Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡартая белмәү — үҙе талант
Ҡартая белмәү — үҙе талант"Баш ҡалабыҙҙың "Свердлов" сауҙа комплексында булғанығыҙ бармы? Ваҡыт табып, берәй барып сыҡһағыҙ, үкенмәҫһегеҙ", — тигәнгә ҡайһы берәүҙәрҙең эре генә: "Аҙым һайын сауҙа үҙәге, уның ниндәй айырмаһы бар?" — тип иҫе китмәй генә яуаплауы ихтимал. Шулайын-шулай ҙа...

Тик бына ҡайһы сауҙа комплексында пенсионерҙар өсөн аҙыҡ-түлек арзаныраҡ, баш ҡаланың ҡайһы һатыу залында өлкәндәр мауыҡтырғыс лекциялар тыңлай, компьютер серҙәренә өйрәнә ала? Ә был сауҙа комплексына баш ҡаланың Затон һәм Нижегородка биҫтәләре пенсионерҙары "ГАЗель" микроавтобустарында бушлай барып ҡайта ала.
"Аҡыллы хәстәрлек" тип аталған үҙәктең етәксеһе Марат Шәрипов йәмәғәт ойошмаһы башҡарған бүтән проекттар менән дә таныштырҙы.
— Эшмәкәрлегебеҙ һис тә яңылыҡ түгел, бары үткән замандағы яҡшы эштәрҙе тергеҙеү генә тип ҡарарға кәрәк, — тине Марат Әхмәт улы. — Элек бит йорт алдын тәртипкә килтереү маҡсатында өмәгә сығыу, йәйге кистәрҙе күңелле, йөкмәткеле итеп, спорт уйындары үткәреү өсөн бер кемдең дә бойороғо кәрәкмәне. Халыҡ үҙе һәр йәмәғәт эшен башлап ойошторҙо, өлгө күрһәтте. Ә беҙ ҡаланың Ленин районында йәшәүселәрен бер усҡа йыйып, тормошобоҙҙо төрлө биҙәктәр менән байытыуҙы, күңел йылыһын өләшеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Һәр кем үҙ фатирына бикләнеп, яңғыҙлыҡта ауыр кисерешкә бирелмәһен, аралашыуҙан кинәнес тапһын өсөн тырышабыҙ.
Өлкәндәрҙе берләштергән хәстәрлектәр бихисап бит. Уйлаштыҡ та баҡсасылар өсөн клуб төҙөмәксе булдыҡ. Профессор Ғизәр Мансуров тәҡдимебеҙҙе хуплап ҡаршы алды. Түтәлдәрҙә яҡшы уңыш үҫтереү өсөн эште ниҙән башларға? Үҫентеләрҙе нисек һайларға? Баҡсала эшләргәме, әллә ял итергәме? Лекцияларҙың был тиклем дә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуына иҫәп тә тотмағайныҡ. Ҡарты-йәше тигәндәй, курстарҙан һуң эргәгә килеп, рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе, талғын ғына аҡҡан тормоштарына яңы һулыш өҫтәлгәненә шатланып бөтә алманы. "Беҙҙең өсөн "тусовка" ойошторғанығыҙ, оло иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт, — тип шаярта улар. — Тағы ла ниндәй ҡыҙыҡлы саралар көтә беҙҙе, беләһе ине!" Баҡсасылар өсөн курстарҙы аҙнаның һәр шишәмбеһендә көндөҙгө сәғәт 12-лә башлайбыҙ. Ә бөгөн тыңлаусыларыбыҙҙы медицина белгестәре менән файҙалы осрашыу көтә. Күрәһегеҙме, зал шығырым тулы!
Марат Әхмәт улының етәкселек тәжрибәһе һәм ойоштороу оҫталығынанмы, әллә инде Ленин районы ветерандарының үтә әүҙемлегенәнме — оло залға йыйылған халыҡтың һаулыҡты һаҡлау, стресты кисерә белеү нескәлектәре, тирә-яҡ менән гармонияла йәшәү серҙәре хаҡында сығышты йотлоғоп, иғтибар менән тыңлауы, лекторға һорауҙар яуҙырыуы — башланғыстың үтә лә кәрәкле икәненә ишара.
Тормоштан һис тә артта ҡалырға теләмәй пенсионерҙар. Уҡыу, шөғөл табыу, дуҫтар менән аралашыу өсөн көтөп алынған уңайлы ваҡытты улар һис тә бушҡа үткәрергә йыйынмай.
— Өләсәйҙәрҙе компьютерҙан файҙаланырға, Интернетҡа инергә өйрәтеү курстарын ойошторғас, уларҙың шатланыуын күрһәгеҙ ине! Сырайҙары яҡтырып, йәшәреп киткәндәй тойолдолар, — ти "Аҡыллы хәстәрлек" үҙәге етәксеһе. — Йылғасыларҙы, Затондағы судно йүнәтеү заводы ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотлау тантанаһында ҡатнашасаҡбыҙ. Кемдеңдер ситтән килеп, кәйефебеҙҙе күтәреп, беҙҙең өсөн хәл итерен көтөп ултырыр әмәл юҡ. Үҙебеҙ әүҙемерәк, йылдамыраҡ булайыҡсы. Ниңә, беҙ ҡытайҙарҙан кәмме ни? Улар иртә һайын бер кемдең дә әйтеүен көтөп тормай, саф һауаға сығып, үҙәк майҙандарҙа гимнастика яһай, тиҙәр. Шаршамбы һайын киске сәғәт 7-лә Конгресс-холл эргәһендәге майҙанда күңел асыу сараһы ойошторҙоҡ. Дәртле, йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп, өлкәндәр йәштәрҙән ҡалышмай бейей, кадриль дә, вальс та һис онотолмаған. Мәңгелек ҡиммәттәр — мөхәббәт, дуҫлыҡ, яҡты хәтирәләр, үткән ғүмер — хаҡында яңғыраған йырҙар ҙа йөрәккә майҙай яғылды.
Ҡалабыҙҙы яҡшыраҡ, матурыраҡ күрергә теләүсе, егәрле ҡулдары менән йәм тыуҙырыусы уңғандарҙы "Изгелек эшләргә ашығығыҙ" грамотаһы һәм ҡиммәтле бүләктәр менән һөйөндөрәләр. "Өй алдарын, балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, подъездарҙы тәртиптә тотоу кеүек ғәҙәти мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә алырға ҡурҡмаған, киләсәк өсөн оло яуаплылыҡ тойған ветерандарыбыҙ барлығына шатланам", — ти элекке ялҡынлы комсомол етәксеһе, ҙур вазифаларҙы иңендә күтәргән хеҙмәт ветераны, Халыҡтар дуҫлығы ордены, "Хеҙмәт батырлығы өсөн" миҙалы кавалеры Марат Әхмәт улы Шәрипов.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләй йөрөй....

Тотош уҡырға 0

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 0

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 0

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 0

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 10

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 40

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 50

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 32

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 28

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 50

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 77

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын!

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын! 18.02.2019 // Йәмғиәт

13 – 15 февралдә Италияның Рим ҡалаһында ҡортсолоҡ буйынса халыҡ-ара симпозиум үтте....

Тотош уҡырға 52