Главная > Йәмғиәт > Һарымһаҡты даими ҡулланһағыҙ

Һарымһаҡты даими ҡулланһағыҙ


27-09-2013, 03:16. Разместил: adminka
Һарымһаҡты даими ҡулланһағыҙҺарымһаҡ ҡан тамырҙарындағы көсөргәнешлекте кәметергә булышлыҡ итә. Был, үҙ сиратында, ҡан баҫымы түбәнәйеүгә килтерә. Шуға күрә табиптар һарымһаҡты даими ашарға ҡуша.
Тәҡдим итеүҙәре юҡҡа түгел, мәҫәлән, милли аш-һыуҙа һарымһаҡ киң ҡулланылған илдәрҙә йөрәккә бәйле сирҙәрҙең аҙлығы иҫбатланған икән.
Һарымһаҡ боҙолмай һаҡланһын өсөн ҡайһы бер шарттарҙы үтәү мотлаҡ. Мәҫәлән, уны һалҡын урында (бер-өс градус йылылыҡта) һаҡларға кәңәш ителә.
*Һаҡларға ҡуйылған урын ҡоро булырға тейеш.
*Һаҡлау өсөн иң яҡшыһы — быяла банка, ағас йәшник һәм туҡыма тоҡсай.
*Шулай уҡ һуған һымаҡ бәләкәй бәйләмдәрҙә лә һәйбәт тора.

Тәмле лә була

Беренсе ысул. Һарымһаҡты ҡабығынан таҙарталар, тештәрен алалар ҙа банкаға һалалар. Шунан банканы үҫемлек майы менән тултырып, ҡапҡасын ябып, һыуытҡысҡа ҡуялар. Ошондай юл менән һаҡланған һарымһаҡ тәмле була, ә майын салатҡа һалыу өсөн файҙаланырға мөмкин.
Икенсе ысул. Эре тоҙ һибеп, һарымһаҡты банкаға тултырырға ла тоҙ һибелгән беше туҡыманы ҡаплап, еп йәки резина менән бәйләп ҡуйырға кәрәк.
Өсөнсө ысул. Быныһы иң ябайы һанала. Һарымһаҡҡа һуған ҡабығы йәки ҡоро ағас онтағы һибеп, туҡыма тоҡсайға һалып ҡуйырға.

Еҫен нисек бөтөрөргә?

Ҡулға һеңгән һарымһаҡ еҫенән ҡотолоуҙың һыналған бер нисә ысулы бар.
*Ҡулды яҡшы итеп һабынлап йыуаһың (бигерәк тә тырнаҡ тирәһен), һуңынан лимон менән ышҡыйһың.
*Һарымһаҡ ҡулланғандан һуң ҡулға үҫемлек майы һөртһәң, еҫе килмәҫ.

БӨЖӘКТӘРҘЕ ҠУРҠЫТА

Һарымһаҡтың баҡса ҡоротҡостарына ҡаршы көрәштә лә файҙаһы ҙур. Ул талпанды, теләне, ҡырмыҫҡаны һәм башҡа ҡарышлауыҡтарҙы ҡурҡыта.
Баҡсала һарымһаҡты мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланыу өсөн уны ҡоротҡостарҙан һаҡларға теләгән үҫемлектәргә йәнәш ултыртырға кәрәк. Мәҫәлән, емеш биреүсе ағастар араһына сәсегеҙ ҙә япраҡтарын даими ҡырҡып тороғоҙ. Киҫелгән урындан ҡырҡыу еҫле һут бүленеп сыға һәм тап шул ҡоротҡостарҙы ҡурҡыта ла инде. Шулай уҡ һарымһаҡ тештәрен ҡырмыҫҡалар һуҡмағына һалып сығырға ла мөмкин.

Он боҙолмаһын тиһәгеҙ...

Онда йәки ярмала ҡорт йә ҡуңыҙ үрсемәһен өсөн он һалынған тоҡсайға йәки тоҡҡа таҙартылған ике-өс һарымһаҡ теше төшөрөргә кәрәк. Шулай уҡ уларҙы келәттәргә һәм ларҙарға теҙеп сығыу ҙа файҙаға ғына.
Һарымһаҡ итте лә боҙолоуҙан һаҡларға ярҙам итә. Бының өсөн иткә ҡоро горчица һибәләр ҙә лавр япрағы, таҙартылған һарымһаҡ тештәре һалалар.
Вернуться назад