә хөкүмәт күп финанс сарыф итә. Һөҙөмтәһе? Эскеселәр күбәйә, наркомандар арта, тәмәке тартыусылар ишәйә. Ә бына һәр кеше динле булһа, минеңсә, был проблемалар шунда уҡ тамыры менән юҡҡа сығыр ине. Ислам өс күренеште лә тыя. Эсеп йөрөүсе, тәмәке тартыусы булмаһа, нисек эскелек менән наркомания үҫешһен? Шунан диндең йәмғиәт өсөн әһәмиәтен үҙегеҙ самалағыҙ инде.
— Ислам дине ҡанундарына ярашлы йәшәһәк, йәмғиәттең, иҡтисадтың үҫеше туҡтаясаҡ, тип әйтеүселәр ҙә бар.
— Тарихҡа баҡһаҡ, XVI быуатҡа ҡәҙәр Европаның ислам дине тотҡан ғалимдарҙың асыштары һәм хеҙмәттәре ярҙамында үҫешкәненә тап булабыҙ. Был осраҡлы хәлме ни? Тағы бер миҫал: бер нисә быуат элек Юрматы ырыуына ҡараған бер ауылда Мәккәлә уҡып ҡайтҡан дин әһеле мәсет төҙөтә, мәҙрәсә аса. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ул ауыл ситенән аҡҡан йылғанан улаҡтар аша ағас мәсеткә һәм мәҙрәсәгә һыу үткәртә. Бөгөн дә күнәк менән һыу ташыусыларҙы күҙ алдына килтереп, дин әһеленең эшен бөйөк тарихи аҙым тип иҫәпләргә булыр ине. Шулай уҡ бер нисә быуат элек ислам илдәренең береһендә йылғаны, йүнәлешен үҙгәртеп, тау башында ултырған ҡала аша ағырға мәжбүр итеүҙәре хаҡында әйтергә була. Йылғаның тау үренә табан аҡҡанын күҙ алдығыҙға килтереп ҡарағыҙ әле. Әле лә мосолман илдәренән сыҡҡан ғалимдарҙың, мәҫәлән, нанотехнологияларға нигеҙләнгән хеҙмәттәре һанап бөткөһөҙ. Ә донъя кимәлендәге сауҙа системаһын, медицинаны алһаҡ? Пәйғәмбәребеҙ: «Бишектән ләхеткә тиклем ғилем өйрәнегеҙ», — тип юҡҡа әйтмәгән.
Дин йәмғиәт үҫешен тотҡарлай, тиһәк, бында иғтибарлы булырға кәрәк. Әгәр ҙә, мәҫәлән, фәхишәлек, бер үк енеслеләр араһындағы мөхәббәт, уғрылыҡ, тупаҫлыҡ кеүек күренештәрҙе пропагандалаусы киноиндустрияны һәм башҡаны йәмғиәт, иҡтисад үҫешен тәьмин итеүсе тип һанаһаҡ, уны, әлбиттә, тотҡарлай…
— Тимәк, дин заманса йәмғиәттең һәм иҡтисадтың үҫешенә ҡамасау түгел?
— Исламдың фәлсәфәһе сикһеҙ. Эҙләнә башлаһаң, төбөнә төшөрмөн тимә. Һәр нәмәгә "ярамай" тип тә йәшәп булмай. Уйланған һайын яңы һорауҙар тыуа, бәхәстәр ҡуба. Заман бит бер урында тормай. Элек ишәк менән йөрөһәк, хәҙер самолетта осабыҙ. Ә диндә: «Самолетта осорға ярамай», — тигән һүҙ юҡ. Дин ҡанундарына таянып йәшәү фарыз, ләкин йәмғиәттең үҫешен дә иҫәптә тоторға кәрәк. Мәҫәлән, исламда кеше һүрәтен яһау тыйыла. Әле донъяның бер төбәгенән икенсеһенә Интернет аша секунд эсендә фотоларыбыҙҙы ебәрә алабыҙ. Йылдар буйы осрашмай, һағынған яҡындарыбыҙҙың фотолағы йөҙөн күрһәк, бәхет түгелме ни? Тарихта һүрәт сифатында һаҡлап ҡалдырырлыҡ ваҡиғалар бихисап. Скайп аша хәбәрләшеү үҙе ни тора! Раббыбыҙ барыбер күрә нимә ярағанын, нимә ярамағанын. Насар ғәмәлдәргә ҡасан да булһа тәүбә ҡылырға тура килә, ә ярағандарын Аллаһы Тәғәлә рөхсәт итә. Сама белеп йәшәү хәйерле.
— Ришат хәҙрәт, шуны әйтегеҙ әле: ысын мосолман ниндәй булырға тейеш?
— Иң беренсе сиратта гонаһ ҡылмаҫҡа ынтылығыҙ. Төп гонаһтар – бая телгә алып киткән кире күренештәр: эскелек, наркомания, тәмәке тартыу, урлашыу, йәберләү, фәхишәлек, ғаиләңә һәм яҡындарыңа хыянат, кеше үлтереү һ.б.
