Ауырғазылар килендән уңдыБашҡортостан ауыл хужалығы институтынан һуң уңышлы эшләп йөрөгән йәш ветеринар бер көн уҡытыусы булырға, балалар араһында эшләргә теләүен аңлай. Шул мәлдән алып Нурия Ваһапова бына 22 йыл инде мәктәп тормошонан айырылғаны юҡ.
Күгәрсен районының Күгәрсен ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫә ул. Атаһы Ахун Ғәбит улы Бөйөк Ватан һуғышынан инвалид булып ҡайта. Әсәһе Фатима Баһауетдин ҡыҙы башланғыс кластарҙы уҡыта. Улар ете балаһын да юғары белемле итә.
Ул заманда мәктәптә уҡыусылар бик күп була, һәм Нурияның әсәһенә эштән һуң ҡайтырға, төндәрен йөҙҙән ашыу дәфтәр тикшерергә тура килә. Ярай әле үҙ балалары ярҙамсыл, ҡайтыуына барлыҡ йорт эшен башҡарып ҡуя. Өлкән класҡа күскән Нурияһы хатта дәфтәр тикшерешә, алмашсы кәрәк булған саҡта әсәһе урынына дәрес тә үткәргеләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 19 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кесерткән ашыҠайнап торған һыуға йәки һурпаға шаҡмаҡлап туралған картуф һалырға. Кесерткәнде йыуып, бешекләп, ваҡлап турарға. Унан ике минут самаһы көнбағыш майында еңелсә ҡыҙҙырырға (бер аҙ он ҡушырға мөмкин). Картуф бешеп сығыуға 7 – 10 минут ҡалғас, уға кесерткән, табала ҡыҙҙырылған һуған менән кишер, лавр япрағы, тәмләткестәр һалырға. Шулай уҡ ярты стакан һыуҙа бер ҡалаҡ он бутап, ашҡа өҫтәргә һәм көслө утта 3 – 5 минут бешерергә.
Кесерткән ашына бешкән йомортҡа, ҡаймаҡ йәки майонез өҫтәргә мөмкин. Ашығыҙ тәмле һәм шифалы булһын!

Ком: 0 // Уҡынылар: 27 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киң мәғлүмәт сараларында үҫмерҙәр араһында енәйәтселектең, наркомания менән эскелектең киң таралыуы хаҡында даими һүҙ алып барыла. Таныштар араһында ла балалары насар юлға баҫҡан ғаиләләр аҙ түгел. Үҫмерҙәрҙе был афәттән нисек йолоп ҡалырға һуң?
“Үҫеш сире”н һәр бала үҙенсә үткәрә. Кемдер бөтәһен дә үҙ башынан үткәрергә тырыша, кемдер ғашиҡ була, ә кемдер тормошоноң мәғәнәһен табырға ынтыла. Тышҡы донъя менән бәйләнеште сикләү мөмкин түгел. Кем менән дуҫлашыу, аралашыу тураһындағы фекерегеҙҙе балаға “көсләп таға” алмайһығыҙ. Ул барыбер үҙенсә эшләйәсәк, абруйығыҙҙы ғына юғалтасаҡһығыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 20 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
2012 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк башланды. 10-ынан 20 майға тиклем гәзит-журналдарға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалырға ашығығыҙ, дуҫтар!
“Башҡортостан”ға ике индекс буйынса яҙылырға мөмкин:
50600 индексы (аҙнаһына биш тапҡыр, телепрограмма менән) — 564 һум 24 тин.
31805 индексы (йома, аҙнаһына бер тапҡыр, телепрограммаһыҙ) — 118 һум 56 тин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 20 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөн көндөҙгө сәғәт 2-лә Ауырғазы районы хакимиәте бинаһында (Талбазы ауылы, Ленин урамы, 84) Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Л.Х. Иванова граждандарҙы ҡабул итә.

Ком: 0 // Уҡынылар: 25 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 164 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