Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Динар ҒИЛМЕТДИНОВ: "Битарафлыҡ һәләкәткә илтә"
Динар ҒИЛМЕТДИНОВ: "Битарафлыҡ һәләкәткә илтә"Бөгөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге бөтөн ил халҡын борсоған иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әүерелде. Ҡайһы саҡ Рәсәй юлдарында һуғыш бара тиерһең – ҡорбандар йөҙҙәрсә, хатта меңдәрсә ғүмер менән иҫәпләнә. Күптәрҙе аямай был "һуғыш", әммә ҡағиҙәләрҙе, язаны көсәйтеү генә һаман да хәлде тамырынан үҙгәртеү мөмкинлеген бирмәй. Ҡот осҡос бит: республикабыҙ юлдарында йыл дауамында ғына бер ауыл халҡына торошло кеше һәләк булып торһон әле?!
Баҡһаң, йыш ҡына эргә-тирәләгеләргә үҙебеҙ битараф икән. Бындай күңелһеҙ статистика – ни бары ошоноң һөҙөмтәһе генә. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Динар ҒИЛМЕТДИНОВ менән аралашҡанда ла ошо фекер раҫланды. Юлдағы тәртипһеҙлектәргә ҡаршы ниндәй генә ысул менән көрәшмә, ниндәй генә яза уйлап тапма, әгәр йәмғиәтебеҙҙә битарафлыҡ хөкөм һөрә икән, ыңғай үҙгәреш көтөрмөн тимә. Түбәндәге әңгәмә быны тағы бер ҡабат иҫбатланы.

Йәш быуынға хәүеф яҡындарынан янай

– Динар Заһит улы, былтырғы йомғаҡтар беҙгә ни һөйләй: юл-транспорт һәләкәттәре артамы, әллә кәмейме? Шулай уҡ балалар ҡатнашлығында булғандарына айырым туҡталғы килә...
– Шөкөр, юл фажиғәләре яйлап булһа ла кәмей. Эшмәкәрлегебеҙҙең төп маҡсаты ла ошо бит. Мәҫәлән, былтыр 5115 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән (2011 йыл менән сағыштырғанда, 45-кә аҙайған), шуның 416-һы — балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында. Үкенескә ҡаршы, был һәләкәттәрҙә 707 кешенең ғүмере өҙөлдө (18-гә аҙыраҡ), шулай уҡ 6313 кеше йәрәхәт алды (109 кешегә кәмерәк).
Эйе, күңелде ҡырған мәлдәр етерлек: 2011 йыл менән сағыштырғанда, һәләк булған балалар һаны бер аҙға артты – былтыр юл-транспорт һәләкәтендә 26 сабыйҙың ғүмере өҙөлдө. Был – бөтәбеҙ өсөн дә ҙур фажиғә. Әйткәндәй, уларҙың 16-һы – пассажир, тик берәүһе генә балалар өсөн махсус креслола ултырған. Ҡалғандарының бындай хәүефһеҙлек креслоһы бөтөнләй булмаған. Шуға ла йәш быуынға бөгөн юлда төп хәүеф тап яҡындарынан янай тиергә була, уларҙы бит ситтәр алып йөрөмәй. Берәү 500 мең һумға машина һатып алып, хаҡы ике мең һумдан артмаған махсус креслоға аҡсаһын ҡыҙғанып, сабыйының ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя икән, бик үкенесле, әлбиттә. Шуға ла балаларҙың ғүмере өҙөлөүҙә уларҙы ҡурсаларға тейешле өлкән быуындың үҙенең ғәйебе тураһында ла һөйләргә туранан-тура нигеҙ бар.
– Юлда авариялар һаны кәмеһен һәм кешеләр һәләк булмаһын өсөн бөгөн ниндәй саралар кәрәк?
– ЮХХДИ идаралығы бер үҙе генә быға ҡаршы көрәшһә, әлбиттә, ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеү еңелдән булмаясаҡ. Республикала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса 2013 – 2015 йылдарға маҡсатлы программа үтәлә, уға Президент Рөстәм Хәмитов 30 ғинуарҙа ҡул ҡуйғайны. Бында бүленгән миллиард һумдан ашыу аҡса юл хәрәкәтен хәүефһеҙерәк итеү өсөн тотоноласаҡ. Ошо өлкәгә ҡағылышы булған бөтөн министрлыҡ һәм ведомстволар бер төптән эшләйәсәк. Ни тиһәң дә, үҙебеҙҙең көс менән генә юлда тәртип урынлаштырыу мөмкин түгел, бында бер төптән эш итергә кәрәк. Шул осраҡта ғына ниндәйҙер ыңғай һөҙөмтәләргә өмөтләнеп буласаҡ.
– Моғайын, юлдарҙың торошо ла авариялар һанына йоғонто яһамай ҡалмайҙыр?..
– Әлбиттә, уларҙың насар хәлдә булыуы – йыш ҡына аварияларға килтереүсе төп сәбәптәрҙең береһе, бының менән тулыһынса килешәм. Бигерәк тә юлда билдәләрҙең һәм һыҙаттарҙың булмауы ошоға булышлыҡ итә. Кеше тапалһынмы йә автомобилдәр бәрелешһенме, әгәр юлда билдәләр юҡ икән, был шунда уҡ һәләкәткә илтеүсе сәбәптәр исемлегенә индерелә. Мәҫәлән, яуым-төшөм мәлендә билдә менән һыҙаттарҙың хәүефһеҙлек өсөн әһәмиәте икеләтә-өсләтә арта. Рулдәге кеше иғтибарын юғалтып, йәйәүлеләр үткәүеле билдәһен күрмәһә лә, юлдағы һыҙаттарҙы күҙҙән ысҡындырмаясаҡ. Үҙегеҙ ҙә шаһитһығыҙ, яҙ етеү менән юлдар ҙа ҡот осҡос хәлгә килде: водителдәр йыш ҡына ошо соҡор-саҡырҙы урап үтәм тип тә бәләгә осрай. Ә урамайынса башҡаса сара юҡ. Шуға ла хәүефһеҙлекте тәьмин итергә тейешле инспектор юл-транспорт ваҡиғаһын теркәргә мәжбүр: улары иһә һуңғы осорҙа көнөнә генә 250 – 300 осраҡтан ашып китә. Был һис тә шатландырмай, әлбиттә.

Камера инспекторҙы алмаштыра аламы?

– Хәҙер, юлдарҙың хәүефһеҙлеген күберәк видеокамералар күҙәтә. Уларҙың эшмәкәрлеген нисек баһалайһығыҙ? Һуңғы мәлдә ЮХХДИ инспекторҙары урам буйында һирәгерәк осрай, был аварияларҙың артыуына килтермәйме?
– Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе һандарҙан сығып баһалана бит. Әгәр беҙ камера ҡуйған биләмәлә юл-транспорт һәләкәте күҙгә күренеп кәмей икән, тимәк, яңы ысул үҙ-үҙен аҡлай. Мәҫәлән, Салауат Юлаев проспектының, Ырымбур юлының камералар ҡуйылған өлөшөндә юл фажиғәләре, һәләк булғандар һәм йәрәхәт алыусылар һаны һиҙелерлек кәмене. Бер мәл уларҙы алырға тура килгәйне, күңелһеҙ хәл-ваҡиғалар көндән-көн арта башланы. Сәбәбе – камера юҡлығын күреп, ҡайһы берәүҙәр тағы ла "ҡыуырға" тотондо. Ҡабаттан ҡуйғайныҡ, хәл йәнә яҡшырҙы. Камераларҙың һөҙөмтәлелеген ошонан асыҡ тоябыҙ.
Шулай уҡ инспекторҙар ҙа водитель менән бәхәскә инмәй, был да камераның тағы бер өҫтөнлөгө. Ҡағиҙәне боҙғанһың икән, ул мотлаҡ теркәлә һәм видеофиксация үҙәгенә оҙатыла, унда иһә ҡарар сығарыла һәм хәбәр итеү өсөн почтаға ебәрелә – бына бөтә тәртип.
Күптәр инспекторҙарҙың кәмеүе юлда бәлә-ҡаза артыуына килтерер тип уйлағайны. Әммә, киреһенсә, камералар ярҙамында һәләкәттәрҙе кәметеүгә өлгәштек. Шуға ла быйыл видеоҡорамал һатып алыуға ғына 102 миллион һум сарыф ителәсәк, был республика бюджетында планлаштырылған. Улар ниндәйҙер кимәлдә инспекторҙарҙы алмаштырасаҡ.
Бөгөн юл-транспорт ваҡиғаларының төп сәбәптәре – рөхсәт ителгәндән тыш тиҙлекте арттырыу, юлдың ҡаршы һыҙатына сығыу һәм иҫерек килеш рулгә ултырыу. Үткән йылда инспекторҙарыбыҙ кәмеһә лә, ҡағиҙәләргә битараф 35 мең водителде эләктерҙек. Әйткәндәй, был 2011 йылдағынан 2 мең кешегә күберәк. Сәбәбе нимәлә? Беренсенән, хеҙмәткәрҙәребеҙ сифатлыраҡ эшләй башлаһа, шул уҡ мәлдә иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәр һаны ла һис кенә кәмемәй.
– Бөгөн Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында ЮХХДИ штаты ҡыҫҡартылды. Бындай үҙгәрештәр кире һөҙөмтәләргә килтермәҫме?
– Эйе, бөгөн республикала ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре штаты бөтөнләй булмаған райондар ҙа бар. Әммә был юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә иғтибар юҡлығын һис тә аңлатмай. Бындай райондарҙағы хәлде күҙҙә тотоу хәҙер күрше райондың ЮХХДИ штаты иңенә беркетелгән. Мәҫәлән, Нуриман районында штатыбыҙ булмаһа ла, бында Эске эштәр министрлығының структур подразделениеһы менән республика батальоны хеҙмәткәрҙәре йыш сығып тора. Беҙ был мәсьәләләрҙе беләбеҙ һәм уларҙы эҙмә-эҙлекле хәл итергә тырышабыҙ. Шуға ла бындай үҙгәрештәр дөйөм юл-транспорт ваҡиғалары күләмендә һис тә сағылмаҫ тигән фекерҙәмен.
– Өфөлә хәҙер тыйылған урында автомобилеңде ҡалдырған өсөн уны эвакуаторға тейәп алып китергә лә күп һорамайҙар. Шул уҡ мәлдә баш ҡалабыҙҙа парковка урындарына ҡытлыҡ икәнлеге бөтәһенә лә мәғлүм. Бәлки, шуның өсөн беренсе тапҡыр хаталанған водителдәрҙе иҫкәртеү менән генә сикләнергә кәрәктер, ни тиһәң дә, ҡайһы саҡта был бит мәжбүри хәл...
– Ни өсөн Көнбайыш илдәрендә тыйыусы билдә торғанда берәү ҙә туҡтап, машинаһын ҡалдырып китмәй һуң? Ә беҙҙә баш-баштаҡланған бер кеше арҡаһында урамдарҙа һыу буйы тығындар барлыҡҡа килә. Беҙ бит улар өсөн юлдарҙы киңәйтмәнек. Ысынлап та, автомобилде ҡалдырып китеү өсөн махсус урындар етмәй, әммә бындай мәлдә водителдәр алдан уйлап хәрәкәт итергә тейеш. Билдә тора икән, юл ҡағиҙәһе мотлаҡ үтәлергә тейеш. Ул бер тапҡыр ҡағиҙәне боҙғас, икенсе тапҡыр йәнә боҙмаҫына кем ышандыра ала? Осраған берәүҙе иҫкәртеп йөрөй алмайбыҙ бит. Арабыҙҙа күптәр ошоноң эҙемтәләре тураһында уйларға теләмәй: бындай баш-баштаҡлыҡ – тығындарға сәбәп, бүтән водителдәр уңайһыҙлыҡ кисерә, хатта ҡайһы саҡта ғүмерҙәр өҙөлә. Үҙең тураһында ғына ҡайғыртып, башҡаларҙың мәнфәғәтен иҫәптән алып ташларға ярамай. Мәҫәлән, беҙ юл ситендә автомобиль ҡалдырыуҙы бөтөнләйгә тыйманыҡ, тик рөхсәт ителмәгән урынға һәм икенсе рәткә генә ҡуйма. Көнбайыш илдәренә сәйәхәт ҡылғанда, берәү ҙә тәүге тапҡыр тип юл ҡағиҙәһен боҙмай һәм машинаны ярамаған ерҙә ташлап китмәй, шуға ла бындай хәлде үҙ илеңдәге тәртипкә битарафлыҡ тип кенә атай алам.
– Ысынлап та, һеҙгә эшегеҙ буйынса илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә, хатта сит илдәрҙә лә булырға тура киләлер. Унда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүселәргә ҡаршы ниндәй ысул менән көрәшәләр?
– Бөгөн республикала 1 миллион 300 меңдән ашыу автомобиль теркәлгән һәм әлеге көндә Башҡортостан Рәсәйҙең техника һаны иң күп һаналған биш төбәге иҫәбенә инә. Беҙҙең бөтөн айырма ошонда. Ә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә шул уҡ ысулдар менән көрәшәләр. Сит илдәрҙә лә шулай уҡ, тик уларҙа яуаплылыҡ күпкә ҡатыраҡ. Миңә Германияның полиция академияһында эш сәфәрендә булырға, Швейцарияла Рәсәй исеменән сығыш яһарға тура килде. Әлбиттә, айырма юҡ түгел. Мәҫәлән, Рәсәйҙә штрафын түләмәгән водитель ЮХХДИ инспекторҙары ҡулына икенсе тапҡыр эләкһә, уға икеләтә штраф йә 15 тәүлеккә ҡулға алыу янай. Ә был илдәрҙә иһә штраф күләме артҡандан-арта бара. Шулай уҡ страховка компаниялары менән хеҙмәттәшлек итеү ҙә күпкә ҡатмарлыраҡ. Шуға ла сит илдәрҙә, полиция менән аңлашылмаусанлыҡ килеп тыумаһын өсөн, һәр кем штрафы бармы-юҡмы икәнлеген тикшереп, ваҡытында түләп тора.

Интернет та ҡайһысаҡ ярҙамға килә

– Юл йөрөү ҡағиҙәһендәге һуңғы үҙгәрештәр буйынса ниндәй фекерҙәһегеҙ? Язаны көсәйтеү авариялар һанын кәметеүгә булышлыҡ итәсәгенә ышанаһығыҙмы? Яңыраҡ Дәүләт Думаһы депутаттары бөтә илде тетрәткән һәләкәттән һуң иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәрҙе автомобилгә идара итеү хоҡуғынан ғүмерлеккә мәхрүм итергә һәм 300 мең һумға ҡәҙәр штраф һалырға тәҡдим иткәйне. Бындай язаны ғәҙел тиергә буламы?
– Юлда бер ғәйепһеҙ кешеләр, сабыйҙар һәләк була. Уларҙың өҙөлгән ғүмере өсөн кем яуап бирергә тейеш? Бына яңыраҡ автомобилгә идара итеү хоҡуғы булмаған берәү, юлда ҡаршы һыҙатҡа сығып, дүрт кешене тапатты, үҙе лә һәләк булды. Быға тиклем был бәндәнең водитель танытмаһын да тартып алғандар, уны биш тәүлеккә бикләгән дә булғандар, ләкин һөҙөмтә генә булмаған. Суд-медицина экспертизаһы уның һәләкәт ваҡытында йәнә иҫерек булғанлығын раҫлаған. Бына ошондай хәлдә ни эшләргә, бындай енәйәтселәргә ҡаршы нисек көрәшергә һуң? Шуға ла көс еткеһеҙ штраф "сәпәп" йә енәйәт эше ҡуҙғатып ҡына уларҙы тыйыу мөмкиндер, тимен. Әгәр кеше иҫерек килеш рулгә ултырмаһа, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен теүәл үтәһә, ул штраф та түләмәйәсәк, төрмәгә лә ултырмаясаҡ бит! Бер аҡылһыҙ кеше өсөн башҡалар зыян күрә. Шуға ла бындай тәҡдимдәр уйланырға мәжбүр итә. Әлбиттә, юлда һәр беребеҙ аңлы булырға, үҙебеҙ өсөн генә түгел, ә башҡалар өсөн дә яуаплы икәнлегебеҙҙе төшөнөргә тейеш.
– Ҡайһы саҡта ҡала урамдарында, бигерәк тә Өфөлә, "ен"дәй осоусы пассажир транспорты һәм "маршрутка"лар осрай. Ирекһеҙҙән, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең уларға бер ниндәй ҡағылышы юҡтыр, тип уйлап ҡуяһың. Был мәсьәләне хәл итеп булмаймы, мәҫәлән, бихисап "ГАЗель" менән "Мерседес"тар һанын кәметеү иҫәбенә булһа ла. Ни тиһәң дә, урамдағы тығындарға йыш ҡына улар ғәйепле бит.
– Бөтәһе лә үҙ эше менән шөғөлләнергә тейеш: бөгөн беҙ, улар ҡағиҙәне боҙһа, язаға ғына тарттыра алабыҙ. Башҡаһы – транспорт инспекцияһының, ҡала етәкселегенең яуаплылығында. Эйе, элегерәк былар бөтәһе лә беҙҙең иңдә булды, ләкин хәҙер улай түгел. Әммә үҙ бурысыбыҙҙы теүәл үтәйбеҙ, ҡала урамдарында иҫерек водителдәргә, ҡағиҙә үтәмәүселәргә ҡаршы етди көрәш алып барыла.
Ҡалала автобустарҙың күплегенә килгәндә, был бер бөгөн генә тыуған мәсьәлә түгел. Ысынлап та, белгестәр иҫәпләүенсә, Өфө ҡалаһына 3,5 мең пассажир транспорты артығы менән етергә тейеш. Ярай, беҙ хатта 5 меңгә лә риза. Әммә бөгөн уларҙың һаны 20 меңдән ашыу! Тап ошонан тығындарға, күберәк табыш алыу өсөн водителдәрҙең бер-береһе менән уҙышыуына юл ҡуйыла ла инде. Автобус һанын тейешенсә ҡалдырғанда, бер ниндәй ҡатмарлыҡ булмаҫ ине.
– Бөгөн һеҙҙең идаралыҡта күпме хеҙмәткәр бар? Уларҙың һаны башҡаса ҡыҫҡартылмаясаҡмы? Инспекторҙар һанын аҙайтыу ришүәтселектең кәмеүенә килтерҙе тиергә буламы? Ҡайһы саҡта эш хаҡының түбән булыуы ошо аҙымға этәрә, тигән фекер ҙә ишетелеп ҡала. Һеҙ бының менән килешәһегеҙме?
