Илдең киләсәген хәстәрләй

30-04-2013, 01:59 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Һәр сабый бәхетле бала саҡҡа хоҡуҡлы. Тап ошо маҡсат халыҡтың рухи үҙаңын балалыҡҡа йүнәлтеүҙе бурыс итеп ҡуйған йәмәғәт ойошмаһын төҙөүгә нигеҙ һалды. 1987 йылдың 14 октябрендә баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә Бөтә Союз ойоштороу конференцияһы В.И. Ленин исемендәге Совет балалар фондын төҙөргә ҡарар итте.

Уның бүлексәләре илебеҙҙең бөтә төбәктәрендә, шул иҫәптән республикабыҙҙа ла ойошторолдо. Яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Альберт Лиханов ошо эштең инициаторы һәм сирек быуат алмаштырғыһыҙ етәксеһе булды. 1991 йылда уны Рәсәй балалар фонды итеп үҙгәрттеләр.
1988 йылдың 23 апрелендә Профсоюздар йортонда В.И. Ленин исемендәге Совет балалар фондының Башҡортостан республика бүлексәһе конференцияһы уҙғарыла. Был ойоштороу сараһына 323 делегат һайлана. Уның эшендә Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, күп балалы әсәләр, йәштәр ҡатнаша. Шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, уҡытыусылар, балалар йорттары тәрбиәселәре, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре йыйыла.
Сығыштарҙың күбеһе балаларға ҡағыла. Илдә әхлаҡи, эстетик һәм физик тәрбиә өсөн киң мөмкинлектәр тыуҙырылыуы, кескәй граждандар араһында берәҙәклектең юҡҡа сығыуы, түләүһеҙ һаулыҡ һаҡлауҙың тәьмин ителеүе билдәләнә.
Балалыҡ ҡурсалауға мохтаж. Был — уның тәбиғи үҙенсәлеге. Шуға күрә Фондҡа ғаиләне бөтә яҡлап нығытыу бурысы йөкмәтелә, ғаилә культын нығытыу иғтибар үҙәгенә ҡуйыла. Йәмғиәттең яҡлауына мохтаж булған күп балалы ғаиләләргә айырым иғтибар бирелә. Республикала 1988 йылдың 1 ғинуарына пособие алыусы ғаиләләр 17 меңдән ашыу булған.
Социаль ғәҙеллеккә ҙур иғтибар бирелгән: етем балалар өсөн техникумдарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында махсус шарттар булдырылған. Яңы Фонд балаға аныҡ ярҙам итеүҙе, ғәҙел ғәмәлдәр, инициативалар, яңы проекттар төҙөүҙе маҡсат итеп ҡуя. Алдан уҡ билдәләнеүенсә, Фондҡа ағзалыҡ иғәнәләре индерелмәй. Бөтә ярҙам ирекле түләүҙәргә нигеҙләнә. Бындай ярҙам бурыс итеп түгел, ә выждан мәсьәләһе булараҡ ҡуйыла. Дәүләт банкында Балалар фонды иҫәбе асыла. Республикабыҙ мәктәптәрендәге уҡытыусылар тәүгеләрҙән булып ошо иҫәпкә иғәнә индерә. 1988 йылдың өс айында граждандарҙан 386 мең һум аҡса күсерелә.
Республика профсоюздары ла йәш быуын хаҡында ҙур хәстәрлек күрә: йыл һайын улар балаларҙың ялына 12 миллион һумға тиклем аҡса бүлә. Ғаиләнең абруйын һәм әһәмиәтен нығытыу, йәш быуынға тәрбиә биреү, етемдәргә ярҙам күрһәтеү, балалар учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу өсөн граждандарҙың, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары, ижади союздар һәм дәүләт учреждениеларының тырышлығын берләштереү кеүек бурыстар ҡуйыла. Бынан тыш, Фондтың ҡала һәм район бүлексәләрен асыу мәсьәләһе күтәрелә. Республика бүлексәһенең тәүге (почетлы) рәйесе итеп күренекле дәүләт эшмәкәре, Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәнов һайлана. Уның урынбаҫары итеп Нина Федянина раҫлана. Балалар фондының архивтағы документтарында торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙе эшкә урынлаштырыу, төрлө уҡыу йорттарына ебәреү, уларҙың һаулығын нығытыу, күп балалы ғаиләләрҙе кейем-һалым, дауалау-профилактика учреждениеларына путевкалар менән тәьмин итеү, һәләтле балалар өсөн стипендиялар тураһындағы мәсьәләләргә ҡағылған йөҙҙәрсә хат һаҡлана. Уларҙың һәр береһендә айырым шәхестең проблемалары, мәшәҡәттәре сағыла.
Балалар фондының Башҡортостан республика бүлексәһе идараһының 1989 йылдың 24 ғинуарында үткәрелгән II пленумында “Өмөт”, “Бала сәләмәтлеге”, “Кескәй инвалидтарға ярҙам”, “Йылы йорт”, “Ғаилә һәм балалар” программалары ҡабул ителә. БАССР Министрҙар Советы бойороғона ярашлы, аҡса-әйбер лотереяһы ойошторола, 2 миллион 432 мең һумлыҡ хәйриә билеты һатыла. Ҙур телемарафон уҙғарыла. Унан килгән аҡса күп балалы ғаиләләргә, етемдәргә күсерелә.
Балалар — илдең киләсәге. Республикалағы Фонд бүлексәһе нәҡ ошо киләсәк хаҡына эшләй.