Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ишелеп төшмәҫме күпер?
Ишелеп төшмәҫме күпер?Бынан ике ай элек Барнаулда күпер ишелеп төшкән. Көслө ямғырҙан һуң ошондай уҡ хәл Иркутск өлкәһендә лә булған. Тверь өлкәһендәге ғәҙәттән тыш хәл дә урындағы халыҡты хафаға һалған... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай күңелһеҙ күренештәр илебеҙҙә йыш ҡабатлана. Һөҙөмтәлә, ауылдар һәм ҡасабалар менән бәйләнеш өҙөлә. "Утрау"ҙа ҡалған халыҡҡа аҙыҡ-түлек ваҡытында еткерелмәй, медицина ярҙамы ла күрһәтелмәй. Ярай әле һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда күпер емерелеү осрағы теркәлгәне юҡ. Әлегә...

Миәкә районына барып ҡайтҡандан һуң бындай хәлдең беҙҙең республикала ла ҡабатланыу ихтималлығына инандым. Бындай һығымтаға килеү өсөн күрәҙәсе булыу ҙа кәрәкмәй.
Былтыр Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә менән Бишбүләк ауылдарын тоташтырған күперҙе ремонтларға ҡарар ителә. Ни тиһәң дә, көслө ағымлы Дим йылғаһы аша һалынған күперҙе тәртиптә тоторға кәрәк. Төҙөкләндереү эшен алып барыусыны билдәләү өсөн аукцион ойошторола. Унда "Трансмонолит" Ишелеп төшмәҫме күпер?ябыҡ акционерҙар йәмғиәте еңеп сыға.
"Трансмонолит" күперҙе 24 миллион һумға төҙөкләндерергә тейеш була. Ойошма менән килешеү төҙөлә. Тик ниңәлер улар шунда уҡ эшкә тотонорға ашыҡмай.
Былтырғы килешеү подрядсының иҫенә быйыл ғына килеп төшә. Һәм эш башлана. Сметаға ярашлы, төҙөкләндереүсе ойошма күперҙе тәртипкә килтереү өсөн 100 тоннаға яҡын тимер, өр-яңы блоктар һәм башҡа төҙөлөш материалдары ҡулланырға тейеш була. Әммә подрядсы башҡалар кеүек наҙан түгел икән. Өр-яңы материалдар һатып алып ниңә артыҡ аҡса түгергә ти?! Берәй ҡайҙан иҫке-моҫҡоһон алһаң да еткән. Үҙеңә лә өлөш ҡалдыра белергә кәрәк бит. Матур итеп кенә асфальт түшәп ебәрһәң, уның аҫтын этем дә тикшереп йөрөмәҫ. Күрәһең, был ҡағиҙәне "Трансмонолит"тың генераль директоры Сергей Безденежных яҡшы үҙләштергән.
Ишелеп төшмәҫме күпер?Шулай итеп, дәртләнеп кенә эшкә тотонғанда, Башҡортостандың юл хужалығы идаралығы рәйесе Ринат Абдуллин менән Идаралыҡтың сифатты күҙәтеү һәм ҡабул итеү бүлегенең баш белгесе Радик Хәйретдинов тикшереү өсөн килеп төштө. Улар менән Миәкә районының Юл ремонтлау һәм төҙөү идаралығының начальнигы Венер Хамматов та бар ине.
Күпер янында ярылып бөткән иҫке блоктар тауҙай өйөлөп ята. Яраҡлығы сыҡҡанға күрә, уларҙы алып, берәй ҡайҙа олаҡтырырға ниәтләйҙәр, тигән уй килде. Тик хаталанғанмын икән. Был материалдар яңыраҡ ҡына килтерелгән икән. Күпергә түшәү өсөн! Тутығып бөткән, бер нисә урындан иретеп йәбештерелгән тимер-томор ҙа күперҙе "яңыртыу"ҙа ҡулланылмаҡсы.
— Ҡайҙан алдығыҙ һеҙ был иҫке-моҫҡоно? — тип ҡыҙыҡһынды Башҡортостандың юл хужалығы идаралығы рәйесе Ринат Абдуллин.
— Һатып алдыҡ. Улар иҫке түгел! — тип үҙенекен тылҡыны Сергей Безденежных. Уның йөҙөндә бер тамсы ла ғәйеп тойғоһо юҡ ине.
— Улайһа, һатып алынған материалдарҙың документын күрһәтегеҙ. Һеҙҙә бөтә тейешле ҡағыҙҙар булырға тейеш, — Ринат Зыя улы төпсөнә бирҙе.
Безденежных әфәнде бер аҙға шымып ҡалды. Шунан, уйлана биргәс, яуабын тапты:
— Әлегә үҙем менән юҡ. Киләһе аҙнала күрһәтермен.
Ишелеп төшмәҫме күпер?Шул саҡ ике иҫерек ир күренде. "Беҙҙең эш бара, борсолмағыҙ!" — тип һөрәнләне берәүһе, сайҡала биреп. Етәкселәренең асыулы итеп ымлауы булды, улар шунда уҡ күҙҙән юғалды.
— Улар беҙҙә эшләмәй, — тип аҡланырға тырышты йәш егет.
Күрәһең, тейешле хеҙмәткәрҙәрҙе алып та хитланып тормағандар. Был иҫерек ирҙәр ошо ойошмала эшләмәгән осраҡта ла, ниңә һуң улар төҙөлөш майҙанында йөрөп ята? Ҡағиҙә буйынса, унда ят кеше аяҡ та баҫырға тейеш түгел.
Артабан эш барышын тикшереү өсөн күпер аҫтына төштөк. Ташҡын ваҡытында боҙ бәрелеп, төп бағаналарҙың береһен кәкрәйткән. Урыны менән сатнаған тимер торбалары ла бар. Төҙөкләндереү ваҡытында ошо етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә, урыны менән иретеп йәбештерелергә, кәрәк икән — алмаштырылырға тейеш. Подрядсы иһә быға әллә ни әһәмиәт бирмәгән. Бары буяп сығыуҙы ғына кәрәкле тип таба.
— Был бит күпер! — тине башын сайҡап Радик Хәйретдинов, — Һин ниндәй мөһим объектҡа тотонғанһың, ә яуаплылыҡ тойғоһо ҡайҙа? Нисәмә йыл эшләйем, әммә был тиклем дә оятһыҙлыҡты күргәнем юҡ ине.
— Ә был швеллерҙы һуҡыр кеше һалдымы? — тине йәнә аптырап Ринат Зыя улы. — Ҡыйыш түшәлгәне әллә ҡайҙан күренә бит! Ҡайҙа һеҙҙең инструменттарығыҙ? “Уровень” тигән нәмә, исмаһам, һеҙҙә бармы?
Был һорауҙарға ла яуап булманы. Баҡтиһәң, улар барыһын да ябай таҡта менән генә үлсәп һала икән.
Етешһеҙлектәр, әлбиттә, бының менән генә сикләнмәй. Урау юлды ла тәртиптә тотоусы юҡ. Ә инде сметаға ярашлы подрядсы шуның өсөн арыу ғына сығым күрһәткән.
Беҙҙең алға ғына бер машина килеп туҡтаны:
— Ҡайһылай урап үтергә икән? Бишбүләккә эләгергә кәрәк ине. Бер ниндәй ҙә билдәне күрмәйем...
Башҡортостандың юл хужалығы идаралығы рәйесе Ринат Абдуллин үҙ фекерен шунда уҡ еткерҙе:
— Эштәр былай бармаясаҡ. Күрәләтә халыҡтың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя алмайбыҙ. Был төҙөлөштө һеҙгә ҡалдырыу енәйәткә тиң. Һеҙҙең менән килешеүҙе өҙәбеҙ.
Рәсәй закондарының шундай етешһеҙлеге бар: бындай аукциондарҙа теләһә ниндәй ойошма ҡатнаша ала. Бер генә көрәге булғаны ла, тигәндәй... Уның матди-техник базаһын да иҫәпкә алмайҙар. Шундайҙар арҡаһында төрлө хәүефле хәлдәр килеп сыға ла инде. Башҡортостандың юл хужалығы идараһы рәйесенең әлеге ҡарарын хупларға ғына ҡала. Кемдер табыш өсөн кешенең ғүмере менән һаҡһыҙ ҡыланырға тейеш түгел.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Айгиз кемдең ерен үҙләштергән?

Айгиз кемдең ерен үҙләштергән? 10.12.2018 // Йәмғиәт

Белорет районының Абҙаҡ ауылында йәшәгән Мәшүровтар донъяһын хосусилаштырырға була....

Тотош уҡырға 48

Туймазы районында шишмә төҙөкләндерелә

Туймазы районында шишмә төҙөкләндерелә 10.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рушан Сәйетовтың һорауы буйынса Туймазы районының Егетәк ауылы...

Тотош уҡырға 14

Подъездар матурланыр

Подъездар матурланыр 10.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләренә –...

Тотош уҡырға 22

Сүпте ҡайҙа ташларға?

Сүпте ҡайҙа ташларға? 10.12.2018 // Йәмғиәт

Ауыл биләмәләренә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға ҡарамаған сүп-сарҙы һаҡлау урындарын ойоштороу буйынса...

Тотош уҡырға 29

Яңы юл айырсаһы төҙөлә

Яңы юл айырсаһы төҙөлә 10.12.2018 // Йәмғиәт

Зинин ауылындағы тимер юл өҫтөнән яңы юл айырсаһы төҙөлөшө 2020 йылда башлана....

Тотош уҡырға 23

Яңы йылға бурысһыҙ

Яңы йылға бурысһыҙ 10.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров эш хаҡы буйынса бурысты яңы йылға тиклем түләүҙе талап итте....

Тотош уҡырға 33

Яңы йыл ҡаласыҡтары асыла

Яңы йыл ҡаласыҡтары асыла 10.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостандың барлыҡ район, ҡалаларында яңы йыл ҡаласыҡтары асыла....

Тотош уҡырға 33

Амран Моратшин арабыҙҙан китте...

Амран Моратшин арабыҙҙан китте... 10.12.2018 // Йәмғиәт

43 йыл дауамында Росстандарттың Төбәк бүлексәһен етәкләгән, Рәсәйҙең атҡаҙанған метрологы Амран...

Тотош уҡырға 29

Хәтер, ҡаһарманлыҡ һәм ҡайғы ла...

Хәтер, ҡаһарманлыҡ һәм ҡайғы ла... 10.12.2018 // Йәмғиәт

2014 йылдан алып илдә Билдәһеҙ һалдат көнө үткәрелә. Фронттан тыуған яғына ҡайтырға яҙмаған...

Тотош уҡырға 32

Хас та кинолағы кеүек!

Хас та кинолағы кеүек! 10.12.2018 // Йәмғиәт

Көйөргәҙе районының Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда “Хәүефһеҙлек мәктәбе” уҡыусыларының ярыштары...

Тотош уҡырға 24

Йомаштарға — Яңы йыл бүләге

Йомаштарға — Яңы йыл бүләге 10.12.2018 // Йәмғиәт

Саҡмағош районының Йомаш ауылы халҡы Яңы йыл алдынан клублы булды. “Түҙгәнгә түш тейә”, тигәндәй,...

Тотош уҡырға 26

“Йомарт шишәмбе” йомғаҡ яһай

“Йомарт шишәмбе” йомғаҡ яһай 10.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың “Йомарт шишәмбе” Бөтә Рәсәй акцияһына өсөнсө тапҡыр ҡушылыуы хаҡында яҙғайныҡ инде....

Тотош уҡырға 28