– Бөгөн беҙҙә ике меңгә яҡын кеше мәшғүл, хеҙмәткәрҙәр штаты башҡаса ҡыҫҡартылмаясаҡ. Юл-патруль хеҙмәткәре 45 мең һумға ҡәҙәр эш хаҡы ала. Әлбиттә, тәүге ярты йылда, стажировка мәлендә, 15 мең һумға ғына осто-осҡа ялғарға тура килә, әммә һуңынан ул 28 мең һумдан 45 меңгә барып етә. Быны шәхсән мин һис тә бәләкәй тип әйтә алмайым. Шулай уҡ хеҙмәт стажы буйынса ла бер йыл осор йыл ярымға һанала.
Коррупцияға ҡаршы, әлбиттә, даими көрәшәбеҙ. Патруль хеҙмәтенең бөтөн автомобилдәре лә бөгөн видеотеркәү камераһы менән йыһазландырылған, унда инспекторҙарыбыҙҙың һәр аҙымы һәм әйткән һүҙе яҙылып тора. Әгәр инспектор камераны һүндерһә, был турала беҙгә шунда уҡ хәбәр ителә. Шулай уҡ һәммәһе өсөн дә ишек асыҡ: беҙгә килгән һәр ялыуҙы һәм ғаризаны ентекле тикшерәбеҙ. Инспекторҙың ришүәт алырға яратыуы тураһында хәбәрҙәр ишетелһә, ундайҙарҙан ҡотолоу яғын ҡарайбыҙ.
– Үҙегеҙ ҙә рулдәме? Ниндәй автомобиль маркаһына өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Әлбиттә, мин дә, сит ил автомобилдәре яҡшыраҡтыр, тигән фекерҙәмен. Әммә бөгөн күберәк эш машинаһында йөрөргә тура килә. Үҙемдең яратҡан "Уаз"игым бар, мөмкинлек булғанда уның менән һунарға ла, балыҡҡа ла сығам. Шулай уҡ тиҙлекте лә яратам, әммә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һәр саҡ теүәл үтәйем. Водитель стажым 25 йылға етте инде, таныҡлыҡты 19 йәшемдә алғайным.
– Ябай водитель булараҡ әйтегеҙ әле, шәхсән һеҙгә юлдарыбыҙҙа бигерәк тә нимә оҡшамай?
– Юлда бер-береңә ҡарата ихтирамлы һәм иғтибарлы булырға кәрәктер. Юл бирмәү, ҡапыл машинаның алдына сығыу кеүек күренештәр берәүҙең дә кәйефен күтәрмәй. Мәҫәлән, хатта Мәскәүҙә берәү йорт ихатаһынан урамға сыҡһа, тығында теҙелешеп киткән машиналар уға юл бирә. Ә беҙҙә көтәһең дә көтәһең әле. Шуға ла мин юлда йөрөгәндә бер-беребеҙҙе ихтирам итергә саҡырам. Әгәр ҙә бөтәбеҙ ҙә юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәһә, күңелһеҙ ваҡиғалар ҙа аҙыраҡ буласаҡ. Һәр кем тик үҙен генә юлдың төп хужаһы тип хис итә башлаһа, тәртипһеҙлектән башыбыҙ сыҡмаясаҡ.
– Интернет селтәрендә шәхси блогығыҙ бар, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә лә теркәлгәнһегеҙ. Улар эшегеҙҙә ярҙам итәме?
– Мин берәүҙән дә йәшенмәйем, бөтәһе өсөн дә һәр ваҡыт асыҡмын: ысынлап та, Интернетта шәхси блогым бар (http://02.gibdd.ru/blog/), шулай уҡ "Фейсбук"та ла теркәлдем. Кешеләр ебәргән бөтә һорауҙарға ла үҙ ваҡытында төплө яуап бирергә тырышам. Әйткәндәй, был мөрәжәғәттәрҙән үҙебеҙ өсөн дә йомғаҡ яһайбыҙ, бик күптәрҙең әйткәне, кәңәше эшебеҙҙең сифатын баһаларға ярҙам итә.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 55

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 77

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 76

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 32

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 175

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 44

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 68

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 95

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 82

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 985