Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыяр ҙа ауырый...
Ауырыуҙар – ҡыяр уңышының кәмеүенә төп сәбәп. Уны булдырмауҙың бер ысулы – сиргә бирешеп бармаған сорттарҙы ултыртыу (“новосельский”, “эталон”, “серпантин”, “феникс” һ.б.). Әммә ҡыярҙың төрлө сорттарын үҫтерге килә бит, шуға күрә йәшелсәнең "дошмандарын" белеү шарт.

Ҡыяр ҙа ауырый...Антракноз (медянка)

Антракноз – ҡыяр өсөн иң ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың береһе. Ошо осраҡта йәшелсәнең япраҡтары ҡорой, емештәре серей. Был бәшмәк ауырыуы үҫентеләрҙе бөтөнләй юҡ итергә мөмкин. Уның барлыҡҡа килеүенә ысыҡ менән ямғыр йоғонто яһай. Антракноздың тәүге билдәләре япраҡтарҙа сағыла: уртаһында бәләкәй һары-алһыу йәки көрән таптар барлыҡҡа килә. Һабаҡтар һәм емештәр көрән йәки ҡара ҡутырлы яралар менән ҡаплана. Дымлы һауа торошонда ауырыу арта бара, таптар алһыулана.

Антракнозға ҡаршы саралар:
l ерҙе тәрән эшкәртеп, сүп үләндәренән таҙартыу;
l саманан тыш еүешлек барлыҡҡа килеүҙе киҫәтеү;
l һыуҙы йәшелсәнең төбөнә һибеү, япраҡтарға һыу тейҙермәү;
l ауырый башлаған япраҡ-һабаҡтарҙы алып ташлау;
l ҡулланған инструменттарҙың таҙа булыуы.
Был саралар ярҙам итмәһә, махсуслаштырылған химик препараттарҙы ҡулланырға тура киләсәк. Мәҫәлән, ровраль, эупарен, цинеб, цирам һ.б.

Ҡыяр ҙа ауырый...Мозаика

Мозаика – ҡыярҙың вируслы ауырыуы. Йәш япраҡтарҙа төрлө төҫтәге таптар барлыҡҡа килеүе менән билдәләнә. Ауырыған япраҡтар бәләкәй балдаҡтар һәм йәшел-һарғылт таптар менән ҡаплана. Артабан “ябай мозаика үҫешә. Ныҡлы зарарланғанда, япраҡтар ҡатып йыйырсыҡлана. Ҡыярҙың үҫеше тотҡарлана, сәскә атыу һәләте кәмей. Тәүҙә мозаика емеш һабағында барлыҡҡа килә, аҙаҡ бөтөн емештәргә тарала. Ҡайһы ваҡытта йәшелсә аҡ төҫкә инә. Ғәҙәттә, ҡуйы-йәшел урындар һөйәлле кеүек ҡалҡыу була.
Ҡыярҙы вируслы ауырыуҙарҙан һауыҡтырып булмай тиерлек, әммә сирҙең таралыуын киҫәтергә мөмкин. Бының өсөн түбәндәге ысулдар ҡулланыла:
l беренсе ауырый башлаған үҫентеләрҙе юҡҡа сығарыу;
l күп йыллыҡ сүп үләндәрен юҡ итеү;
l йәшелсә бетенә (тля) һәм талпанына (паутинный клещ) ваҡытында ҡаршы тороу;
l ултыртыу алдынан орлоҡто калий перманганаты иретмәһендә (марганцовка) зарарһыҙландырыу;
l ауырыуға дусар булған үҫентеләргә 10% майһыҙландырылған һөт ҡушымтаһы һибергә.

Ҡыяр ҙа ауырый...Кладоспориоз

Ул — бәшмәктән таралған иң зарарлы ҡыяр ауырыуҙарының береһе. Ҡыярҙың ер өҫтө өлөшөн зарарлай, әммә йәшелсәһенә зыяны күберәк. Ауырыу япраҡтарҙа төрлө формалы тимгелдәр менән билдәләнә, күбеһенсә япраҡтар бөрөшә. Һабаҡ һәм япраҡтарында ҡутырлы яралар барлыҡҡа килә, дымлы һауа торошонда улар зәйтүн төҫөнә инә. Емешкә төймәләнеү туҡтай, улар яйлап ҡороп ҡойола. Ҡыяр ҡутырланып үҫә, уңыш кәмей. Тупраҡта был инфекция ике-өс йыл буйы йәшәй.
Кладоспориоз ауырыуының беренсе билдәләре күҙгә күренһә, үҫентегә һыу һибеүҙе биш-алты көнгә туҡтатырға, уны 1% бордослы шыйыҡса менән эшкәртергә кәрәк. Ярҙам итмәһә – “Оксихом”ды ҡулланырға.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105