Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Президент менән йәштәр уртаҡ тел тапты
Президент менән йәштәр уртаҡ тел тапты“iВолга” форумында ҡатнашҡан йәштәр кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Рәсми сара һис тә рәсми булмаған шарттарҙа ойошторолдо: Аҡ йорт янындағы йәшел майҙансыҡҡа тирмәләр ҡуйылды, шунда уҡ конкурста ҡатнашып, юғары баһа алған проекттар күрһәтелде.
Йәштәрҙең тәҡдимдәре, ысынлап та, ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле ине. Кемдер уйлап тапҡан двигатель бер юлы төрлө яғыулыҡтарҙан эшләй алһа, икенсеһенең сәскесе — ауыл хужалығы өсөн ҙур табыш. Берәүҙәр утынһыҙ яныусы камин яһай, ә бәғзеләр уңайлы креслолар менән ҡыуандырмаҡсы. Ә Юрий Коевтың “Һаҡсыл юл” тип аталған проекты иһә бөтәһендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Егет заманса технологиялар ярҙамында беҙ йәшәгән ихаталарҙы уңайлыраҡ итергә теләй. Яуған ямғыр шунда уҡ сетка аҫтына йәшерелгән торбалар буйлап аҫҡа ағып төшә һәм ошо һыу артабан газонға һибеүҙә ҡулланыласаҡ. Бының өсөн махсус бордюрҙар эшләү, уларҙы яңы технология буйынса буяу һәм башҡа ғәмәлдәр талап ителә. Юраның эшен юғары кимәлдә баһалағандар, әле уны тормошҡа ашырыу өсөн төрлө ойошмалар менән һөйләшеү алып барыла.
Рөстәм Зәки улы эштәр һәм проекттар менән бик ҡәнәғәт ҡалды, һәр береһен ентекле өйрәнде.
— Тиҙ арала тупланып, “iВолга”ға юллана алыуығыҙ маҡтауға лайыҡ. Призлы урындар һаны буйынса икенселекте яулауығыҙ ҙа яҡшы күрһәткес. Тимәк, беҙҙә ныҡлы нигеҙ бар. Хәҙер был проекттарҙы киңерәк ҡулланырға, халыҡ араһына сығарырға кәрәк. Мин һеҙгә бөтә яҡлап та ярҙам итергә әҙермен, — тине ул.
Президентҡа тәҡдим ителгән проекттар бихисап ине. Улар араһында башҡорт солоҡсолоғон һаҡлау, мәктәптәрҙә инновациялы белем биреү, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыу, республика кимәлендәге сараларҙы ойоштороу, һимеҙ кешеләрҙе ябыҡтырыу программалары һәм башҡалар. Рөстәм Зәки улы һәр береһен иғтибар менән тыңланы һәм яҡын арала Башҡортостанда ла “Селигер” кеүек йәштәр форумын үткәрергә тәҡдим итте. Ижади ҡарашлы, күҙҙәре янып торған дәртле йәштәр был тәҡдимде шунда уҡ күтәреп алды һәм киләһе йылға мотлаҡ ойошторорға һүҙ бирҙе.

Андрей Старостин фотоһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Un citoyen
    Un citoyen от 07.07.2013, 05:49
    Беҙҙең талантлы йәштәребеҙ элек-электән һәр нәмә уйлап сығарырға маһирҙар инде ул. Эш ундамы ни?!
    Проект тәҡдим итеүе еңел ул, ә бына ғәмәлғә ашырыуы - бына быныһы мәсьәлә!






Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 19

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 58

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 57

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 65

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 39

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 27

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 84

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус 19.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең “Тролза” троллейбус заводы Стәрлетамаҡта яңы төр электробусты һынай....

Тотош уҡырға 45

Ҡар һәм буран

Ҡар һәм буран 19.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә,...

Тотош уҡырға 46

Буран эште тотҡарлай

Буран эште тотҡарлай 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала февраль бурандары тынмай. Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда урамдарҙы...

Тотош уҡырға 42

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 55

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 94