Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Йәшәү сәме“Аслыҡтан күҙем күрмәй башлағас, атайым тауыҡ һуйҙы, тик үгәй инәйем иткә яҡын да ебәрмәне, башын ғына бирҙе”, – тип өләсәйем үҙенең бала сағы хаҡында һөйләй башлаһа, күҙемдән йәштәр килеп сыҡҡанын үҙем дә һиҙмәй ҡалам.
Өләсәйем Зөлфиә Әсәҙуллина Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында 1931 йылда донъяға килә. Өс йәшлек сағында уҡ әсәһе үлеп ҡала. Шунан башлана ла инде уның михнәтле тормошо. Үгәй инәй килгәс, күҙ терәп торған берҙән-бер һыйырҙарын урлайҙар, бәләкәс кенә һеңлеһе үлеп ҡала.

Бөйөк Ватан һуғыш башланғас, атаһы хеҙмәт армияһына саҡырыла. Өләсәйемде Татлыбикә тигән ҡатын сабыйҙарына күҙ-ҡолаҡ булыр өсөн үҙенә ала, унда бөтә эштәрҙе лә башҡара, иртәнән кискә тиклем бил бөгә, балалар ҡарай. Бер ваҡыт хужабикә ишекте эстән бикләтеп сығып китә лә төндә генә ҡайта, арып йоҡлаған ҡыҙ уянмай. Ишекте астырғас, 11 йәшлек баланы туң быймалары менән типкеләп, күм-күк булғансы туҡмай.
Был хәлде ишетеп, алты йәшкә оло апаһы Мәрйәм үҙе менән ферма өйөндә йәшәргә ала, өләсәйем оҙаҡ сирләй. Йүнәлгәс, кешегә тамаҡ хаҡына урмандан утын ташып, колхозға ер ҡаҙып, баҫыу утап көн итә. Һуңынан Бер Икмәк ауылына бала ҡараусы итеп ебәрәләр, унда ла бөтә өй эштәрен үтәй. Атаһының хеҙмәт армияһынан, 18 көнлөк икмәк карточкаһын юғалтып, аслыҡтан шешенеп сирләп ҡайтҡанын ишеткәс, Үтәймуллаға юллана өләсәйем. Бик ҙур һәм тәрән йырынды аша үтә алмай аҙашып йөрөй, һыуһай, асыға, арый һәм иҫен юғалтып йығыла. Мәрхәмәтле кешеләр уны табып алып, ашатып-эсереп, ат менән ауылға оҙатып ҡуя.
Атаһы үлгәс, Әбүбәкер менән Факиһа исемле кешеләрҙә ете йыл буйы йәшәй. Көн дә алты-ете көйәнтә һыу ташый, өҫ-башына, йүнле кейергә булмау сәбәпле, аяҡтары шешеп тишелә, сирләгәс, атаһының бер туған һеңлеһе Сәхибәләргә бара. Уның да өйө мунсалай ғына, балалары күп. Үҙҙәренән арттырып, ҡатыҡ эсерә Сәхибә апаһы. Ауыл фельдшеры Замфира Өфөгә дауаханаға барырға ҡуша. Биш саҡрымда ятҡан “Төкөн” станцияһына көс-хәл менән мүкәйләп барып, ауырлыҡ менән поезға эләгә. Ҡалала Мәрйәм апаһын тапҡас, тегеһе ҙур ҡыйынлыҡ менән дауаханаға урынлаштыра.
Ике айҙан йүнәлеп ҡайтҡас, ауылда Әбүбәкер бабайҙарға барып бәрәңге сығара. Уны Стәрлетамаҡҡа алып барып һата. Һәр ваҡыт арҡаһына тоҡ менән йөкмәп ике биҙрә бәрәңге ала. Бер шулай, аҡсаһы булмағанлыҡтан, поезға индермәйҙәр. Нисек булһа ла барып етер өсөн, вагондың аҫҡы күтәрмәһенә генә эләгеп, ҡулдары менән тотҡаға йәбешеп бара. Ә тоҡ аҫҡа – тәгәрмәстәргә тарта. Өләсәйемдең күҙҙәренә ҡан һауып, хәле бөтөп, ҡулдары ана ысҡына, бына ысҡына тигәндә, кемдер күреп ҡалып, тормозға баҫа. Вагонға индереп һалалар, ҡалаға барып еткәс, бәрәңгеһен һатышып бирәләр. Ул билдәһеҙ кешеләрҙе әле лә рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала, доғаһынан ҡалдырмай...
Ниндәйҙер ғәйеп табып, Әбүбәкер бабайҙы төрмәгә ултырталар. Колхоз рәйесе Сөләймәнов тигән ағай: “Балам, паспорт ал да эшкә кит, һиңә үҙ йүнеңде үҙеңә күрергә кәрәк”, – тип кәңәш бирә. Муйыл сәскә атҡан йәмле май айында илай-илай ҡалаға юллана өләсәйем. Өфөлә ағас эшкәртеү комбинатында таҡта ярыусы булып эш башлай. Ул саҡта уға егерме йәш була. Дөйөм ятаҡта бер бүлмәлә 20 ҡыҙ йәшәйҙәр. Бер йыл эшләгәс, ҡорһаҡ тифы менән ҡаты сирләп китә.
Ауыр эштә булһа ла, өләсәйем нормаһын арттырып үтәй, уны һәр ваҡыт маҡтайҙар. Ял көндәрендә Мәрйәм апаһына ла ярҙам итә. 1954 йылдың октябрь аҙағында өләсәйем ауылға ялға ҡайтҡанда Нәжип тигән егет менән таныша.
Өләсәйем төрлө эштәргә йөрөй, шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә. Бер-бер артлы өс ҡыҙ, дүрт малайҙары донъяға килә. Быйыл бергә татыу ғүмер итеүҙәренә 58 йыл тулды. Икеһе лә “хеҙмәт ветераны” тигән исемгә лайыҡ булды.
Бөгөн улар уртансы улдары Нәсхәт, килендәре Зөлфиә менән, ейәндәре Сәлим, Рәмзил, Нуриманды үҫтерешеп, күҙ-ҡолаҡ, алтын бағана булып, кәңәштәре, ҡул-тел ярҙамдары тейеп бергә йәшәйҙәр. Ялдарҙа, байрамдарҙа атай нигеҙенә йыйылып ҡайтҡан балалары ла уларҙың тигеҙ ҡартлығына ҡыуана.
— Ҡайҙа барып морон төртөргә белмәй йөрөгәндә, ни өсөн мине балалар йортона бирмәгәндәрҙер, исмаһам, уҡып, кеше булыр инем, – ти өләсәйем.
Өфө ҡалаһынан артыҡ алыҫ булмағас, бәләкәй саҡтан өләсәйемдәргә ҡайтыу байрамға әйләнә ине. Бешергән ашы, бәлеш-бәрәмәстәре шул тиклем тәмле! Яҡындағы урман-болондарҙы гиҙеп еләк-емеш йыйыуҙар оноторлоҡ түгел. Ә өләсәйемдең йор теле, таҡмаҡлап йырлап ебәреүе, бала саҡ хәтирәләрен һөйләүе – үҙе бер тарих. Шул тиклем ауырлыҡтан нисек иҫән ҡалған, ул булмаһа, беҙ ҙә тыумаҫ инек бит, тип уйлап ҡуям. Мәсет төҙөгәндә лә ярҙамдары ҙур булды: эшселәрҙе ашатып-эсереп, үҙҙәрендә йәшәтеп, иман йортон асҡанда, ҡорбан салып, халыҡты, ҡунаҡтарҙы һыйланылар. Шундай ауыр замандарҙа ла өләсәйемдең йәшәү дәрте табыуына һоҡланып бөтә алмайым.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы?

Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы? 23.03.2019 // Йәмғиәт

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың 100 йыллығы уңайынан Инстаграмдағы аккаунтында халыҡҡа...

Тотош уҡырға 29

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап 22.03.2019 // Йәмғиәт

Иртәгә, 23 мартта, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу билдәләнә....

Тотош уҡырға 40

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илдә йәмәғәт ойошмаларының...

Тотош уҡырға 80

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды 22.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылһа, кисә Беренсе Этҡолдағы...

Тотош уҡырға 45

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты 22.03.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған “Иғтибар: балалар!” иҫкәртеү...

Тотош уҡырға 35

Бер быуатлыҡ документтар

Бер быуатлыҡ документтар 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған саралар сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы 100...

Тотош уҡырға 49

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн ниндәй көн? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң...

Тотош уҡырға 60

Буҙа эсеп, талҡан ашап...

Буҙа эсеп, талҡан ашап... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр...

Тотош уҡырға 144

Яҙ менән йәй нисек киләсәк?

Яҙ менән йәй нисек киләсәк? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса...

Тотош уҡырға 135

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле....

Тотош уҡырға 37

Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Күсмә ултырыш үтә

Күсмә ултырыш үтә 22.03.2019 // Йәмғиәт

25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары...

Тотош уҡырға 29