Динде юл менән сағыштырғайныҡ. Шуны, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ — Өфө юлы тип алайыҡ. Иртән рулдә баш ҡалаға ҡуҙғалдыҡ. Уйлап ҡарайыҡ әле: әгәр бер ҡайҙа ла ҡайырмай, тиҙлекте арттырмай, иғтибарҙы юлға ғына йүнәлтеп барһаҡ, баш ҡалаға самалаған ваҡытҡа иҫән-һау барып етәбеҙ. Юл ыңғайы берәйһен ултыртып алһаҡ, үҙебеҙгә сауап та өҫтәйбеҙ. Тормошта ла шулай. Юлда, әлбиттә, төрлө хәлдәр килеп тыуа, әммә тормош та ҡаршылыҡһыҙ түгел. Шул һынауҙарға бирешмәй алға барырға ынтылыу фарыз.
— Тимәк, эсмәгән, тартмаған, хәләл ефетенә хыянат итмәгән, башҡаларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышҡан һәм хаталары өҫтөндә эшләгән кеше ысын мосолманмы?
— Юҡ. Пәйғәмбәребеҙ әйткән: “Фани донъяла ожмах ҡапҡаһы ысын мосолмандар алдында ғына асыласаҡ”. Тик бының өсөн иманлы булыу, изге ғәмәл ҡылыу мотлаҡ. Изге ғәмәлдең иң ҙуры – намаҙ аша ғына беҙ ысын мосолман була алабыҙ.
— Ҡайһы саҡта тәүлегенә 17 сәғәт эшләргә тура килә. Унан тыш ял итергә лә, тамаҡ ялғарға ла кәрәк. Эшләмәһәң, ғаиләңде кем ҡарар? Ә минең, мәҫәлән, ысын мосолман булғым килә, ти. Был осраҡта нисек дини хаҡлыҡ табырға һуң?
— Ислам киң таралған илдәрҙә намаҙ ваҡытында урамда бер тауыш юҡ. Барлыҡ эш туҡтап тора. Ә шул илдәрҙең күбеһе иҡтисад өлкәһендә киң үҫешкән. Бынан тыш, көнөнә биш намаҙын ҡалдырмаған миллиардерҙар бихисап. Аллаһ Тәғәлә насип итһә, ваҡыт та табыласаҡ, мөмкинлек тә килеп сығасаҡ. Насип итмәһә, сирләп китеп, көнөнә 17 сәғәт түгел, 17 минут та эшләй алмаҫлыҡ хәлгә ҡалыуың ихтимал. Раббыбыҙҙы таныһаҡ, ул да беҙҙе ситләтмәҫ. Шуға ла Аллаһ Тәғәләгә рәхмәттәр уҡып, иманлы булып, изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәргә кәрәк. Ниәтең изге булһа, тырышлыҡ та бушҡа китмәй. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар.
— Шулай ҙа ваҡыт етмәй, ти…
— Ваҡыт етмәй, килеп сыҡмай, тип өйрәнгәнбеҙ. Башта эшләп ҡарарға кәрәк, фаразлауҙан ни фәтүә? Бер аҡыл эйәһе былай тигән: «Эшләгән йә уңа, йә туңа — тимәк, ике һөҙөмтәгә иҫәп тота ала. Ә эшләмәгән туңасаҡ ҡына». Бер уйлаһаң, дин ҡанундарына таянып йәшәү өсөн күп кәрәкме ни…



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 0

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 44

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 45

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 59

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 37

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 27

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 75

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус 19.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең “Тролза” троллейбус заводы Стәрлетамаҡта яңы төр электробусты һынай....

Тотош уҡырға 43

Ҡар һәм буран

Ҡар һәм буран 19.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә,...

Тотош уҡырға 44

Буран эште тотҡарлай

Буран эште тотҡарлай 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала февраль бурандары тынмай. Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда урамдарҙы...

Тотош уҡырға 41

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 53

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 91