Автовокзал “терелмәйәсәк”08.11.2018
Өфөләге Төньяҡ автовокзал 2013 йылда авария хәлендә булыу сәбәпле ябылғайны. Әле унда ҡойма барлыҡҡа килгән һәм туҡталҡаһында “НефАЗ” автобустары өйөлөп киткән. Әллә вокзал “тереләме” икән?

Баҡтиһәң, юҡ. Уның алдындағы майҙансыҡта транспорт тоталар, ә ҡойма мөлкәтте һаҡлар өсөн кәрәк. Атап әйткәндә, бында ваҡытлыса туҡталҡа барлыҡҡа килгән.

Былтыр автовокзал бинаһы 83 миллион һумға һатыуға ҡуйылған, ләкин һатып алыусы табылмаған.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика