Йылы һүҙгә һәр кем мохтажКүп тиҫтә йылдар буйына халыҡты социаль яҡлау, шул иҫәптән өйҙә хеҙмәтләндереү функцияларын беҙҙең илдә фәҡәт дәүләт органдары башҡарып килде. Бөгөн иһә яңы иҡтисади шарттарҙа сифатлы ярҙам күрһәтеүгә ихтыяж арта бара. Шуға күрә инвалидтарҙың һәм өлкән йәштәгеләрҙең тормошон еңеләйтеү, уларға уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыуға ирешеү өсөн был өлкәгә дәүләттеке булмаған ойошмалар йәлеп ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 89 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәрәкәтле тормош сереЯңы ғына өйләнешеп, Белоретҡа күсеп килгәс, шаулы ҡала тормошона күнегә алмай ҡаңғырған, туғандарҙы һағынып күңел болоҡһоған саҡтарҙа “апа”, “инәй” тип уларға ураған һайын йүгереп килгәнмендер ул, моғайын. Һәр саҡ яҡты йөҙ күрһәтеп ҡаршы алыр, табындарынан һис ҡасан өҙөлмәгән тәмле бәлештәре менән һыйлап, фәһемле кәңәштәрен биреп оҙатып ҡалырҙар ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 105 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 1,6 миллион Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм инвалиды йәшәй. Аныҡлап әйткәндә, инвалидтарҙың һаны 16 691-гә тиң.
Ком: 0 // Уҡынылар: 124 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер йыл эсендә Рәсәйгә 120 мең кеше күсеп килгән. Сит тарафтарҙа йәшәгән ватандаштарҙың илебеҙгә үҙ теләге менән күсеп ҡайтыуына булышлыҡ иткән дәүләт программаһы һөҙөмтәле эшләй, унда дәүләтебеҙҙең 66 төбәге ҡатнаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 117 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берләшкән милләттәр ойошмаһы күҙаллауынса, Рәсәйҙең көньяҡтағы ҡалаларында кешеләр һаны йылдан-йыл артасаҡ, XXI быуат уртаһына улар уртаса өс миллионға күбәйәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 88 тапҡыр // Тотош уҡырға
Никах килешеүе кемгә кәрәк?Бәхетле йәмғиәттә йәшәйбеҙ, ни тиһәң дә. Һәр хәлдә: “Мин һине 100 процент яратам, ә һин 30 процент та яратмайһың. Хаҡын компенсацияла!” – тигән ғәйепте ишеткәнебеҙ юҡ, Аллаға шөкөр. Мөхәббәттең хаҡы – уға тиң мөхәббәт кенә! Ә ул йә бар, йә юҡ. Уның 100 процентының күпме торғанын берәү ҙә һанамаған, уныһына ла шөкөр. Юҡһа йәмғиәтебеҙҙән ямаулыҡтар ғына ҡалыр ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 104 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кешене хеҙмәт йәшәтә Тормошта төрлө һөнәр эйәләре бар. Һәр хеҙмәт төрө ҡатмарлы ла, үҙенсәлекле лә. Замандың йылъяҙмаһын шул осорҙа йәшәгән һәм эшләгән һөнәр кешеләре яҙа. Ә бына уҡытыусы булып эшләү, балаларға аң-белем, тәрбиә биреү – икеләтә яуап­лы бурыс. Киләсәк быуынға арналған ғүмер, улар өсөн сарыф ителгән хеҙмәт алтынға бәрәбәр, минеңсә, сөнки һәр төрлө шөһрәтнамәләр, наградалар ваҡыт үтеү менән онотола, ә халыҡ хәтере мәңгелек. Был – хеҙмәт кешеһе өсөн иң ҙур баһа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 84 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бала күңеле лә әсәлә булһа икән...Ҡыштың аяҙ матур көнөндә ҡыҙым менән саф һауала йөрөп инәйем әле тип сыҡһам, подъезд төбөндә иламһырап торған күрше әбейҙе осраттым. “Бәй, уға ни булған, арыу ғына йөрөй торғайны”, – тип уйланым да иҫәнләшеп үтеп киттем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 134 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уларға  нимә кәрәк?“Ир-егеткә нимә кәрәк икән ул? Аптырарһың, бөхтә итеп кейенгән, матур ҙа, тәрбиәле лә, бер, хатта ике юғары белемле, аҡыллы ҡатын-ҡыҙ донъя тулы. Тик ниңәлер уларҙың янында булған ир-егет йә “төшөрөргә” ярата, йә “һулға” саба, йә йүнһеҙ. Бына, Сания, беҙҙең подъезды ғына ал, шулай түгелме ни? Ир-егеткә нимә кәрәк, йә, әйт миңә?”
Ком: 0 // Уҡынылар: 67 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағинәй кәңәштәреБыл һүҙҙәр ҡасандыр тормошҡа сыҡҡан Фәриха өләсәйемә уның оло инәһе Бибиғәйшә тарафынан әйтелгән. Хәҙер инде улар икеһе лә мәрхүмә, әммә өләсәйемдең һөйләгәндәрен, оло йәштәге әсәйемдең өгөт-нәсихәтен барлағанда ҡәҙерләп иҫкә алам. Бәлки, беҙгә, ҡатын-ҡыҙға, ошо фатиха һүҙҙәр тормошта фәһем булыр, тиеүем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 66 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 1371 Алға
Бит башына