Главная > Йәмғиәт, Анонстар > Юҡ, хәбәрһеҙ юғалманы һалдат!

Юҡ, хәбәрһеҙ юғалманы һалдат!


15-11-2017, 00:10. Разместил: adminka
Юҡ, хәбәрһеҙ юғалманы һалдат!Әбйәлил районындағы Йәнгел ауылында йәшәгән Мәхмүтовтарҙың Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған атай-олатайҙарының ҡәберен табыуы хаҡында ишетмәгәйнем. Интернет селтәрендә был заттың өс быуынын тәшкил иткән ғаилә фоторәсеменә барып юлыҡҡас, йәһәтләп улар менән бәйләнешкә индем. Баҡһаң, Шәрәфетдин Мәхмүтовтың Липецк өлкәһендәге
112-се Башҡорт атлы дивизияһының туғандар ҡәберлегендә ерләнгәнен үҙҙәре лә яңыраҡ ҡына белгән...


Уҙған шәмбелә өлкәнең Икенсе Тербуны ауылында 1961 йылда ҡуйылған гипс-бетон обелискты бронза һалдат һыны алмаштырҙы. Уны төҙөүгә киң йәмәғәтселек, республика һәм ил хөкүмәте ағзалары күп көс һалды. Һәйкәлде яңыртыу башланғысын Мәскәү ҡалаһындағы Гөлсинә Батыршина етәкселегендәге “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге тәҡдим иткәйне. Улар һәм баш ҡалалағы яҡташтар ойошмаһы ағзалары төҙөкләндереүгә әҙерлек сиктәрендә май айында Липецк өлкәһенә сәфәр ҙә ҡылғайны. Бына, ниһайәт, ярты йыл эсендә ҙур эш башҡарылып, өр-яңы обелискты асыу тантанаһы булды. Унда Башҡортостандан Рәсәйҙең Федерация Советы ағзаһы Рафаил Зинуров, республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Хәбибов, Рәсәй Геройы Рафиҡ Ихсанов, Мәскәүҙән яҡташтар ойошмаһы вәкилдәре, урындағы власть органдары башлыҡтары һәм Икенсе Тербуны ауылы халҡы ҡатнашты.
Тантаналы митингтан һуң ҡунаҡтар һәм йыйылған халыҡ туғандар ҡәберлегенә сәскә һалды, Башҡортостан делегацияһы тыуған иленән килтерелгән йәш ҡарағай үҫентеләрен ултыртты. Ә һуңынан ауыл мәҙәниәт йортонда ике яҡтың да фольклор коллективтары сығышы күрһәтелде.
Юҡ, хәбәрһеҙ юғалманы һалдат!...1942 йылдың көҙөндә ошо ерҙәрҙә Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре өс ай буйына фашистарға ҡаршы көрәшә. Беҙҙең күп һуғышсылар батырҙарса һәләк була. Туғандар ҡәберлегендә 92 һалдат ерләнә. Шул иҫәптән Лобановка ауылын азат итеүҙә башын һалған 294-се полк командиры Гәрәй Нафиҡов та.
Әммә күптәрҙең һуңғы төйәге билдәһеҙ ҡала. Ҡанлы мәхшәрҙә ерләнгән барлыҡ һәләк булған һуғышсыларҙың да исем-шәрифен асыҡларға мөмкинлек тыумай. Ләкин “Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел” тип юҡҡа әйтмәгән халыҡ. Шөкөр, изге эш башҡарған эҙәрмәндәребеҙ бар. Шуларҙың береһе – Тербуны ауылында йәшәгән Замир Вахитов. Стәрлебаш районының Табылды ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Липецк ерендә хәбәрһеҙ юғалған, госпиталдәрҙә үлгән яугирҙәребеҙҙең исем-шәрифен асыҡлай. Һөҙөмтәлә бөгөн яңыртылған обелискка йәнә 148 фамилия уйып яҙыла!
Юҡ, хәбәрһеҙ юғалманы һалдат!Шулар араһында Арыҫландың ҡарт олатаһы, ә Хәнифтең олатаһының, йәғни Әфләх Мәхмүтовтың атаһының, исем-шәрифе лә бар хәҙер. 82 йәшлек үҙе лә олпат ҡарт 75 йыл буйы ҡәҙерле кешеһенең һөйәктәре ҡайҙа ятҡанын белмәй. Һәм был мөһим яңылыҡты ишеткәс тә, ике мең километр юл үтеп, атаһының ҡәберенә баш эйергә килә. Юҡ, хәбәрһеҙ юғалмаған Шәрәфетдин Мәхмүтов. Ана, бронза һалдат булып ҡалҡҡан ул...



112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1941 йылдың декабрендә Өфөлә төҙөлә. 1941 йылдың ноябрендә Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте СССР Дәүләт Оборона комитетына республика ресурсы иҫәбенә ике кавалерия дивизияһын ойоштороуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Ризалыҡты алғас, 1941 йылдың 17 һәм 29 ноябрендә ВКП(б) Өлкә комитеты һәм БАССР Совнаркомы бюроһы дивизияларҙы ойоштороу буйынса ғәмәлдәр тәртибен билдәләгән ҡарар сығара. Республика хужалыҡтарынан дивизияға 13,3 мең ат, егеү кәрәк-ярағы, обмундирование, фураж һ.б. тапшырыла. Личный состав, нигеҙҙә, ауыл райондары хал­ҡы иҫәбенән туплана.



Гөлсинә БАТЫРШИНА, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе:

– Яҡташыбыҙ Замир Вахитов үҙе йәшәгән Икенсе Тербуны ауылына Еңеү байрамына саҡырғайны. Мин, рәссам булараҡ, Озерки, Борки һәм башҡа ауылдарҙағы мемориалдар менән сағыштырып, бындағы шайморатовсылар ҡәберлегендәге һәйкәлгә күптән ҡул теймәгәнлеген аңғарҙым. Һәләк булғандар исемлегенең дә тулы булмауын күрҙек. Замир архивтарҙа эҙләнеү эшен башланы. Тербуныға тағы барҙыҡ, район башлығы Сергей Барабанщиков менән осрашып, һәйкәлгә һис кисекмәҫтән реконструкция эшләү идеяһын белдерҙек. Гипс-бетон обелисктың оҙаҡҡа бармаясағын төшөндөрөп, уны бронзанан ҡойоуҙы тәҡдим иттек. Бына һәйкәл яңыртылды, Екатеринбургтан төҙөлөш бригадаһы үҙ эшен сифатлы итеп башҡарҙы.

Әфләх МӘХМҮТОВ, яугир улы:

– Атайымдың аты менән һуғышҡа киткәнен хәтерләйем. 1903 йылғы, Рысҡужа ауылынан ине. Ул Гәрәй Нафиҡов етәкселек иткән 294-се полктың 3-сө эскадронында һуғыша. “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән хаты ғына килә. Үҫеп еткәс, ғүмер буйы эҙләп тә, ҡайҙа ерләнгәнен таба алмағайным. Бары тик Өфөлә дивизияның музейында “Ҡыҙыл атлылар” гәзитендә уның хаҡындағы мәҡәләләрҙе осраттым. Ә яңыраҡ райондың “Осҡон” гәзитендә Әбйәлилдән Липецк өлкәһендә һәләк булған яугирҙәрҙең ерләнгән урынын асыҡлағандары тураһында уҡып, атайымдың да исем-шәрифен күреп ҡыуандым һәм һис шикһеҙ ҡәберен барып күрергә хәл иттем. Үҙем менән улымды һәм ейәнемде лә алдым – олатайҙарының һуңғы төйәген улар белергә тейеш.
Вернуться назад