Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡты нур ҡалдырҙы
Яҡты нур ҡалдырҙыМәктәпте тамамлауға 30 йыл үтеп киткән икән. Һабаҡташтар менән осрашыуға берсә тулҡынланып, берсә шатланып ҡайттым. Бына туған мәктәп… Ул беҙҙе элеккесә ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Тирә-яғы сәскәгә күмелгән ике ҡатлы күркәм бина һаман да яҡын, ҡәҙерле. Атайым Винер Үтәгәнов был мәктәпкә бөтә ғүмерен, йәшлек дәртен, көсөн һалған.

Винер Исмәғил улы Сәйетбаба урта мәктәбен 1951 йылда тамамлай. Һәләтле уҡыусы була, тап ошо мәлдәрҙә унда физика фәненә ҡыҙыҡһыныу уяна. Уҡытыусы Хатмулла Ғарифуллин менән Өфөләге радио заводына хат яҙып, уларҙан материалдар алып, детекторлы радиоалғыс эшләүҙәрен дә беләм.
Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында уҡыу йылдарында физик приборҙар конструкторлау, фото төшөрөү, астрономия, физика буйынса түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, башҡорт хорында сығыш яһай, комсомол ойошмаһы секретары вазифаһын башҡара.
Дипломлы белгес Сәйетбаба урта мәктәбендә физика һәм астрономия дәрестәрен уҡыта башлай. Үҙенең автобиографик яҙмаларында атайым ошо йылдар тураһында бына нимә ти: “Физика кабинетын байытыуға, уны яңы приборҙар һәм материалдар менән йыһазландырыуға иғтибарҙы көсәйтеү кәрәк ине. Мәктәп директоры Вәхит Бикҡолов, завуч Әхмәт Яҡуповтың ярҙамы менән ярайһы уҡ күп эш атҡарылды. Түңәрәк ағзалары менән “Родина-47” радиоалғысын, бәләкәйерәк ҡеүәтле булһа ла, радиоузел итеп үҙгәртеп алдыҡ. Микрофон тотоп сығыш яһауҙар һәм тәнәфестә патефон уйнатыуҙар мәктәп тормошона ыңғай үҙгәрештәр индерҙе”.
Үҙ һөнәренең оҫтаһы ғына түгел, уҡыусыларҙа ошо ҡатмарлы ла, мауыҡтырғыс та фәнгә һөйөү уята алған тәжрибәле уҡытыусы ла була атайым. Бер төркөм уҡыусылары Мәскәүҙең физик-техник институты ойошторған мәктәптә ситтән тороп шөғөлләнә, уны тамамлап, төрлө олимпиадала ҡатнаша. Уҡыусылар командаһы районда физика буйынса уҙғарылғандарында еңеп сыға. Өфө нефть институты үткәргән олимпиадала Илгиз Үтәгәнов, I урын алып, ял һәм спорт лагерына путевка менән бүләкләнә.
Уҡытыу эшенән башҡа атайым, методик ойошма етәксеһе булараҡ, докладтар менән сығыш яһай, йәштәр өсөн асыҡ дәрестәр үткәрә, техник сараларҙы урынлы ҡулланыу алымдарын аңлата, тәжрибә үткәреү, иҫәпләү һәм фекерләү юлы менән сиселә торған мәсьәләләрҙе дәрестәрҙә уңышлы файҙалана. Йәмәғәт эшендә лә бөтә энергияһын, белемен, дәртен биреп эшләй ул. Комсомол ойошмаһы секретары, ауыл йәштәренең сәйәси уҡыуҙарын алып барыусы, әүҙем лектор, мәктәптең партбюро секретары, ике тиҫтә йыл ауыл Советы депутаты…
1961 йылда мәктәп, колхоздан ҙур ғына ер алып, борсаҡ, сөгөлдөр, кукуруз үҫтерә, умартасылыҡ нигеҙҙәрен өйрәнә. Хеҙмәт уҡытыусыһы Мансур Сираев етәкселегендәге оҫтахана районда иң алдынғыларҙан һанала. Был эштәрҙең барыһы ла директорҙың производство буйынса урынбаҫары В.Үтәгәновтың даими ярҙамында башҡарыла. 1967 йылда райондың мәғариф бүлеге атайымды белем усағы директоры итеп тәғәйенләй. Төп бурыс – мәктәптең матди базаһын нығытыу, уҡыусыларҙың белемен күтәреү. Толпар, Имәндәш, Ташаҫты, Уҫман, Имәнлек, Йөҙимән, Ләмиән, Быяла, Мәндем, Ташлы, Яңы Заһит, Ҡолҡан, Ҡаранйылға кеүек бәләкәй ауылдарҙан килгән балалар интернатта ятып уҡый ул ваҡыттарҙа. Уҡыусылар һаны 1300-гә етә. “Мәктәп урамындағы эреле-ваҡлы ун бер бинала уҡытабыҙ. Техник хеҙмәткәрҙәр утынды бысып, ярып, ташып, таңғы сәғәт дүрттә мейескә ут яға, мәктәпте йылыта. Ифрат ауыр көндәр… – тип яҙа атайым. – Район үҙәге 60 саҡрым алыҫлыҡта. Төрлө эш менән бик йыш сығырға тура килә, ат менән барып ҡунып, иртәгәһен төндә генә ҡайтып етәм. Иртә таңдан – тағы эшкә…” Һаулығы шул арҡала иртә ҡаҡшағандыр ҙа инде.
Төрлө ҡаршылыҡтарҙы үтеп, районда беренселәрҙән булып мөһабәт бина – ике ҡатлы мәктәп – һалдырыуға өлгәшә ул. Белем усағы һәр яҡлап алдынғылар рәтендә булды, уҡытыусылар коллективының тырышлығы арҡаһында унан билдәле шәхестәр, алдынғы хеҙмәт кешеләре үҫеп сыҡты.
Атайыбыҙҙың тырышлығы бик күп грамоталар, “Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы” тигән абруйлы исем менән баһаланды.
Юғары интеллектлы, тәрбиәле, миһырбанлы булды атайым. Бөтә ғүмерен, һаулығын халыҡҡа, тыуған еренә хеҙмәт итеүгә бағышланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙан иртә китте.
Класташтар менән осрашыуҙа яҡты бала саҡ хәтирәләрен, мәктәп йылдарын иҫкә төшөрҙөк, яратҡан уҡытыусыларыбыҙ менән осраштыҡ, бай тарихлы Сәйетбаба урта мәктәбенең музейын ҡараныҡ. Күңелдәр сафланып, йөҙҙәр яҡтырып ҡалғандай булды.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 0

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 0

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 10

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 40

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 50

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 32

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 28

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 50

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 77

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын!

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын! 18.02.2019 // Йәмғиәт

13 – 15 февралдә Италияның Рим ҡалаһында ҡортсолоҡ буйынса халыҡ-ара симпозиум үтте....

Тотош уҡырға 52

Алдынғылар араһында – Темәс башлығы

Алдынғылар араһында – Темәс башлығы 18.02.2019 // Йәмғиәт

Баймаҡ районында һәр йыл башында үткән осорға йомғаҡ яһау, алға бурыстар билдәләү, алдынғыларҙы...

Тотош уҡырға 54

Ҡатын-ҡыҙ ажарланып алға сығырға ынтыламы?

Ҡатын-ҡыҙ ажарланып алға сығырға ынтыламы? 17.02.2019 // Йәмғиәт

Бер танышым менән осрашҡан һайын бөтөн тирә-йүн ҡараңғылыҡҡа сумғандай була. “Донъя түңкәрелде...

Тотош уҡырға 370