Бәхил бул, Маэстро!

31-07-2013, 04:41 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Бәхил бул, Маэстро!Күп милләтле республикабыҙ халҡы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Д. Шостакович һәм Ғ. Сәләм исемендәге премиялар лауреаты, күренекле композитор Салауат Низаметдиновты һуңғы юлға оҙатты. Һоҡланғыс шәхес менән бәхилләшеү өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, шулай уҡ мәрхүмдең туғандары, яҡташтары, ижадташ дуҫтары килгәйне. Матәм сараһын республикабыҙҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов алып барҙы.

— Башҡорт халҡы шул тиклем ауыр юғалтыу кисерҙе, — тине БР Композиторҙар союзы рәйесе Айрат Ғайсин, — Салауат Әхмәҙи улы кескәйҙән күреү һәләтенән мәхрүм булһа ла, бынамын тигән әҫәрҙәр ижад итте. Был уңыштары уға еңелдән бирелмәне, әммә ул арыу-талыу белмәй хеҙмәт итте.
Әҙиптәр Ирек Кинйәбулатов менән Зөһрә Ҡотлогилдина Салауат Низаметдиновтың яҡты иҫтәлегенә арнап яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Кем уйлаған дәрте ташып торған ижадсының көтмәгәндә арабыҙҙан китеп барырын. Ул быйыл ғына “Маэстро һәм уның дуҫтары” концерт программаһы менән тамашасыларҙы һөйөндөргәйне. Туғандары белдереүенсә, Салауат Әхмәҙи улы ғүмеренең һуңғы көндәрендә өр-яңы опера яҙып бөткән. Бына ҡайҙа ул сәнғәткә тоғролоҡ!
Мәшһүр композитор Салауат Низаметдинов Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнде.

Уралымдың бер ҡурайы тынды
С. Низаметдинов иҫтәлегенә

Уралымдың бер ҡурайы тынды,
Һынды ҡапыл, әллә ярылды.
Өҙөлгән моң йыһандарҙан ашып,
Беҙҙең йөрәктәргә һарылды.

Һаман ҡайғы бер үк йөрәктәргә,
Бер үк йөрәктәргә яралар.
Һис кәмерлек түгел был яралар
Һаман арта, арта баралар.

Йәшле һағыш йәндә ҡойон һымаҡ
Хәтерләтә һинең дарманды.
Һин үтәнең намыҫ талаптарын,
Әллә Хоҙай биргән фарманды.

Бер йыуаныс ҡала янған йәндә:
Йырҙы ергә күмә алмаҫтар.
Етем ҡалған йырҙарыңа ғына
Оҙаҡ-оҙаҡ күнә алмаҫтар.

Беҙ күнербеҙ, башҡа сарабыҙ юҡ,
Юғалтыуҙар баштан ашһа ла;
Һинең моңдар менән аралашып,
Һағыш даръя булып ташһа ла.

Ваҡыт һиңә эшләр. Килер заман
Һинең ҡәҙереңде беләсәк.
Эй, Салауат, үлмәҫ йырҙарыңа
Салауаттар уҡыр киләсәк.

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ.