Закондар күп, ә белгестәр етмәй...

31-07-2013, 03:58 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Закондар күп, ә белгестәр етмәй...Ошо көндәрҙә Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы булдырылыуға биш йыл тулды. Идаралыҡтың иңенә мөһим бурыстар йөкмәтелгән. Дәүләттең хоҡуҡи институттары, гражданлыҡ йәмғиәте үҫеше министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлегенә лә бәйле. Биш йыл ваҡыт тарих өсөн әллә ни әһәмиәткә эйә булмаһа ла, юбилей датаһын башҡарылған бихисап эштәре, уңыштары менән ҡаршылайҙар. Улар тураһында белешер өсөн идаралыҡтың начальнигы Лариса Альберт ҡыҙы КУЧИНАға мөрәжәғәт иттек.

— Лариса Альберт ҡыҙы, идаралыҡ нимә менән шөғөлләнә? Белеүебеҙсә, бурыстарығыҙ бихисап, ә халыҡ улар тураһында белеп тә бөтмәй кеүек.
— Ысынлап та, эшмәкәрлек киң, вәкәләттәребеҙ генә лә йөҙгә яҡын. Улар араһында иң мөһимдәре: республиканың норматив хоҡуҡи акттарына хоҡуҡи һәм коррупцияға ҡаршы экспертизалар үткәреү, был акттарҙың федераль регистрын алып барыу, муниципаль берәмектәрҙең уставтарын һәм уларға үҙгәрештәр индереү тураһындағы акттарҙы, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы, шул иҫәптән йәмәғәт берекмәләрен, сәйәси партияларҙы, дини ойошмаларҙы дәүләт теркәүе, уларҙың законды үтәү-үтәмәүен контролдә тотоу. Шулай уҡ адвокатура, нотариат, граждандар хәле актын дәүләт теркәүе (ЗАГС) эшмәкәрлектәрен дә беҙ тикшереп торабыҙ. Рәсәй Юстиция министрлығына ҡараған федераль хеҙмәт һәм федераль дәүләт учреждениелары эшмәкәрлеген координациялау менән дә шөғөлләнә белгестәребеҙ. Быйылдан башлап төбәктә түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәтеү буйынса вәкәләттәрҙе лә беҙҙең иңгә йөкмәттеләр. Күреүегеҙсә, эштәребеҙ байтаҡ ҡына йыйылып китә.
— Башҡортостанда Юстиция министрлығы була торғайны. Хәҙер уларҙың вәкәләттәрен кем башҡара?
— Башҡортостан Республикаһының Юстиция министрлығы 2010 йылға тиклем эшләне. Шул уҡ йылда уны Башҡортостандың гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы менән Мировой судьялар эшмәкәрлеген ойоштороу һәм хоҡуҡи акттар регистрҙарын алып барыу идаралығына бүлделәр. ЗАГС үҙ эштәре менән була, ә беҙ уларҙың ярашлы эшләүен контролдә тотабыҙ. Тикшереп тороу хоҡуғыбыҙ ҙа бар, табылған хаталарҙы төҙәттертәбеҙ. Икенсе идаралыҡ менән дә тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Беҙҙең вәкил унда коллегия ағзаһы, уларҙың вәкилдәре беҙҙең сараларҙа ҡатнаша. Дөйөм алғанда, хеҙмәттәшлек тейешенсә ойошторолған.
— Юристар менән эшләйбеҙ, тигәйнегеҙ. Ошо йәһәттән һорау: бөгөн республикала юридик кадрҙар менән хәлдәр нисек? Кемдер уларҙы аҙ ти, икенселәр күплеген өнәп етмәй... Һәр ваҡыттағыса юғары уҡыу йорттарының юридик факультеттарына уҡырға инергә теләүселәр бихисап. Юғары белемле, әммә эшһеҙ юристар күпме беҙҙә?
— Минеңсә, республикала юристарға мохтажлыҡ юҡ. Уларҙың ниндәй өлөшө эш менән тәьмин ителгән-ителмәгәнлеге тураһында статистика мәғлүмәттәре миндә юҡ. Ысынлап та, юридик факультеттарға йыл һайын конкурс ҙур. Юрист квалификацияһын алырға теләүселәр арта ғына. Һис шикһеҙ, был һөнәр абруйлы һәм хөрмәтле.
Бөгөн күптәр икенсе юғары белем итеп юрист һөнәрен үҙләштерә. Уны йыш ҡына эшҡыуарҙар үҙ итә. Эшмәкәрлектең төрлө тармаҡтары ла хоҡуҡи мәсьәләгә килеп терәлә шул. Белгестәргә мөрәжәғәт итеп ваҡыт һәм аҡса әрәм иткәнсе үҙеңә белеү күпкә отошлораҡ, әлбиттә. Шуны әйткем килә: был белем бер кем өсөн дә артыҡ булмаҫ ине. Әммә халыҡтың дөйөм юридик мәҙәниәте түбән кимәлдә ҡалып килә. Күптәр үҙ хоҡуҡтарын белмәй, тимәк, яҡлай ҙа алмай. Шуға күрә дәүләт гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, халыҡҡа түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәтеү өсөн күпте эшләй.
— Бушлай юридик ярҙам тиһегеҙ. Уға һәр теләгән кеше дәғүә итә аламы?
— Юристар күп. Бушлай ярҙам күрһәтеүселәр ҙә бихисап. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Һәр кем һайлай ала: түләүһеҙ юридик ярҙамдың дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған төрҙәре бар. Дәүләткә ҡараған системаға башҡарма властың федераль органдары һәм улар аҫтында эшләүсе учреждениелар, Рәсәй Федерацияһы субъектының башҡарма власть органы һәм улар ҡарамағындағы учреждениелар, бюджеттан тыш дәүләт фондтары идаралығы органдары, дәүләт юридик бюролары инә. Бушлай юридик ярҙам күрһәтеүсе адвокаттар, нотариустар һәм башҡалар шулай уҡ дәүләт ярҙамы системаһында ҡатнашыу хоҡуғын ала ала. Республикала йылдың тәүге яртыһында ғына улар тарафынан 65 мең кешегә ярҙам күрһәтелгән.
Дәүләткә ҡарамаған системаға юридик клиникалар (студенттарҙың консультация бюроһы һәм башҡалар) һәм түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәтеүсе дәүләткә ҡарамаған үҙәктәр иҫәпләнә. Улар былтыр 4 мең самаһы кешегә бушлай ярҙам күрһәткән. Закон буйынса түләүһеҙ юридик ярҙамға хоҡуҡлы граждандар исемлеге билдәләнгән. Улар: ғаилә килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк булғандар, I һәм II группа инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Рәсәй Геройҙары, Советтар Союзы Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, инвалид балалар, етемдәр, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар һәм әгәр ошо кешеләрҙең мәнфәғәтен яҡлау мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт иткән осраҡта уларҙың законлы вәкилдәре. Шулай уҡ “Өлкән йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы социаль хеҙмәтләндереү тураһында”, “Психиатрик ярҙам һәм граждандар хоҡуғын гарантиялау тураһында”ғы закондарға ярашлы бушлай юридик ярҙамға хоҡуҡлылар, закон боҙған һәм иркенән мәхрүм ителгән бәлиғ булмаған үҫмерҙәр, суд тарафынан эшмәкәрлеккә һәләтһеҙ тип табылған граждандар ҙа был исемлеккә инә.
— Нотариустар тураһында ла фекерегеҙҙе ишетке килә. Минеңсә, улар баш ҡалала бигерәк күп, ә район үҙәктәрендә һәм ауылдарҙа етмәй. Ауыл Советында уның эшен башҡа белгес атҡара аламы?
— Ысынбарлыҡта улар бик үк күп тә түгел. Бөгөн республикала 198 нотариус эшләй. Һәр ҡайһыһының эшмәкәрлек биләмәһе — нотариаль округ бар, ул ҡануниәткә ярашлы билдәләнә. Һәр бер округка нисә белгес кәрәклеге шулай уҡ махсус тәртип менән раҫлана. Биләмәлә нисә кеше йәшәүенә ҡарап, шунса нотариус беркетелә.
Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, беҙҙә нотариаль эшмәкәрлекте дәүләт нотариаль контораһында хеҙмәт итеүселәр йәки шәхси практика менән шөғөлләнеүселәр атҡара ала. Эйе, ысынлап та, әгәр ауыл Советында нотариус юҡ икән, ҡайһы бер нотариаль эштәрҙе урындағы ауыл Советы хакимиәте башлығы йәки башҡа махсус уҡытылған вәкәләтле белгес башҡара ала.
— Нотариустарҙың хеҙмәте өсөн түләргә кәрәк. Ҡайһы саҡта хаҡтар “тешләшә”. Дәүләт пошлинаһын түләгәндә ташлама һәм льготаға хоҡуҡлы граждандар бармы?
— Әлбиттә, ундай хоҡуҡҡа эйә булған граждандар бар. Әйҙәгеҙ, уҡыусылар өсөн мәғлүмәт бирәйек. I һәм II группа инвалидтары нотариаль хеҙмәттәрҙең бөтә төрөнә лә 50 процент ташламаға хоҡуҡлы. СССР, Рәсәй Федерацияһын яҡлаған саҡта, СССР һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә һөнәри бурыстарын үтәгәндә яраланған кешеләр льгота алыу өсөн документтар күсермәһе дөрөҫлөгөн раҫлатҡан осраҡта дәүләт пошлинаһы түләүҙән азат ителә. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һәм инвалидтар дөйөм юрисдикция судтарында, мировой судьялар, Рәсәй Федерацияһының Конституция судында ҡаралған эштәр буйынса дәүләт пошлинаһы түләмәй.
— Республика закондарында коррупцияға юл ҡуйылмауын контролдә тотабыҙ, тигәйнегеҙ. Бындай осраҡтар йыш осраймы әллә?
— Беҙҙән идаралыҡтың коррупцияға ҡаршы көрәштәге урыны тураһында йыш һорайҙар. Эйе, Рәсәй Юстиция министрлығының был эшмәкәрлекте ойоштороу тураһындағы приказы көсөнә инеү менән идаралыҡ эште башҡарыуға тотондо. Беҙ норматив хоҡуҡи акттарға экспертизалар үткәрәбеҙ, шулай уҡ урындағы үҙидараның уставты үҙгәртеү тураһындағы ҡарарҙарын тикшерәбеҙ. Бөгөнгә ҡарата 3000-дән ашыу тикшереү үткәрелгән, коррупция факторы 220 норматив актта табылған. Беҙ уларҙы табып ҡына ҡалмайбыҙ, ә тиҙ арала бөтөрөү өҫтөндә лә эшләйбеҙ. Әле 195 осраҡ юҡҡа сығарылды, 25-е өҫтөндә эш дауам итә.
Әлбиттә, республиканың ғәмәлдәге ҡануниәте тулыһынса тикшерелгән, уларҙа коррупция факторы ла, федераль ҡануниәткә ҡаршылыҡ та юҡ тип әйтә алмайбыҙ. Закондар күп, ә белгестәр етмәй. Бында беҙгә ярҙамға бойондороҡһоҙ эксперттар килә ала. Әммә уларҙы был эш бик ҡыҙыҡһындырмай. Был йәһәттән ҡулдан килгәнсә тырышабыҙ.
— Ә коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән эшмәкәрлектә ниндәй ауырлыҡтар осрай?
— Беҙ уларҙы теркәп кенә ҡалмайбыҙ, ә эшмәкәрлектәренең уставтағы маҡсат һәм бурыстарына тура килеү-килмәүен дә тикшерәбеҙ. Бынан тыш халыҡ-ара ойошмалар филиалдары һәм вәкиллектәрен, сит илдең хөкүмәткә һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының Рәсәй ҡануниәтен үтәүен контролдә тотабыҙ.
Беҙҙең республика Волга буйы федераль округында коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һаны буйынса икенсе урында тора. Шуға күрә был йәһәттән эш етерлек. Ағымдағы йылдың 30 июненә ҡарата Башҡортостанда 4797 ошондай ойошма теркәлгән. Ауырлыҡтарға килгәндә, улар был ойошмаларҙы тикшергән саҡта барлыҡҡа килә. Ни өсөн тигәндә, беҙ уларҙы эш башлауҙарына өс йыл тулмайынса тикшерергә хоҡуҡлы түгелбеҙ. Сәйәси партияларҙың урындағы бүлексәләрен, мәҫәлән, Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми күрһәтмәһе нигеҙендә генә тикшерә, ә профессиональ союздарҙы контролдә тотоу буйынса бөтөнләй вәкәләттәребеҙ юҡ.
Беҙҙең хеҙмәткәрҙәргә, күреүегеҙсә, бихисап мөһим бурыстар йөкмәтелгән. Яуаплылыҡты тойоп һәр кем тырышып эшләй. Шуға күрә юбилей байрамы көндәрендә барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә, ветерандарға һаулыҡ, һөнәри уңыштар, оҙон ғүмер һәм бәхет теләйем.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!