Охот диңгеҙендә “Кольская” нефть һәм газ быраулау йөҙөүсе платформаһы штормға эләгеп, буксир менән алып китеп барғанда батыуы хаҡында донъяның барлыҡ мәғлүмәт каналдары хәбәр иткәйне.
Әле 67 кешенең 14-енең кәүҙәһе табылған, ҡалғандар хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта платформала барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре боҙолғанлығы, эшселәрҙең ҡот осҡос шарттарҙа эшләүе мәғлүм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1135 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағиҙел ҡалаһында 27 йәшлек спортсының фажиғәле һәләк булыуы буйынса енәйәт эшен тикшереү тамамланыуға бара. Дим Әйүпов грек-рим көрәше менән шөғөлләнгән, бәйгеләрҙә призлы урындар яулаған.
Спортсы игеҙәге Динар менән ҡәбәхәттәрҙең ҡорбаны булған – уларға урамда иҫеректәр бәйләнгән һәм туҡмай башлаған. Егеттәр, физик яҡтан көслө булһа ла, күмәк кешегә ҡаршы тора алмаған. Дим һәләк булған, Динар иһә тере ҡалған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1110 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөләге Рихард Зорге урамында урынлашкан ҡарттар йортонда янғын сыҡҡан. Учреждение һаҡсылары шунда уҡ ярҙамға ташланған, улар беренсе ҡаттағы ут сығанағын асыҡлаған.
Ҡотҡарыусылар ҙа тиҙ арала килеп еткән (84 хеҙмәткәр 21 берәмек техника ҡулланған) һәм 28 кешене эвакуациялаған, утты йәһәт кенә һүндереүгә өлгәшкән. Янғын сыҡҡан бүлмәлә биш кеше йәшәүе асыҡланған, уларҙың береһе – 61 йәшлек ир – һәләк булған. Белгестәр әйтеүенсә, тап уның һаҡһыҙлығы – йоҡо урынында тәмәке тартыуы фажиғәгә килтергән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 909 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матбуғат сараларында Рәсәйҙең дүрт гражданы Йеменда барған сыуалыштарҙа һәләк булған, уларҙың барыһы ла урындағы Ислам теология үҙәгендә белем алыусы Башҡортостан студенттары тигән хәбәр донъя күргәйне.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса республиканың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы әле был мәғлүмәтте тикшерә, тик ул рәсми раҫланмаған. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа Башҡортостандан Йеменға сығыусы кешеләр исемлеген барлайҙар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1085 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы муниципаль районының, Сибай ҡалаһы ҡала округының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә территориаль һайлау комиссиялары ағзалары вәкәләттәренең ваҡытынан алда туҡтатылыуына бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһының 6-сы пунктына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған комиссияның яңы ағзаларын тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 852 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көндәлектә — Президент имзаһы!17 декабрҙә “Комсомольская правда” гәзите республика уҡыусылары араһында иң өлгөлө көндәлек хужаларын билдәләне. Бындай ҙур баһаға лайыҡ булған балаларға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыу бәхете тейҙе.
Конкурста ҡатнашыу өсөн редакцияға көндәлектең уҡытыусы имзаһы менән раҫланған күсермәһен ебәрергә кәрәк ине. Үҙен һынап ҡарарға теләүселәрҙең һаны 1200-гә еткән. Улар араһынан 30 баланы һайлап алыу, әлбиттә, бик еңелдән булмағандыр.
— Еңеүселәр иҫәбендә беҙҙән өс уҡыусы бар, — тине Баймаҡ районының Түбәнге Таһир мәктәбе директоры урынбаҫары Таңһылыу Мазһарова. — Балаларҙың көндәлектәрен таҙа тотоуында, тырышып белем алыуында үҙебеҙҙә йыл да ойошторолған “Йыл класы”, “Иң күп “бишле” алыусы” конкурстарының да роле ҙур.
Ком: 0 // Уҡынылар: 976 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡташыбыҙ – Япония премияһы лауреатыБашҡорт архитекторы Ришат Муллагилдин “AIDA AWARDS-2011” премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булды.
Японияның күренекле архитекторы Такефуми Айда исемендәге премия һөнәри ҡаҙаныштары менән йәмғиәт үҫешенә ҙур өлөш индергән өсөн Сибаур технология институты тарафынан йыл һайын бирелә. Сибаур технология институтын Японияла ғына түгел, донъяның башҡа илдәрендә лә әһәмиәтле проекттарҙы ғәмәлгә ашырыусы, исемдәре киң билдәле инженерҙар, конструкторҙар һәм архитекторҙар тамамлаған. Ришат Муллагилдин – сит ил кешеләренән был япон премияһын яулаған тәүге лауреат.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1071 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең старостаМәсетле районының Һөләймән ауылында тыуа Ризван Хажиев. Ауылында башланғыс белем ала, артабан Ләмәҙтамаҡта уҡый. Һуғыш йылдарында халыҡ күргәнде Хажиевтар ғаиләһе лә кисерә. Кесерткән, алабута, иген ҡырҙығы менән тамаҡ туйҙырған мәлдәр күп була. Аттестат алғас, ауыл егеттәре менән бер ҡор булып, Силәбе өлкәһенең Бакал ҡалаһына һөнәрселек училищеһына китә.
Паровоз машинисы ярҙамсыһы һөнәрен ала, урындағы гәзиткә мәҡәләләр яҙа, уның әүҙем хәбәрсеһенә әйләнә. Армия хеҙмәтендә лә Ризван ҡәләмен шымартыуға форсат таба. Хәрби гәзиттәрҙә тиҫтәләгән һүрәтләмә, репортаждары донъя күрә. Ҡайтҡас, райондың “Коммунист” гәзитендә эшләп ала.
Арыу ғына ер-һыу күреп, тормоштоң билдәле бер баҫҡыстарын үткән егеттең күңелендә эйәрле ат ятыр. Белемгә ынтыла Ризван. 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына һынау тота.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1643 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмерем буйы ҡулымдан ҡәләм төшмәһә лә, аҡ ҡағыҙ битенә тәүге тапҡыр ҡурғаштай ауыр һүҙҙәр төшөрөүем.
Ғәмәл дәфтәренең ҡара бите асылды: ғүмер йондоҙомдоң иң яҡтыһы булған ҡатыным, балаларыма йән биреп, уларҙы матур кешеләр итеп тәрбиәләп үҫтергән Фәһимәм, беҙҙе етем ҡалдырып, фани донъянан баҡыйлыҡҡа күсте.
Егерменсе быуаттың уртаһынан башланған тормош юлыбыҙҙың осо бер ваҡытта ла булмаҫ кеүек ине. Ул һуҡмаҡты беҙ бер-беребеҙгә ныҡлы таяныс булып, ғәжәп бер тырышлыҡ менән һәм ышаныслы рәүештә атлап үттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 907 тапҡыр // Тотош уҡырға
Булмышына тоғроУның бар булмышын баҫалҡылыҡ биҙәй. Айыҡ аҡыл, рух ҡөҙрәте, күңел йомартлығы менән һуғарылған баҫалҡылыҡ. Иң мөһиме — был хис уның үҙ булмышын ғына йылытып ҡалмай, балаларына, яҡындарына, хеҙмәттәштәренә, ауылдаштарына, райондаштарына һөйөү һәм хөрмәт ҡөҙрәте аша тарала...
Әңгәмәсем Нәсиә Йосопованы күптән беләм. Архангел яҡтарына юл төшкән һайын уның менән күрешмәй ҡайтҡаным юҡ. Бигерәк тә "Инйәр" район гәзитенең баш мөхәррире булып эшләгән йылдарында ярҙамы күп тейҙе — теге йәки был темаға мәғлүмәт һорап та, үҙебеҙ барып етергә форсат теймәгән ауылдарҙан мәҡәләләр әҙерләп ебәреүҙәрен юллап та йыш шылтырата торғайныҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1076 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 1342 1343 1344 1345 1346 1347 1348 1349 1350 ... 1371 Алға
Бит башына