Күпер емерелгәндә яҡташыбыҙ зыян күрә08.11.2018
Ханты-Манси автономиялы округының Нефтеюганск ҡалаһында күпер емерелеп, Башҡортостан гражданы зыян күрә.

Таулы йылғаһы аша һалынған иҫке күперҙе һүткәндә уның конструкциялары емерелә. Кран һәм йөк машинаһындағы “29-сы күпер отряды” эшселәре бейеклектән ҡолай. Һөҙөмтәлә ике кеше һәләк була, етәүе йәрәхәт ала. Вафат булғандар – Төмән өлкәһенән, ә яраланыусылар араһынан бер кеше – беҙҙең республика вәкиле.

Нефтеюганск дауаханаһына – дүрт, Сургут ҡалаһына өс зыян күреүсе ебәрелгән. Сургуттағы ике кешенең хәле ауыр, уларға операция яһалған. Ә берәү уғата ауыр хәлдә.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика