Башҡорттар хаҡында мәғлүмәт ҡайҙа туплана?08.11.2018
Башҡорттарҙың тормошон һәм эшмәкәрлеген сағылдырған мәғлүмәт республиканың 100 йыллығына асыласаҡ берҙәм порталда туплана. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов “Рәсәй төбәктәрендә башҡорттар: хәҙерге шарттарҙа мәҙәниәт һәм традициялар” тигән “түңәрәк өҫтәл”дә ошо турала белдерҙе.

Агентлыҡ етәксеһе төбәк ойошмалары рәйестәрен берҙәм селтәр йәмғиәтен ойоштороуҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

Республиканың 100 йыллығын милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә лә билдәләйәсәктәр. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетынан белдереүҙәренсә, әле саралар планы төҙөлә. Свердловск, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Һамар өлкәләре, Татарстан, Ханты-Манси автономиялы округы, Пермь крайы һәм Мәскәү башҡорттары ҡоролтайҙары етәкселәре һөҙөмтәлерәк эш итеү өсөн төбәк-ара хеҙмәттәшлек килешеүҙәрен тергеҙергә тәҡдим итте.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ватандаштарыбыҙҙы Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм төбәк халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарға булышлыҡ итеү буйынса Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика