Илдә сертификат йә һаҡлау кенәгәһе күрһәткән сит кешегә ҡағылышлы банк хеҙмәттәре тыйыла. Хәҙер бындай документ тик аныҡ граждан исеменә теркәләсәк. Етмәһә, физик шәхестәрҙең һаҡламын страховкалау сараһы ла мотлаҡ буласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 69 тапҡыр // Тотош уҡырға
Исеме үҙгәрһә, есеме лә үҙгәрәАлексей Кудриндың Стратегик үҫеш үҙәге иҡтисадсылары ла, Рәсәйҙең Финанс министрлығы ла “йәшәү минимумы” тигән төшөнсәне “ҡулланыусы ҡаҙнаһы”на алмаштырырға тәҡдим итте. Бындай үҙгәреүҙән ни фәтүә булыры ябай халыҡҡа ҡараңғы. Ә ысынында кем отор һуң?
Ком: 0 // Уҡынылар: 43 тапҡыр // Тотош уҡырға
Супермаркет хәйләләре“Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙ” тигән әйтемде барыбыҙҙың да ишеткәне барҙыр. Ысынлап та, кеше кәрәк урында алдаштырып та ебәрергә мәжбүр. Ә аҡса һанаған сауҙа нөктәләре, табыш артынан ҡыуған эшҡыуарҙар бындай алымдарҙы йыш ҡуллана һәм яңыларын уйлап сығарып ҡына тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 64 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡсаның күҙе юҡ, тиһәләр ҙә...Эй, ошо аҡсаның күҙе юҡ, бер ҡасан да етмәй, мандып булмай, тип зарланырға яратабыҙ. Ысынлап та, шулаймы? Аҡсаны нисек еткерергә? Килемде нисек дөрөҫ итеп бүлергә, тотонорға? Ғөмүмән, финанс грамотаһына өйрәнеп буламы, әллә ул тыумыштан килгән һәләтме? Ни генә тиһәң дә, кеше тормошон матди байлыҡһыҙ күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Нимә эшләйем тиһәң дә, барыһы ла аҡсаға барып төртөлә. Һәр кемдең етеш йәшәгеһе килә. Социализм, коммунизм төҙөйбөҙ тип оран һалған ваҡыттар күптән үтте. Урамда баҙар иҡтисады хөкөм һөрә. Бөгөнгө махсус битебеҙ көнитмешебеҙҙең ошо яғына арнала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 79 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл күркеТормош бит ул аҡҡан һыу кеүек: бала саҡ, йәшлек, унан инде ҡартлығы ла үҙен оҙаҡ көттөрмәй. Һөйләйәсәк — геройҙарым – Белорет районының Шығай ауылында йәшәгән Нурбикә менән Инсаф Ҡәнәфиндәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 44 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхет сере – эшһөйәрлекТырыш, маҡсатҡа ынтылыу­сан йәш ғаиләләр әҙ түгел арабыҙҙа: матур итеп донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр, хеҙмәттә лә ал бирмәйҙәр... Иҫке Собханғол ауылынан Айгөл һәм Марсель Миңлеғоловтарҙың да бәрәкәтле тормошта йәшәүе – егәрле, эшһөйәр булыуҙары һөҙөмтәһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 33 тапҡыр // Тотош уҡырға
Табип тигән бөйөк исеме барДауахана юлын һәр кем юҡ-юҡта тапай. Табипҡа инер алдынан бөтәһе лә унан яҡшы хәбәр алып сығырына ышана һәм өмөтләнә... Изге лә, ауыр ҙа, кеше ғүмере өсөн яуаплы һөнәрҙе үҙ иткән, уны намыҫлы аҡлаған, яҡындарының, таныш һәм таныш түгел кешеләрҙең һаулығын тикшереүҙән тыш, дөрөҫ диагноз ҡуйыу һәләтенә эйә булған, дауалау процестарын яҡшы белгән табиптар алтынға бәрәбәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 82 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тиң йәшәүҙәргә ни етә...Ғаилә нигеҙенең ныҡлығы, һис шикһеҙ, уны төҙөгән ике кешенең бер-береһен ихтирам итеп, яратып йәшәүенә бәйле. Мөхәббәтле ғаиләне ғүмер миҙгелдәренең ҡаршылыҡтары еңә алмай, һөйөү нурынан яралған балалар ҙа бәхетле була. Әбйәлил районының Дәүләт ауылында йәшәгән Маһира менән Әмирхан Шәһимәрҙәновтар тап шундайҙарҙан. Илле йылдан ашыу бергә ғүмер кисергән пар күптәргә өлгө булырлыҡ. Күбәләк ырыуынан булған Туйыш ауылы егете үҙенең ғүмерлек мөхәббәтен студент йылдарында осрата.
Ком: 0 // Уҡынылар: 62 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл депутатыБөгөн улар — ауыл биләмәһе башлыҡтарының иң төп ярҙамсылары. Һәр ауылда, бәләкәйме-ҙурмы, төрлө проблемалар, көндәлек мәшәҡәттәр осрап ҡына тора. Уларҙың барыһын да ауыл биләмәһе башлығы белеп тә, хәл итеп тә өлгөрмәй. Тап ошо осраҡта тәүге ярҙамды ауылдаштарына үҙҙәре һайлаған депутат күрһәтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 85 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыл башынан түләнә башлаған балалар пособиелары физик шәхестәрҙең килеменә һалымдан азат ителде, йәғни аҡса күләменең 13 проценты ҡаҙнаға тотолоп ҡалынмаясаҡ. Өҫтәүенә был һалым төрөн ирекмәндәр ҙә түләмәйәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 72 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 1371 Алға
Бит башына