Иң тилберҙәрҙе бүләк көтә

6-09-2013, 03:11 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Иң тилберҙәрҙе бүләк көтә2014 йылдың тәүге яртыһына гәзит-журналға яҙылыу кампанияһы башланды ла инде. “Башҡортостан” гәзитен күберәк таратыу маҡсатында мөхәрририәт иң шәп почтальондарҙы һәм йәмәғәт башланғысында матбуғат таратыусыларҙы асыҡларға булды.
Был изге эштә һәр кемде, хатта пенсионерҙарҙы ла ең һыҙғанырға саҡырабыҙ. Икеләнеп тормағыҙ, бөгөндән үк эшкә тотона алаһығыҙ. Бының өсөн почта бүлексәһенән абонементтар, йәғни квитанциялар барып алып, халыҡ араһында йөрөп, хеҙмәт коллективтарында булып, “Башҡортостан”ды мөмкин тиклем күберәк яҙҙырыуығыҙ шарт. Ауылдарҙа – 30 дана, ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә 50 дана яҙҙырыуға өлгәшһәгеҙ, үҙегеҙҙе еңеүселәр сафында тип иҫәпләй алаһығыҙ.
Конкурс шарттары буйынса, иң тилбер почтальондарҙы һәм әүҙем матбуғат таратыусыларҙы, әлбиттә, шәп бүләктәр көтә. Үҙ эшенең оҫталары хаҡында гәзиттә фото менән һүрәтләмәләр ҙә донъя күрәсәк.
Шул да мәғлүм булһын: 30-ға йәки 50-гә еткерә алмағандар, мәҫәлән, 20-25 данаға ғына яҙҙырғандар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.
Квитанциялар һанын, почта бүлексәһе начальнигынан раҫлатып, 23 декабргә тиклем редакцияға ебәрегеҙ. Был мәғлүмәтте почта аша йәки факс, электрон адрес (bashgazet@mail.ru) буйынса ла еткерә алаһығыҙ.
Конкурс шарттары тураһында тулыраҡ белгегеҙ килһә, 8(347)272-96-90 телефоны буйынса шылтыратығыҙ йәки электрон адрес буйынса бәйләнешкә инегеҙ.
Хәйерле сәғәттә, дуҫтар!