Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Моңло Әй һәм Ыҡ ҡыҙы
Моңло Әй һәм Ыҡ ҡыҙыБер кис телефон шылтыраны. Йырсы Әлфиә Кәлимуллина икән.
– Харис, яңы йыр яҙғайным, тыңлап ҡара әле. Оҡшаһа, бәлки, башҡарырһың, — тип баҫалҡы ғына өндәште ул.
Йырҙы һалмаҡ ҡына итеп көйләп тә ишеттерҙе. Берәү генә булманы йөрәге түренән сыҡҡан моңо, барыһын да оҡшаттым. Береһен дуэт итеп радиоға яҙҙырҙыҡ, хәҙер уны йыш ҡына халыҡҡа ишеттерәләр, икенсеһен репертуарыма алдым.

"Бирһә, Хоҙай, бирә икән талантты!" — тип Мәсетле ҡыҙы Әлфиәгә ҡарата ла һис арттырмай әйтергә мөмкин. Талантҡа тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ өҫтәлгәндә генә сәнғәт донъяһында балҡый алаһың. Был йәһәттән Әй һәм Ыҡ йылғалары һыуында ҡойоноп үҫкән Әлфиә Әсхәт ҡыҙына көнләшергә генә мөмкин, сөнки барлыҡ ошо күркәм сифаттарҙан туҡылған уның холҡо.
Яңыраҡ күркәм юбилейын билдәләгән йырсы ең һыҙғанып ижад итә. Илһамланып, үҙен төрлө яҡлап аса, эҙләнә һәм, әлбиттә, барыбыҙҙы ла һөйөндөрөп, уңыштарға өлгәшә.
Хәтеремдә, сәнғәт училищеһында уҡығанда уҡ Әлфиәнең сағыу, моңло тауышын һоҡланып тыңлай торғайныҡ. Мәсетле районының Тайыш ауылында Менәүәрә апай менән Әсхәт ағайҙың матур ғаиләһендә тыуып үҫкән моңло ҡыҙ бәләкәйҙән йырсы булырға хыялланһа ла, профессиональ сәнғәткә урау-урау юлдар үтеп килә. Хәйер, шишмә лә бит урғылыр булһа, ҡасан да ете ҡат ер аҫтынан сығыр инешен таба.
Сәнғәт училищеһын тамамлағас, район үҙәгендәге мәҙәниәт һарайында эшләй. Шул уҡ ваҡытта балалар музыка мәктәбендә лә уҡыта. Бер нисә йылдан Өфөгә килеп Ҡала мәҙәниәт һарайында, һуңынан Туймазыла эшләй. Шул төбәктә осрата ла инде уны гастролгә килгән Мәскәү артистары. Үҙенсәлекле тауышлы йырсыны тиҙ күрәләр һәм “Хыял” ансамбленә саҡыралар. Улар менән ил буйлап гиҙә Башҡортостан һылыуы, бик күп урында сығыш яһай.
Шулай ҙа юғары вокал буйынса белем алыу теләге яңынан Өфөгә юлландыра. Сәнғәт академияһының халыҡ йыры бүлеген тамамлай. Ваҡыт тигәнең аҡҡан һыуҙай: Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләүенә лә ун алты йыл. Башта эстрадала йырлай, һуңынан әҙәби-музыкаль лекторийға күсә. Лекторий артистары, нигеҙҙә, уҡыу йорттарында тематик концерттар менән сығыш яһай. Заманында Райман Ишбаев, Сәйҙә Ильясова, Рим Гәрәев, Азат Айытҡолов һәм Гүзәл Мамина менән башҡорт төркөмөн ойошторалар.
Шулай ҙа ижад юлы көйлө генә бармай йырсының. Бик ныҡ стресс кисергәндән һуң, тауышын юғалта. Йырлау түгел, хатта һөйләшеүе лә ауыр була. Үҙен танытып өлгөргән, тамашасыларының һөйөүен яулаған йырсы, әлбиттә, ошондай хәлдә яңғыҙы ҡалмай. Йәне йәннәттә булһын, танылған йырсы һәм педагог Гүзәл Измайлова уның менән ике йыл буйы шөғөлләнә. Тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ бушҡа китмәй, тәбиғи тауышын ҡайтарыуға өлгәшәләр.
Репертуары бай Әлфиәнең. Унда классик әҫәрҙәр төп урында. А.Ғабдрахманов, З. Исмәғилев, К. Рәхимов, Р. Йыһанов, Р. Яхин, А. Ғайсин, Р. Сәлмәнов кеүек билдәле композиторҙар ижадына ла мөкиббән ғашиҡ, уларҙың йырҙарын яратып, үҙенсәлекле итеп башҡара. Төрлө телдә иркен йырлауы ла үҙенә талапсанлыҡты арттыра. Мөнәжәт жанрына тотонорға баҙнат иткән һирәктәрҙең береһе лә ул.Алда әйтеп үткәнемсә, үҙе лә йырҙар яҙа.
Ижадының тағы бер матур һыҙаты хаҡында өндәшмәү мөмкин түгел – ул даими халыҡ араһында булып, онотолоп барған йырҙарҙы йыя һәм профессиональ кимәлгә еткереп, радиоға яҙҙыра, концерттарында быуындар бәйләнеше булып, тамашасыларына еткерә. Мәҫәлән, Мәсетле яҡтарында таралған “Әли-Вәли”, “Аҡ суҡ, зәңгәр суҡ”, “Дәмдерҙитә”, “Алһыу”, “Әбделхәй” кеүек йырҙарҙы бары тик уның башҡарыуында ғына ишетергә мөмкин. Былтыр уның халыҡ йырҙарынан ғына торған альбомы сыҡты.
Күңеле тулы йыр-моң, йәшәү ҡиблаһы сәнғәт булған, үҙен башҡа урында күҙ алдына ла килтерә алмаған йырсы: “Талантым әсәйҙән килә”, — ти. Быуындар бәйләнеше булып, Әлфиәнең улы Илмир ҙа әсәһе юлын һайлауына ғәжәпләнергә түгел. Ул да сәнғәт академияһын тамамланы — музыкант. Әйткәндәй, Әлфиәнең байтаҡ йылдар иңгә-иң терәп йәшәгән, эшләгән тормош иптәше Ринат Мәжитов та бейеүсе, Башҡортостандың халыҡ артисы.
Коллегамдың Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурсында ҡатнашып, башҡорт халыҡ йыры "Зөлхизә"не башҡарыуы өсөн шул исемдәге махсус призға лайыҡ булыуы үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй. Иң мөһиме — Әлфиә Кәлимуллина һайлаған тормош девизынан тайпылмай, кешеләргә изгелек ҡыла, өмөтө һүрелгәндәргә өмөт өҫтәй, күңелдәре кителгәндәргә шатлыҡ өләшә. Йырҙары олоһо-кесеһенә шифа ла, дауа ла. Үҙен сәнғәт донъяһында йондоҙ итеп иҫәпләмәһә лә, баҫалҡылығы, талапсанлығы, ябайлығы һәм моңло тауышы менән тамашасыларының оло һөйөүен яулаусы Әй һәм Ыҡ ҡыҙы ул.

Тыуған ере — Мәсетле районының Тайыш ауылы.
Йәшәү девизы — изгелек ҡылыу.
Йондоҙнамә буйынса — ылаҡ.
Ир-атта баһалаған сифаттары — ихтыяр көсө, ныҡлыҡ.
Ҡатын-ҡыҙҙа нәзәкәтлелекте, нәфислекте өҫтөн күрә.
Ижад кешеһенә кәрәк сифаттар — таланттан тыш, сабырлыҡ, тырышлыҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 55

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 77

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 76

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 32

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 175

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 44

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 68

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 95

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 82

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 985