Донъя йәмләр зат булҠатын-ҡыҙҙың көсө – уның көсһөҙлөгөндә, тибеҙ. Әммә шундай һорау тыуа: нисек ирҙәренә иңдәш-яуҙаш булған сая ҡыҙҙарға көсһөҙ булып өйрәнергә һуң? Уйлап ҡараһаң, был – беҙҙең халҡыбыҙ ғына түгел, ә башҡа милләт гүзәлдәре өсөн дә мөһим һорау. Ғөмүмән, ергә ҡатын-ҡыҙ итеп яратылған көсһөҙ затҡа нисек иң ҡырыҫ тормош шарттарында ла һығылмалы, нәзәкәтле, мөхәббәтле булып ҡалырға? Әгәр ҙә был юҫыҡта тәжрибә булмаған осраҡта, яңылышмай ғына ниндәй алтын урталыҡты һайларға һуң? Түбәндәге кәңәштәр ошо юлда һеҙгә ярҙам булыр тип уйлайбыҙ, әхирәттәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 48 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һин бит ҡыҙ кеше...“Һин бит ҡыҙ кеше, улай ярамай!” Тап ошо һүҙҙәр беҙҙе киләсәктә ысын ҡатын-ҡыҙ булыу теләгенән баш тартырға мәжбүр итә тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Тап ул ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтен быуып, уның матур теләктәренә сик ҡуя. Әлбиттә, тәрбиәсе һәм ата-әсәнең ниәттәре насар түгелдер, шулай ҙа был буласаҡ ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышында мөһим урын алыуы мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 120 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәме әле лә тел осонда...Мөрсәк – Ҡарлыман мәмерйәhе ышығында hаҡланып ҡалған бәләкәй генә ауыл. Уға Мөрсәлим ҡарт нигеҙ hалған, тиҙәр. 1920 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 65 йортта 299 кеше йәшәгән. Һүрәттәге инәйҙәр тап ошо ауылға hуғыш йылдарынан hуң килен булып төшкән. Күптән түгел генә улар ауылымдың йәме ине…
Ком: 0 // Уҡынылар: 34 тапҡыр // Тотош уҡырға
Келәүсиндәрҙең ырыҫлы йортондаТөрөмбәт ауылында йорт һалып гөрләтеп донъя көткән ғаиләләрҙең береһе Келәүсиндәр. Миҙәхәт ағай менән Миңйыһан апай бынамын тигән күркәм йорт күтәреп, баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап, ауылдаштарына ла, туғандарына ла матур өлгө күрһәтеп йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 37 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөхәббәтле мөхиттәЯҙмыш кешене осраштыра, ә инде артабан юлдың нисек дауам итерен һәр кем үҙе хәл итә. Бына Мәләүез ҡалаһы эргәһендәге Тамъян ауылында йәшәгән Әлиә Рамаҙан ҡыҙы менән Зөлфәт Сәйфулла улы Әмировтар, бер-береһе менән осрашҡандарына, бәхеттәрен тап иткәндәренә ҡыуанып, Хоҙайға рәхмәт әйтеп йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 50 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелебеҙҙә – һәр саҡ ҡояшБөгөн – Халыҡ-ара_балаларҙы_яҡлау_көнө

Күк йөҙөн болот ҡаплаған һалҡын көндә йән йылыға иҙрәй, яҡтылыҡҡа күҙ сағыла аламы? Әлбиттә! Яныңда балалар шау-гөр килһә, күңел күге гелән ҡояшлы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 216 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балалар изгелеген күрергә яҙһынРеспублика йортонда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған бер төркөм күп балалы әсәгә лайыҡлы бүләк – “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 113 тапҡыр // Тотош уҡырға
Реанимацияла ятҡан ауыр хәлдәге сирле янына туғандарына инергә рөхсәт итеүҙе закон менән нығытмаҡсылар. Ысынлап та, был – хәл итеүҙе көткән бик нескә мәсьәлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 93 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балалар үҫте. Алименттан ҡотолдоңмо?Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаң, беҙҙең илдә никахтарҙың яртыһынан күберәге тарҡала. Тәүге йылда бындай осраҡтар бик аҙ булһа, биш-туғыҙ йыл бергә йәшәгән парҙар араһында айырылышыу күрһәткесе иң ҙуры. Ә был осорҙа, ғәҙәттә, ғаилә лә ишәйә – балалар икәү, өсәү, дүртәү булып китә... Башҡортостан да ошо йәһәттән Рәсәйҙәге уртаса кимәлдән ҡалышмай. Әлбиттә, 2016 йылға ҡарағанда, былтыр хәл яҡшыраҡ булған – айырылышыу­сылар һаны алты процентҡа кәмегән. Әммә бында үткән осорҙа никахҡа инеүселәрҙең күберәк булыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡоро һандарға күҙ һалһаң иһә, элекке йыл 15645 никах тарҡалған, былтыр – 15572.
Ком: 0 // Уҡынылар: 94 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һүҙҙән бешкән бутҡаны кем ашай?Бихисап тиҫтә йылдар әүәл мәңгелектә тыныслыҡ тапҡан Ғәйнихаят өләсәйем, мөғжизә булып, гонаһ менән мөлдөрәмә тулы, гонаһҡарҙар ер ҡаплап йөрөгән донъябыҙға әйләнеп ҡайта ҡалһа, хәреф танымаған көйө йәнә лә гәзиткә күҙ һалһа, өҫтәүенә ишетмәгән ҡолағы менән телевизорҙан һибелеүсе хәбәрҙәрҙе лә аңына алһа, быларҙың һәммәһенә мөнәсәбәтен ул, моғайын, “Әстәғәфирулла!..” – тип кенә белдерер ине, сөнки өләсәйем, олатайым, әсәйем заманындағылар белем еймәһәләр ҙә – ғалим, хакимлыҡ дилбегәһен тотмаһалар ҙа – дәүләти фекерле, ябайлыҡта ла юғары рухлы кеше булып хәтеребеҙгә һеңеп ҡалған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 91 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 1371 Алға
Бит башына