Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мерәҫтәр сәләмәт тормош яҡлы
Мерәҫтәр сәләмәт тормош яҡлыРеспубликала “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы ауылдар һанының йылдан-йыл арта барыуы ҡыуандыра. Әйҙәүсе булғас, ҡушылыусыһы табылыр тигәндәй, айыҡ йәшәү яҡлылар, сараны күптән көткәндәй, шунда уҡ дәррәү күтәреп тә алды. Райондарҙан бер генә түгел, хатта бер нисә ауыл акцияла ҡатнашып, иҫерткес эсемлектән баш тартырға теләк белдерҙе. Улар халыҡтың әхлаҡи һәм физик сәләмәтлеген һаҡлау буйынса төрлө эш алып бара, сәләмәт йәшәү рәүешенә саҡырыусы саралар үткәрә.

Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы ла быйыл акцияла ҡатнашырға теләк белдергән. Мерәҫ – райондың иң матур, төҙөк төбәктәренең береһе. 2007 йылда «Иң матур ауыл” телевизион конкурсында мерәҫтәр призлы урынды яулаған. Ике йыл рәттән муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөкләндереү буйынса күсмә вымпелына лайыҡ булған. Ғөмүмән, ауылда эшһөйәр, тырыш, дәртле халыҡ йәшәй.
—Беҙҙә һәр кем сәмләнеп донъя көтә, — ти Мерәҫ ауыл биләмәһе башлығы Таңсулпан Хафизова. – Кемделер өгөтләү кәрәкмәй, тик ойоштороу ғына булһын. “Айыҡ ауыл” акцияһына ҡушылырға тәҡдим иткәс, ауылдаштар шунда уҡ риза булды. Бының өсөн беҙҙә шарттар етерлек. Иң мөһиме — халыҡ эскелеккә бирелмәгән, һәр кем үҙенсә донъя көтөргә тырыша, эшен таба, йүнен күрә.
Ысынлап та, Таңсулпан Миңләхмәт ҡыҙының һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Ауыл төҙөк, таҙа. Йорттар береһенән-береһе матурыраҡ. 212 шәхси хужалыҡта 812 кеше йәшәй. Мерәҫ мәктәбендә 61 уҡыусы белем алһа, балалар баҡсаһына 25 бәләкәс йөрөй. Шәхси эшҡыуарҙарҙың күпселегенең пилорамаһы бар, улар Мерәҫтәр сәләмәт тормош яҡлыағас эшкәртеү, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ауылда өс шәхси һәм бер райпо магазины бар.
Әлбиттә, янында кәңәшселәре һәм фекерҙәштәре булмаһа, етәксе бер үҙе генә яуаплы эшкә тәүәккәлләргә батырсылыҡ итмәҫ ине. Ветерандар (етәксеһе – Рәфилә Ямантаева), ҡатын-ҡыҙҙар (Эльвира Әбдрәхимова) советтары, “Ағинәйҙәр” (Миңнур Мифтахетдинова), “Атайсал” аҡһаҡалдар клубы ағзалары (Ғәбит Ямантаев), клуб, китапхана хеҙмәткәрҙәре, мәктәп коллективы, ауыл депутаттары менән берлектә башҡарған эш үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ.
Ауылдаштары араһында сәләмәт тормош алып барыуҙа иман йортоноң да роле ҙур. Мерәҫ ауылы мәсетенең имам-хатибы Хәмзә хажи Хафизов әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта дин юлына баҫыусылар күбәйә. Бигерәк тә йәштәр иманға тартыла, мәсеткә йөрөй. Аҙна һайын йома намаҙы үтә, йәштәргә никах уҡыйҙар, сабыйҙарға исем ҡушалар, армияға барыусылар имен-һау әйләнеп ҡайтһын өсөн доға ҡылалар, фатиха бирәләр. Беҙ барған көндә ауыл халҡы мәсеттең соланын яңыртыу өсөн өмәгә сыҡҡайны.
Мерәҫ ауылының бер яҡ ситендә “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән ҡарағастар үҫә. Ауылдың матурлығын һаҡлап, уны киләсәк быуынға тапшырыу маҡсатында был урын кәртәләп алынған, һәм уға “Еңеү паркы” тигән исем бирелгән. Унда Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалғандар иҫтәлегенә ҡуйылған “Билдәһеҙ һалдатҡа” һәйкәле бар. Был парк – ауыл халҡының иң яратҡан ял урындарының береһе, ул һәр саҡ ҡараулы һәм таҙа. Кис унда балалар Мерәҫтәр сәләмәт тормош яҡлыуйнай, йәштәр тәүге мөхәббәт һүҙҙәрен әйтә, ололар бер-береһе менән осрашып аралаша. Әйткәндәй, ауылдың иң өлгөлө ғаиләләренең береһе, күптән түгел бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын билдәләгән Гөлсирә менән Роберт Әбдрәхимовтар ҙа ҡасандыр ошо ҡарағастар араһында ғүмерлеккә бергә булырға һүҙ биргән. Мерәҫтәр сәләмәт тормош алып барыу юлында һәр яҡлап өлгө күрһәтә. Ауыл хакимиәте башлығы эскелекте үҙ итеүселәр менән шәхси һөйләшеү алып бара, хатта теләүселәр өсөн махсус дауалау тәҡдим ителә. Шулай уҡ изге йома көнөндә бер генә сауҙа нөктәһендә лә алкоголле эсемлек һатылмай, байрам өҫтәлендә “ялтыр баш”тар түрҙән урын алмай.
Киләсәктә алкоголһеҙ туй үткәреү буйынса ла эш башланған. Был йәһәттән ауылдың ағинәйҙәре һәм аҡһаҡалдары ғәйәт ҙур эш башҡара. Уларға Мерәҫ ауылында бөгөн иҫән булған берҙән-бер һуғыш ветераны Хажғәле Рыҫмөхәмәтовтың аҡыллы һүҙҙәре, тос фекерҙәре лә ҡушыла. Утыҙ йылдан ашыу дин юлында булған олатайҙың һәр һүҙе ауылдаштары өсөн фәһемле, ҡылған ғәмәлдәре өлгө. "Күмәкләгән — яу ҡайтарған" ти халыҡ мәҡәле лә. Бер уйҙан, бер теләктән изге эшкә тотонғандар икән, тимәк, мерәҫтәрҙең “Айыҡ ауыл” акцияһында еңеүҙәренә ышанысы ҙур. Ышаныстан да бигерәк, теләктәре көслө.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 4

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 16

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 26

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 25

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 23

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 21

Архангел балы тәмле

Архангел балы тәмле 13.12.2018 // Йәмғиәт

Архангел районының “Архангел ҡайнатмалары” (“Архангельские варенья”) йәмғиәте етештергән ризыҡтар...

Тотош уҡырға 25

“Тәгәрмәсле” магазин...

“Тәгәрмәсле” магазин... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында махсус маршрут буйынса хәрәкәт итеүсе күсмә автомагазин эшләй башланы....

Тотош уҡырға 32

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның баҙарҙа ит һатып торғанын күргән кешеләр...

Тотош уҡырға 552

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 142

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 38

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 36