Нуриман йылҡысылары яҡлау эҙләй08.11.2018
28 сентябрҙә Нуриман районында билдәһеҙ әҙәмдәрҙең аттарҙы вәхшиҙәрсә атып үлтергәне тураһында яҙғайныҡ инде. Әле полиция хеҙмәткәрҙәре был енәйәт эшен тикшерә.

Зыян күргән хужалар иһә бындай законһыҙлыҡ ҡылыуҙы урындағы эшҡыуарҙан күрә. Ошо хәлдән һуң яҡлау һорап, улар район етәкселегенә лә мөрәжәғәт итә. Әммә, әйтеүҙәренсә, бер ниндәй ҙә сара күрелмәгән.

Әле ауыл халҡы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа был мәсьәлә буйынса коллектив хат әҙерләп ебәргән.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика