Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ФәрҙәБашҡорт ҡолағы өсөн бик үк тәбиғи булмаған “Ф”-ға башланған атама ҡайҙан килеп сыҡҡандыр, әммә был үлән бар, киң таралған. Ҡайҙа ғына үҫмәй фәрҙә: баҡсала, урман, һыу буйҙарында ла уның хуш еҫтәре әллә ҡайҙан аңҡып торған аҡ сатырбаш сәскәһен күрергә мөмкин. Сүп үләне тип баҡсасылар унан ҡотолорға тырыша. Уның һабағында һәм япраҡтарында С витамины (44—100 мг%), каротин (8 мг%), аҡһымдар (22 %), кальций һәм кобальт күп. Ҡан тамырҙарын, теш ҡаҙнаһын нығытыуы билдәле.
Фәрҙәне сәскә атҡанға тиклем йыялар һәм ҡулланалар. Ауылыбыҙҙа уны һыҙлаған быуынға ябалар ине. Сит-ситтәре семәрле ҡара-йәшел япраҡтарын ике-өс минут бешекләп турамаға ҡушалар.

Фәрҙәле бәрәңге ашы


Бәрәңге – 0,5 кг;
һыу – 1 л;
кишер – уртаса ҙурлыҡта;
башлы һуған – уртаса ҙурлыҡта;
фәрҙә – 200 г;
самалап тоҙ һәм ҡаймаҡ.

Һыуға бәрәңге турап һалабыҙ ҙа, кишерҙе йыуып, таҙартып эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уны туралған һуған менән ҡушып, майҙа ҡыҙҙырабыҙ (аҡ йәки шыйыҡ майҙы теләгән миҡдарҙа алығыҙ). Быҡтырып ҡына ла алырға була. Бәрәңге бешеп етер саҡта уны төйгөс йә блендер менән иҙә алаһығыҙ, шул килеш тә ҡалдырырға мөмкин. Ярмалы бәрәңге үҙе лә иҙелеп барыусан була. Һуғанды, кишерҙе, туралған фәрҙәне ашҡа һалып, йәнә 10-15 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Табынға ҡаймаҡ йә ҡатыҡ менән бирәбеҙ.

Һоло йәйпәге ҡушылған фәрҙә ашы

Һоло йәйпәге – 1 стакан;
һыу – 1 л;
фәрҙә – 100 г,
аҡ май – 30 г;
самалап тоҙ.

Һоло йәйпәген һалҡын һыуға һалып, тоҙ ҡушып ҡайнатып сығарабыҙ, 5 минут самаһы бешкәс, туралған фәрҙәне ҡушабыҙ. Үлән бешеп еткәнсе ҡайнатабыҙ ҙа май һалабыҙ. Шул ғына: ябай һәм файҙалы ризыҡ әҙер.
Әйткәндәй: “хлопья” тигән һүҙҙең бер тәржемәһен дә был осраҡҡа ярашлы тип тапманым. Киҫәк, йомғаҡ, ялбыр, ябалаҡ… Береһе лә тура килмәй. Шуның өсөн һоло йәйпәге тип алдым – минеңсә, күҙ алдына килтерерлек һүҙ.

Фәрҙә менән кесерткән ыумаһы (икраһы)

Фәрҙә – 300 г;
кесерткән – 300 г;
башлы һуған – 100 г (2 баш);
шыйыҡ йәки аҡ май (теләгәнегеҙсә).

Кесерткән һабағын ике-өс минут ҡайнар һыуҙа бешекләп алғандан һуң япраҡтарын айырып алып турайбыҙ. Фәрҙәне лә шул сама ҡайнатып алғас, ваҡлайбыҙ. Һуған турайбыҙ, уның урынына һарымһаҡ йә оҫҡон һабаҡтары ла алырға була. Ике-өс мм тирәһе булырлыҡ итеп табаға май һалып, бөтәһен бергә ҡушып ҡурабыҙ (мин шулай ҙа быҡтырыу яҡлы).
Әйткәндәй: Йәшелсәнән әҙерләнә торған икра тигән һүҙҙең тәржемәһен тапманым. Ул төрлө үҫемлектәрҙе ваҡлап, ҡурып, быҡтырып, бутҡа хәленә килтереп әҙерләнә торған ризыҡ. Әгәр кемдер яҡыныраҡ атама тапһа, бик хуп.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105