Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ышаныслы ҡалҡан булһын!
Ышаныслы ҡалҡан булһын!Ошо ыңғайҙан һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Марат МУЛЛАҒӘЛЛӘМОВҠА бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

— Июнь аҙағында һеҙгә шылтырата-шылтырата йөҙәп бөттөк. Телефонығыҙ өнһөҙ, үҙегеҙ урынығыҙҙа юҡ. Берәй мәшәҡәт килеп сыҡтымы әллә, Марат Сабит улы?
— Тик ултырырға форсат юҡ, ваҡыт тығыҙ, һеңлем. Моғайын да, беҙ "Өфө—Ҡазан—Өфө" маршруты буйынса теплоходта сәйәхәттә йөрөгәндә тап итә алмай ҡаңғырғанһығыҙҙыр. Йөҙгә яҡын ветеран менән тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында семинар үткәреп, ял итеп, Ҡазандың иҫтәлекле урындарында булып, яҡшы тәьҫораттар, күтәренке кәйеф менән ҡайттыҡ. Йәйге сәфәрҙәрҙе дауам итмәксебеҙ әле.
Свердловск өлкәһенең һәм Башҡортостандың иң әүҙем ветерандары ҡатнашлығында Красноуфимск ҡалаһында уҙасаҡ сараға әҙерләнеп ятҡан көнөбөҙ. Ишетеп тораһығыҙ, телефондың тынғаны ла юҡ. Әле генә Мәсетленән ветерандар советы рәйесе Юрис Сафиуллин шылтыратты, Өфө ҡалаһының ветерандар советы ағзалары ла тәҡдимдәре менән уртаҡлашты. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайлау кампанияһында ла ветеран ойошмалары мотлаҡ әүҙемлек күрһәтәсәк.
— Демография өлкәһендәге киҫкен үҙгәрештәр өлкәндәрҙең социаль, медицина проблемаларына ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтте. Ил халҡы ҡартая. Ветеран һәм инвалидтарҙы социаль хеҙмәтләндереү буйынса эш һеҙҙе ҡәнәғәтләндерәме?
— Иң тәүҙә республиканың төп гәзите "Башҡортостан"да өлкәндәр өсөн махсус "Ветеран" ҡушымтаһын сығарыу ниәтен хуплауымды белдермәксемен. Пенсионерҙар "армияһы" көндән-көн сафтарын тулыландырған мәлдә, уларҙың көнитмешенә, социаль хәленә ҡағылған проблемалар ҙа арта. Бөгөн иҫәптә — 1 миллион 80 мең ветеран. Һандың артыуы социаль гарантиялар сифатына талаптар күтәрелеүенә килтерә.
— Гәзит биттәрендә айырыуса ниндәй темаға яҙмалар сығыуын теләр инегеҙ?
— Мине бөгөн тыл ветерандарының социаль хәле бик борсой. Заманында көс еткеһеҙ ауырлыҡты үҙ иңенә алырға мәжбүр булған һуғыш балаларының пенсияһы ла лайыҡлы дәрәжәлә түгел, коммуналь түләү, транспортта йөрөү буйынса льготалары юҡ, тейешле медицина хеҙмәтләндереүенән дә файҙалана алмайҙар.
Күреп торабыҙ, ауылдарҙың күбеһендә медицина хеҙмәтләндереүе аҡһай, табиптар етешмәй, бына тигән дауаханаларҙы ла ябып бөттөк. Өлкән кешене йөҙ саҡрымда ятҡан ҡала йә ҡасабаға рецепт артынан, аҙаҡ дарыу эҙләтеп йөрөтөү кешелекһеҙлек түгелме ни? Тыл ветерандарының фатир мәсьәләһен хәл итеү ҙә беҙҙең намыҫ эшебеҙ булырға тейеш.
Ололарҙы ил һәм республика әһәмиәтендәге ветерандарға бүлеп ҡарау менән дә килешеп булмай, ғәҙел түгел был. Бына тағы 1 июлдән торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә хаҡ артты, аҙыҡ-түлек тә ҡиммәтләнгәндән-ҡиммәтләнә. Былай ҙа наҡыҫ пенсия иһә һис артмай. Һүҙ юҡ, һуғыш ветерандары социаль яҡтан һәйбәтерәк яҡланған.
2008—2012 йылдарға иҫәпләнгән республика маҡсатлы программаһында гериатрия бүлексәләре, хоспистар төҙөү һәм йыһазландырыу мәсьәләләре күҙ уңында тотолһа ла, үкенескә ҡаршы, ул тулыһынса үтәлмәй. Ветерандар советтары менән дауалау учреждениелары араһындағы бәйләнеш тә йомшағыраҡ. Ололарҙың ваҡытында тейешле дауа ала алмауына борсолоуын яҡшы аңлайым.
Биш йылда 62 фельдшер-акушерлыҡ пунктының ябылыуы, стационарҙа дауаланыуға сираттың артыуы менән һис килешеп булмай. Гәзиттәге изге башланғыстар, матур күрһәткестәр менән бер рәттән, ошо мәсьәләләргә лә иғтибарҙы йүнәлтһәгеҙ ине.
— Эшегеҙҙең баштан ашҡанын күреп торабыҙ. Уртаҡлашаһы һөйөнөстәрегеҙ ҙә, изге ниәттәрегеҙ ҙә барҙыр әле, Марат Сабит улы...
— Ветерандар госпитален киңәйтеү бөгөн бик мөһим. Яңы бина төҙөү хыялын тормошҡа ашырыу һуҙыла төшһә лә, башланған эштең уңышлы тамамланасағына ышаныс ҙур.
Бөгөн беҙ, ветерандар, республикала музейҙар эшмәкәрлеген йәнләндереү буйынса эш алып барабыҙ. Уларҙың һаны 1641-гә етеүе — барыбыҙ өсөн дә ҡыуаныс. Заманында үҙгәртеп ҡороу еле музейҙарға ла ҡағылып, күптәрен юҡҡа сығарғайны бит. Йәштәрҙе ватансылыҡ, илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә иғтибарҙы көсәйтеү оло быуындың да, матбуғаттың да уртаҡ бурысы тип иҫәпләйем.
Ә "Ветеран"ға ижади уңыш һәм оҙон ғүмер насип итһен! Уның күптәр өсөн ел-ямғырҙан ышаныслы ҡалҡан, шифалы йән дауаһы, тоғро дуҫ-иптәш буласағына шикләнмәйем.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләй йөрөй....

Тотош уҡырға 0

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 0

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 0

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 0

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 10

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 40

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 50

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 32

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 28

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 50

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 77

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын!

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын! 18.02.2019 // Йәмғиәт

13 – 15 февралдә Италияның Рим ҡалаһында ҡортсолоҡ буйынса халыҡ-ара симпозиум үтте....

Тотош уҡырға 52