Табын ризыҡтары – үҙҙәренеке!11.01.2019

Үҙәнбаевтар “ике уңғанға – ике уңған” тигән ваҡытҡа тура килгән.

Баймаҡ районының Ғүмәр ауылында йәшәгән Римма менән Сөләймән Үҙәнбаевтар хаҡында ауылдаштарының “Бигерәк уңғандар, ҡулдарынан килмәгән эш юҡ!” тип әйтеүендә хаҡлыҡ бар. Егәрле хужабикә һәр ерҙә уңғанлыҡ һәм тырышлыҡ күрһәтә, сәсһә – емеше ишелеп үҫә, бешеренһә – ризығы татлы һәм тәмле була, баҙарға сыҡһа, һөт ризыҡтары шунда уҡ һатылып бөтә. Тормош иптәше балта эшенә оҫта, кәрәк-яраҡты үҙ ҡулдары менән эшләй, донъяһын да көтә, малын да ҡарай.

Күптән түгел бәхетле пар бергә йәшәүҙәренең 30 йылын тантаналы билдәләгән. Биш бала тәрбиәләп үҫтергән Үҙәнбаевтар – ауылда өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Күпләп мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт көтөп, килемде күберәк мал көсөнән алалар. Шулай уҡ баҡсасылыҡ менән дә шөғөлләнә улар. Быйыл картуф ишелеп уңған, ашҡабаҡ, ташҡабаҡ, кишер, сөгөлдөр тураһында әйтеп тораһы ла түгел! Хужабикә ҡышҡылыҡҡа ниндәй генә салат әҙерләмәгән, әллә күпме ҡай­натма-компот яһаған. “Баҙҙа урын да ҡалманы, имен-һау балалар, дуҫ-иш, туғандар менән ашарға яҙһын”, – ти уңған ҡатын.

– Ауылда етеш, матур йәшәргә була, тик йыбанмаҫҡа кәрәк. Ашты аш иткәндә генә өҫтәлең мул була. Беҙҙең табындың күпселек ризығы – үҙебеҙҙеке. Магазиндан шәкәр, көнбағыш майы, сәй алабыҙ, төрлө тәмле­кәстәрҙе балалар менән һәр саҡ үҙебеҙ бешерәбеҙ, – ти Римма Сәлих ҡыҙы.

Әйткәндәй, ул ауылда оло йәштәгеләрҙе ҡарай, социаль хеҙмәткәр булып эшләй.
– Өлкәндәргә күп осраҡта йылы һүҙ, хәстәрлекле ҡараш та кәрәк, шуға күрә улар менән йы­шыраҡ осрашырға, хәл-әхүәл­дәрен белешергә, күңелдәрендә ышаныс һәм өмөт уятырға тырышам, – ти ул.

Йорт хужаһының эшенең ты­ғыҙ сағына тура килдек. “Көндәр йылы торғанда һарайымды төҙөк­ләндереп ҡалырға кәрәк”, – тип ул беҙҙең менән аралашыуға ваҡыт бүлә алманы. Шулай ҙа уны фотоға төшөрөп өлгөрҙөк.

Тап Римма һәм Сөләймән Үҙәнбаев кеүек тырыш ғаиләләр ауылды йәшәтә һәм йәшнәтә, уның киләсәген билдәләй.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика